Портал:Бөрйән районы/Бөрйән районы тораҡ пункттары
Байназар — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше.
Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо — Байназар ауылы. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.
Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында утар булараҡ күрһәтелгән. 1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 й. — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә. дауамы...