Потала һарайы (тиб. : པོ་ཏ་ལ, ҡыт. 布达拉宫)[1] — ҠХР Тибет автономиялы районы Лхасала урынлашҡан батша һарайы һәм будда ғибәҙәтхана комплексы. Ҡала өҫтөнән күтәрелеп торған бейек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Һарай комплексының дөйөм майҙаны 360 мең м² тәшкил итә.

Потала
тиб. པོ་ཏ་ལ
Нигеҙләү датаһы 637
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай[1]
Административ-территориаль берәмек Чэнгуань[d]
Каталог коды 107
Мираҫ статусы Охраняемые памятники КНР[d][2] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Оҙонлоҡ 400 метр
Киңлек 350 метр
Бейеклеге/буйы 117 метр
Майҙан 13 гектар
Рәсми сайт potalapalace.cn
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Lhasa from Potala Palace[d]
Карта
 Потала Викимилектә

Иҫтәлекле урын
Потала
Сайт Рәсми сайт

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 707
рус.англ.фр.
Потала һарайы
Аҡ һарай
Ҡыҙыл һарай
Потала һарайы төндә

Ҡытайҙың Тибетҡа баҫып инеүенән һуң, 1959 йылда Далай-лама XIV илдән мәжбүри сығып китә һәм Һиндостанда (Дарамсала) сәйәси һыйыныу таба. Шуға тиклем һарай Дала-ламаның төп резиденцияһы була.

Бөгөн Потала һарайы музей булып, туристарҙың әүҙем йөрөү урыны һанала. Шул уҡ ваҡытта ул буддистарҙың ғибәҙәт ҡылыу, будда йолалар үткәреү урыны булып ҡала. Ҙур мәҙәни, дини, тарихи һәм художестволы әһәмиәтен иҫәпкә алып, 1994 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. 2001 йылда "тарихи Потала һарайы ансамбле"нә Далай-ламаның йәйге резиденцияһы, һарайы һәм Норбулинка паркы ла ҡушыла[3].

Бында 637 йылда Тибет батшаһы Сонцген Гампо тәүге бинаны үҙенең ғәҙәттә медитация үткәргән урынында ҡора. Лхасуҙы баш ҡала итергә уйлағас, ул һарай төҙөй. Ҡытай принцессаһы Вень Чен менән никахлашҡас, һарайҙы 999 бүлмәгә тиклем ҙурайта, диуар төҙөтә һәм уратып үтә торған канал ҡаҙа. VIII быуаттың икенсе яртыһында һарайға йәшен эләгә һәм ағастан төҙөлгән ҡоролмалар яна, артабан үҙ-ара ғауға арҡаһында һарай емерлә. Әлеге ваҡытта Чогьял Друпук (Chogyel Drupuk) мәмерйәһе һәм Пхакра Лхакханг (Phakpa Lhakhang) залы ғына һаҡланып ҡалған.

Хәҙергә көндәге һарай, Далай-ламаның V инициативаһы буйынса, 1645 йылда төҙөлә башлай. 1648 йылда Аҡ һарай (Потранг Карпо) төҙөлөп бөтә, һәм Потала далай-ламаларҙың ҡышҡы резиденция сифатында ҡулланыла башлай. Ҡыҙыл һарай (Потранг Марпо) 1690 һәм 1694 йылдар арауығында төҙөлөп бөтә. Һарайҙың исеме бодхисаттва Ченрези (Авалокитешвара), ерҙәге вәкиле далай-лама, йәшәүсе легендар Потала тауы исеменән алынған булырға тейеш.

Грандиоз төҙөлөштә Тибеттан, Непалдан һәм Ҡытайҙан үҙ заманының иң яҡшы оҫталары ҡатнаша.

Архитектураһы һәм урынлашыуы

үҙгәртергә

Һарай Ҡыҙыл ҡалҡыулыҡта (Марпо Ри) 3700 м бейеклектә лхас үҙәне уртаһында урынлашҡан[4]. Террасалар, ҡыйыҡтағы майҙансыҡтар һәм ғибәҙәтханалар арҡаһында, ул бер ҙә ҡәлғә (дзонг) тәҫьораты тыуҙырмай. Тауҙар һыртында үҙенең манаралары, диуарҙары, баҫҡыстары, ғибәҙәтханалары һәм төкәтмәләре менән һуҙылған һарайҙың дөйөм күренеше уникаль художестволы сиселеште күрһәтә. Уның бөйөклөгө һәм матурлығы буддистар, архитекторҙар һәм рәссамдар менән ҡәҙер ителә, сәйәхәтселәрҙе таң ҡалдыра.

Күп һанлы ғибәҙәтселәр изге урынды йолаға ярашлы урап үтеүҙе — коруҙы, ҡалҡыулыҡтағы ғибәҙәтхананы урап башҡара. Кора буйлап бик күп доға барабандары һәм һатыу рәттәре урынлашҡан.

Аҡ һарай

үҙгәртергә

Аҡ һарай йәки Потранг Карпо Потапа һарайының — өлөшө, Далай-лама өсөн йәшәү майҙаны булып тора. Беренсе Аҡ һарай Далай-лама Бишнесе ваҡытында төҙөлгән, 1949 йылда ул унда хөкүмәт менән күсә.[5]. Һуңынан, XX быуат башында, Далай-лама Утыҙынсы ваҡытында, бина хәҙерге размерҙарына тиклем киңәйтелә. Һарайҙа йәшәү биналары, семинариялар һәм типография бар. Һары төҫкә буялған, үҙәк ихата, Деянгшар, лама һәм уның дәрүиштәре йәшәүсе биналарҙы — Ҡыҙыл һарайҙы, дини тәғлимәткә һәм доғаларға арналған изге Потала һарайынан айыра. Һарайҙа һигеҙ Далай-ламаның изге алтын кәшәнә-баҫҡыстары, залдар, мөһим будда яҙмалы китапханалар, мәҫәлән, 108 томлы Ганджур һәм 225 томлы Данджур бар. Аҡ һарай ҙур көнсығыш павильондан, ҡояшлы павильондан, регент һәм остаз Далай-ламаның йәшәү бүлмәләренән, шулай уҡ хөкүмәт эш биналарынан тора. Ҙур көнсығыш павильон официаль церимониялар өсөн ҡулланыла, ҡояшлы павильонда Далай-лама үҙе йәшәгән, эшләгән, изге китаптар уҡыған, идаралыҡ менән шөғөлләнгән.

 
Путоцзунчэн — Лхас Поталаның ҡытай копияһы

Ҡыҙыл һарай

үҙгәртергә

Ҡыҙыл һарай йәки Потранг Марпо доға ҡылыу һәм дини йолалар үткәреү урыны булған, унда павильондар урынлашҡан. Айырыуса һигеҙ мемориал баҫҡыстар ҙур әһәмиәткә эйә, шул иҫәптән Бишенсе һәм Утыҙынсы Далай-ламаныҡы.

Баҫҡыстарҙан тыш, һарай буддаларға, бодхисаттваларға, далай-ламаларға, ҡабул итеүҙәр һәм церемонияларға арналған, ҙур һәм бәләкәй залдар (ғибәҙәтханалар) төркөмөнән тора. Залдарҙа ҡиммәтле әйберҙәр һәм ҡомартҡылар — тойоу өсөн киңлек мандалдары, үлгәндәрҙе иҫкә алыу баҫҡыстары, далай-ламаларҙың һәм уҡытыусыларҙың статуялары, хоҙай һәм йидамдар статуялары, йола әйберҙәре, диуарҙарҙа — ҡатмарлы биҙәү системаһы ҡуйылған.

Ғәҙәттә көнбайыш ҙур залда дини церимонялар һәм ҡабул итеүҙәр үткәрелә.

Һарай төҙөлгәнгә тиклем, батша Сонгцен Гампо медитация үткәрәгән Чогьял Друпук мәмерйәһе бик ҙәр әһәмиәткә эйә.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 中华人民共和国国务院 国务院关于公布第一批全国重点文物保护单位名单的通知 (билдәһеҙ) — 1961.
  3. World Heritage Committee Inscribes 31 New Sites on the World Heritage List. UNESCO (13 декабрь 2001). Дата обращения: 3 май 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  4. Stein, R. A. Tibetan Civilization (1962) / Faber & Faber. — 1 изд.. — Лондон: Stanford University Press, 1972. — P. 206.
  5. Karmay, Samten C. The Great Fifth. — 2005. — P. 1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә