Портал:Спорт/Яңы мәҡәләләр

Шайбалы хоккей. «Монреаль Канадиенс» — «Бостон Брюинз» уйыны (1 октябрь 2008 йыл)

Шáйбалы хóккей — спорт уйыны булған хоккейҙың донъялағы иң популяр төрө. Ҡапма-ҡаршы ике команданың конькилы уйынсылары, шайбаны боҙҙан сәкәндәр менән бер-береһенә тапшырып, уны дәғүәсе ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк индереү һәм шул уҡ ваҡытта үҙ ҡапҡаһына бөтөнләй үткәрмәү йә мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү өсөн өсөн көрәшә. Дәғүәсе ҡапҡаһына күберәк шайба индергән команда еңеүсе була.

Бөтә спорт төрҙәре араһында хоккей тарихы иң ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Хоккейҙың тыуған ере тип Канадалағы Монреаль ҡалаһы һанала (тик һуңғы тикшеренеүҙәр Яңы Шотландияның Кингстон, Онтарио йәки Виндзор ҡалаларының беренселеген иҫбат итә). Әммә XVI быуаттағы бер нисә голланд рәсемдәрендә хоккейға оҡшаш уйынды боҙҙа уйнаған күп кешеләр һүрәтләнә. Тик быға ҡарамай, әлеге шайбалы хоккейҙың тыуған ере тип Канада һанала. дауамы...