Портал:Башҡорт әҙәбиәте/Яңы мәҡәләләр
Башҡорт мемуарҙары — мемуар авторы үҙе ҡатнашҡан, йәки уның шаһиты булған кешеләрҙән билдәле булған ваҡиғалар тураһында һөйләүсе Башҡортостан замандаштарының яҙмалары йәки Башҡортостан тураһында яҙмалар, мемуар авторы менән таныш булған кешеләр тураһында материалдар. Мемуарҙарҙың мөһим үҙенсәлеге булып унда һүрәтләнгән республикала булып үткән ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе, текстың документаль характерҙа булыуы тора, үткәндәрҙе автор үҙ ҡарашынан сығып сағылдыра. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙарҙың тәүге өлгөһө булып сәйәхәтнәмә тора, республика биләмәһендә сәйәхәт итеүселәрҙең юл яҙмаларын, тормош тураһында хәтирәләрен үҙ эсенә ала. Сәйәхәтнәмә түбәндәге төрҙәрҙе үҙ эсенә ала: сәйәхәт, хаж юлъяҙмалары, юл яҙмалары, очерктар. Уларҙың авторҙары: Р. Фәхретдинов ((«Асар». т. 1, 2б. Ырымбур, 1901), А. Ҡарғалы, Г Сокрой, М. Өмөтбаев, Кирәй Мәргән («Йыр дәфтәре», 1959—1964), Ғ. Ибраһимов «Дуҫтар илендә» («Дуҫтар ерендә», 1958) һәм башҡалар.
Мемуар элементтары, атай яғынан ырыу башлығы исемдәрен, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәрҙе, башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләр тормошонан төп факттарҙы үҙ эсенә алған Башҡорт шәжәрәһендә бар.
Үҙҙәренең мемуарҙарында М. И. Өмөтбаев Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡырымға сәйәхәте; Р. Ф. Фәхретдинов — Аҡмулла; Ғ. М. Кейеков — татар мәғрифәтсеһе К. Насыри (1913) тураһында үҙҙәренең хәтирәләрен һәм фекерҙәрен һүрәтләгән.