Прага дефенестрациялары
Дефенестрация (лат. de дөйөм алғанда — айырып алыу, ташлау һәм fenestra — тәҙрә) — кемде булһа ла, йәки нимәне булһа ла тәҙрәнән ташлау. Чехтарҙың тарихи һәм сәйәси феномены, алыҫ эҙемтәләргә эйә булған ваҡиға. Чехия тарихында кәм тигәндә ике ваҡиға Прага дефенестрацияһы булараҡ билдәле: беренсеһе 1419 йылда, икенсеһе 1618 йылда булған. Икеһе лә Чехияла һәм күрше илдәрҙә оҙайлы конфликттарға этәргес була. Чехтарҙың тарихында кәм тигәндә тағы ике ваҡиғаны (шул иҫәптән XX быуаттағы бер ваҡиға) дефенестрация тип атарға мөмкин.
Прага дефенестрациялары | |
Кем хөрмәтенә аталған | Прага |
---|---|
Дәүләт | Чехия |
Урын | Прага |
Прага дефенестрациялары Викимилектә |
1419: Гусит һуғыштары
үҙгәртергәБеренсе Прага дефенестрацияһы — дини көрәш эпизоды, 1419 йылдың 30 июлендә радикаль гуситтар төркөмө ҡала советы ағзаларын үлтерә.
Гуситтарҙың дини доктринаһы положениеларының береһе буйынса изге Причастия йолаһын ике төрлө итеп үткәреп була, һәм Чехия короле Вацлав IV был йоланы Праганың өс костелында үткәрергә рөхсәт итә. Уларҙың береһе изге Дева Мария Снежная костелы була, Чехияның бөтә тарафынан гуситтар унда йыйыла башлай. Уларҙың бер нисәһе Прага урамдарындағы тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнаша, һәм улар Яңы ҡала советы ҡарары буйынса төрмәгә ябыла. 30 июлдә иртәнге мессанан һуң диндарҙар башында гусит священнигы Ян Желивский етәкселегендә Яңы ҡаланың Карлов майҙанына табан йүнәлә, улар ҡулға алынғандарҙы азат итеүҙәрен талап итә. Процессия бинаға яҡынлашҡас, процессияла булған Изге бүләктәргә ратуша тәҙрәһенән ташланған таш барып төшә. Был хәлде күреп ярһыған халыҡ ратушаға бәреп инә. Судья, бургомистр, ҡала советының башҡа ун өс ағзаһы тәҙрәнән ташлана. Ҡорбандар күпер өҫтөнә барып төшә, ярһыған халыҡ уларҙы туҡмарға ташлана. Яңы ҡала советын Желивский үҙе тәғәйенләй, һуңынан уны Вацлав IV хуплай.
Беренсе дефенестрация 1436 йылға тиклем дауам иткән гусит һуғыштарына әүерелгән һөйләшеүҙәр һәм ғәмәлдәр араһында боролош нөктәһе була.
1618: Утыҙ йыллыҡ һуғыш
үҙгәртергәИкенсе Прага дефенестрацияһы чех ҡатламдарының Габсбургтар власына ҡаршы ихтилалының башланыуына килтерә, шулай итеп, 1618 йылдың 23 майында Утыҙ йыллыҡ һуғыш башлана. Чех аристократияһы Штирия герцогы Фердинандтың аяҡҡа баҫыуына һәм Чехия короленең Контрреформация үткәреүенә ҡаршы була. Прагала 1618 йылдың 24 майында протестант дворяндары Лобковецтан килгән башлыҡтары Вилем һәм граф Йиндржих Турн менән император наместниктары Вилем Славатуны һәм Мартиництан килгән Ярославты һәм уларҙың писаре Филипп Фабрициусты Прага крепосындағы иң юғары нөктәлә урынлашҡан тәҙрәһенән крепость йырынына ташлай.
Католик сиркәү уларҙың мөғжизәле ҡотолоуын, хаҡлы булыуҙары сәбәпле, фәрештәләр ярҙам иткән тип аңлата, ә протестанттар, замок тәҙрәләре төбөндә тиреҫ өйөмө ятыу ғына тәҙрәнән ташланғандарҙы ҡотҡара, тип белдерә[1].
Секретарь Фабрициус үҙе ҡотолғандан һуң зыян күргән Славате һәм Ярославҡа ярҙам итә, аҙаҡ йырын буйлап Влтаве йылғаһына тиклем шыуышып барып, Иҫке Урамға сыға һәм үҙ өйөнә ҡайтып етә. Ғүмеренә ҡурҡыныс янау ихтималлығынан шикләнеп, ул Праганан ҡаса һәм 16 июндә Венаға барып етә, унда герцог Фердинанд тарафынан ҡабул ителә һәм Прагала булған хәлдәр тураһында һөйләп бирә. Күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Фабрициусҡа дворян исеме бирелә, һәм фамилияһына «von Hohenfall» (бейектән осоп төшкән) өҫтәмәһе ҡушыла.
Артабанғы ваҡиғалар
үҙгәртергәПрага тарихында башҡа дефенестрациялар ҙа була. Мәҫәлән, 1483 йылдың 24 сентябрендә ҡанлы ҡала-ара низағ ваҡытында Иҫке ҡала бургомистры һәм Яңы ҡала советының ете үлтерелгән ағзаһының кәүҙәләре тәҙрәләрҙән ырғытыла.
1948 йылдың 10 мартында Чехословакияның сит ил эштәре министры Ян Масарик, Клемент Готвальд хөкүмәтендә берҙән-бер социалистик булмаған һәм партияһыҙ министр, министрлыҡ бинаһының ванна бүлмәһе тәҙрәһе төбөндә үле килеш табыла. Прага полицияһы тикшеренеүҙәренә ярашлы, ул тәҙрәнән билдәһеҙ кешеләр тарафынан ташлана[2][3]. Был ваҡиға сит ил публицистикаһында ҡайһы берҙә өсөнсө Прага дефенестрацияһы[4] тип атала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 23 мая 1618 года . Дата обращения: 13 июнь 2020. Архивировано 19 ғинуар 2021 года.
- ↑ Rob Cameron. Police close case on 1948 death of Jan Masaryk - murder, not suicide (ингл.). Radio Prague International (6 ғинуар 2004). Дата обращения: 29 сентябрь 2019. Архивировано 20 ғинуар 2020 года.
- ↑ Ladislava Kremličková. JAN MASARYK (úvahy o jeho smrti) (чеш.) (PDF). Policie ČR (18 апрель 2005). Дата обращения: 29 сентябрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2019 года.
- ↑ Johnston, Ian. «Some Introductory Historical Observations» 2004 йыл 28 апрель архивланған. (lecture transcript)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Henry Frederick Schwarz, The Imperial Privy Council in the Seventeenth Century Harvard University Press, 1943, 344 347 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Gutmann, Myron P. The Origins of the Thirty Years War (инг.) // Journal of Interdisciplinary History : journal. — 1988. — Т. 18. — С. 764—765. — DOI:10.2307/204823
- Gould, Stephen Jay This View of Life: The Diet of Worms and the Defenestrations of Prague (инг.) // Natural History : magazine. — 1996. Архивировано из первоисточника 28 март 2014.