Презумпция

ялғанлығы бәхәсһеҙ иҫбатланғанға тиклем дөрөҫ тип һаналған фараз

Презу́мпция (лат. praesumptioфаразлау, көтөү, өмөтләнеү) — ялғанлығы бәхәсһеҙ иҫбатланғанға тиклем дөрөҫ тип һаналған фараз. Презумпциялар юриспруденцияла һәм тәбиғәт фәндәрендә киң ҡулланыла. Тәбиғәт фәндәрендә йышыраҡ бигүк асыҡ булмаған, күҙгә бәрелеп тормаған формала була.

Презумпция
Өлөшләтә тура килә предубеждение[d]


Юриспруденцияла

үҙгәртергә

Иң мөһим юридик презумпциялар:

  • ғәйепһеҙлек презумпцияһы, енәйәтселек хоҡуҡиәтендә һәм енәйәтселек-процессуаль хоҡуҡиәттә, шулай уҡ конституцион хоҡуҡиәттә ҡулланыла, сөнки йыш ҡына дәүләттең конституцияһында нығытыла;
  • ғәйеплелек презумпцияһы, граждан хоҡуҡиәтендә, ҡайһы бер илдәрҙә енәйәтселек хоҡуҡиәтендә лә ҡулланыла;
  • намыҫлылыҡ презумпцияһы, граждан һәм һалым хоҡуҡиәтендә ҡулланыла;
  • авторлыҡ презумпцияһы, авторлыҡ хоҡуҡиәтендә ҡулланыла;
  • вафат булған кешенең ағзаларын һәм (йәки) туҡымаларын күсереп ултыртыу өсөн алыуға ризалығы презумпцияһы, медицина хоҡуҡиәтендә ҡулланыла.
  • никах килешеүен төҙөгәндә ир менән ҡатындың береһе дөйөм мөлкәт менән эш иткәндә (һөйләшеп, уртаҡ фекергә килеп) икенсеһенең риза булыу презумпцияһы, ғаилә хоҡуҡиәте;
  • планлаштырылған хужалыҡ йә башҡа эшмәкәрлектең экологик хәүефлелеге презумпцияһы, экология хоҡуҡиәте.
  • хәбәрһеҙ ғәйеп булған кеше законда билдәләнгән мөҙҙәттә табылмаған осраҡта үлем презумпцияһы.


Тәбиғәт фәндәрендә

үҙгәртергә

Тәбиғәт фәндәрендә презумпциялар асыҡтан-асыҡ түгел, ә төрлө методологик принциптар рәүешендә ҡулланыла. Киң билдәле дөйөм фәнни презумпцияларҙың береһе — «Оккам бәкеһе», уның буйынса, бер үк күренеште төрлөсә аңлатҡан бер нисә гипотеза араһынан аңлатыу өсөн мөмкин тиклем әҙерәк асыл йәлеп иткәнен һайларға кәрәк. Был презумпция үҙ сиратында методологик «етерлек нигеҙләмә принцибына» таяна, ә ул аңлатыу барышына яңы асыл индереү нигеҙле булырға тейеш тигән талап ҡуя. Тәбиғәт фәндәрендә презумпцияларға миҫалдар:

  • геологияла һәм палеонтологияла стратиграфия принциптары:
    • Стеноның ҡатламланыу принцибы, уға ярашлы, әгәр А геологик ҡатламы В ҡатламынан өҫтәрәк ятһа, В ҡатламының А ҡатламынан иртәрәк барлыҡҡа килгән булыуы ихтимал.
    • Гексли законы, йәки флора менән фаунаның тап килешеү принцибы, уға ярашлы, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең бер үк төрҙәре ҡалдыҡтарын һаҡлаған геологик ҡатламдар, моғайын, бер үк дәүергә ҡарайҙыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә