Поташов Лев Васильевич
Поташов Лев Васильевич (21 май 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының (2014) ағза-корреспонденты.
Поташов Лев Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 май 1930 |
Тыуған урыны | Һамар, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 сентябрь 2020 (90 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим, хирург, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | хирургия[d] |
Эш урыны | Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты |
Уҡыу йорто | Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1975) |
Ғилми етәксе | Углов Фёдор Григорьевич |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛев Васильевич Поташов 1930 йылдың 21 майында Куйбышев ҡалаһында тыуған.
1954 йылда — И. П. Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институтының (хәҙерге Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты) хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай һәм Лиепая ҡалаһының хәрби-диңгеҙ госпиталенә эшләргә ебәрелә.
1958 йыл — хәрби хеҙмәттән запасҡа китә һәм шул ваҡыттан алып үҙе уҡып сыҡҡан уҡыу йортонда эшлей: башта профессор Ф. Г. Углов етәкләгән госпиталь хирургияһы кафедраһы янындағы аспирантураға уҡырға инә, артабан ассистент, доцент, ә 1977 йылдан алып 2005 йылға тиклем — дөйөм хирургия кафедраһы мөдире.
1962 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, темаһы: «Митраль етешһеҙлеген хирургик дауалағанда һәм яһалма ҡан әйләнешле операцияларҙа антикоагулянттар»
1964 йыл — тәүге тапҡыр коронография операцияһын башҡара[1].
1975 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай, тема: «Экспериментально-клиническое обоснование методов диагностики и лечения массивных кровотечений из острых и хронических язв желудка и 12-перстной кишки».
1997 йыл — РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2014 йыл —Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКешенең ашҡаҙан һәм эсәк юлы ауырыуҙарын өйрәнеү өлкәһендәге белгес.
Трансплантология мәсьәләләрен эшләүгә ҙур өлөш индерә, уның фәнни етәкселегендә Санкт-Петербург бөйөр трансплантация үҙәгендә бөйөрҙө трансплантациялау, уны профилактикалау һәм күсерелгән бөйөрҙө организм ситкә тибеп ярһыу кризынан, өҙлөгөүҙән дауалау техникаһы тикшерелә.
Уның етәкселегендә ультрафиолет нурланыштың ҡанға квант йоғонтоһо, лимфа-вена етешмәүсәнлеге мәсьәләләре өйрәнелә.
Ғилми-тикшеренеү институттары менән хеҙмәттәшлектә сирҙең этиопатогенезы буйынса физиологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Был тикшеренеү ауырыу дауалауҙа иң рациональ ысул ҡулланып — варикоз сирен ҡан түкмәйсә аҙ инвазивлы лазер технологиялары менән- дауаларға мөмкинлек бирә.
Кафедрала ашҡаҙан һәм бөйән ауырыуҙарын хирургик юл менән дауалау буйынса тикшеренеүҙәр дауам итә. Улар һөҙөмтәһендә ишемиянан барлыҡҡа килгән яраларҙың айырым үҙенсәлекле популяцияһы асыҡлана, сей яра (язва) ауырыуҙарының генетик аспекттары һәм уны прогнозлау ысулдары тикшерелә
Һуңғы йылдарҙа аҙ инвазивлы пункция юлы менән бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙен, бөйөр кисталарын дауалау ысулдары, үт таштарын лапароскопия юлы менән киҫкен холецистит, холедохолитиаз, ашҡаҙандың сей яра арҡаһында тишелеүенән һәм бөйөр өҫтө биҙҙәре ауырыуынан холецистик эктомия (ҡырҡып алыу) менән дауалау әүҙем рәүештә хирургия практикаһына индерелә.
300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 6 монография авторы.
Уның етәкселегендә 42 кандидатлыҡ һәм 12 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергә- монография «Кровотечения из острых и хронических гастродуоденальных язв» (1982, в соавторстве);
- монографии «Хеликобактериоз в хирургической гастроэнтерологии» (1999), в которой описана патогенетическая роль Helicobacter в развитии язвенной болезни;
- монография «Ишемическая болезнь органов пищеварения» (1987) (Л. В. Поташов, М. Д. Князев, А. М. Игнашов);
- монография «Ультрафиолетовое облучение крови в хирургии» (1993);
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 15 января 2014 года. 50 лет операции коронарографии, проведенной профессором Львом Васильевичем Поташовым . 1spbgmu.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Лев Васильевич Поташов РФА рәсми сайтында