Оккам бәкеһе
О́ккам бәкеһе (йәки Оккам лезвиеһы) — метдологик принцип. Инглиз францискан монахы, Оккамда тыуып үҫкән фәйләсүф-номиналист Уильям (ингл. William of Ockham; лат. Gulielmus Occamus; франц. Guillaume d'Ockham яҡынса 1285—1349 йылдар) исеме менән аталған. Ҡыҫҡаса ул былай яңғырай: «Ихтыяж булмаһа, асылды күбәйтеүҙең кәрәге юҡ»[1] (йә «Үтә ҙур ихтыяж булмаһа, яңы асылдарҙы йәлеп итеү кәрәк түгел»).
Оккам бәкеһе | |
![]() | |
Хөрмәтенә аталған | Уильям Оккам[d] |
---|---|
Һүрәтләнгән объект | parsimony[d] |
![]() |
Был принциптың нигеҙ йөкмәткеһенә ҡарағанда, "Оккам бәкеһе"н Оккам барлыҡҡа килтермәгән. Проторенессанс дәүерендә Оккам яҙып ҡалдырған фекер Аристотель замандарынан уҡ билдәле.
«Оккам бәкеһе» принцибы түбәндәгенән ғибәрәт: әгәр бер күренеш ике ысул менән, мәҫәлән, береһе — А, В һәм С асылдарын (терминдарҙы, факторҙарҙы, факттарҙы һ. б.) йәлеп итеү, икенсеһе А, В, С һәм D асылдары аша аңлатыла алһа һәм был ике ысул да бер үк төрлө һөҙөмтә бирһә, был ысулдарҙың беренсеһенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был миҫалда D асулы артыҡ, уны йәлеп итеүҙең кәрәге юҡ.[2]
Шуныһы: Оккам бәкеһе аксиома түгел, ә презумпция, ул ҡатмарлыраҡ аңлатыуҙарҙы кире ҡаҡмай, ә бары тик гипотезаларҙы ҡарау тәртибен генә тәҡдим итә, ул күп осраҡта иң яҡшыһы була.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Смирнов Г. А. Оккам, Уильям // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
- ↑ «Оккам бәкеһе» принциптары
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- «Бритва Оккама» // Кэрролл Р. Т. Энциклопедия заблуждений: собрание невероятных фактов, удивительных открытий и опасных поверий = The Skeptic's Dictionary: A Collection of Strange Beliefs, Amusing Deceptions, and Dangerous Delusions. — М.: «Диалектика», 2005. — С. 78—82. — ISBN 5-8459-0830-2.
- Charlesworth, M. J. Aristotle's Razor (билдәһеҙ) // Philosophical Studies (Ireland)Ҡалып:Clarify. — 1956. — Т. 6. — С. 105—112. — DOI:10.5840/philstudies1956606
- Dowe, David L.; Steve Gardner; Graham Oppy Bayes not Bust! Why Simplicity is no Problem for Bayesians (инг.) // British J. for the Philosophy of Science : journal. — 2007. — Т. 58. — № 4. — С. 709—754. — DOI:10.1093/bjps/axm033 Архивировано из первоисточника 16 декабрь 2008. Архивная копия от 16 декабрь 2008 на Wayback Machine