Полигон (предприятие)

Полигон — Рәсәй ғилми-етештереү предприятиеһы, радиоэлектроника һәм телекоммуникация ҡорамалдарын эшләү, етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Предприятие ҡорамалдарҙы (коммутаторҙар, маршрутизаторҙар, конверторҙар, шлюздар һ. б.) элемтә операторҙары, сәнәғәт предприятиелары, ведомство структуралары, дәүләт власы органдары һәм башҡа заказсыларҙың ихтыяждары өсөн етештерә. Компания алдынғы эксперименталь асыштар, конкуренцияға һәләтле үҙебеҙҙең илдең продукцияһын етештереү һәм кадрҙарҙы сифатлы әҙерләү йүнәлешендә эшләй.

Полигон (предприятие)
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән йыл

1988

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө Өфө

Тармаҡ

Тапшырыусы аппаратуралар, сымлы телефон һәм телеграф элемтәһе өсөн аппаратуралар етештереү (ОКВЭД 32.2)

Продукция

Телекоммуникация ҡорамалдары

Эшселәр һаны

250

Сайт

plgn.ru

Компания Башҡортостан Республикаһының система булдырыусы предприятиеһы булып тора һәм импортты алмаштырыу программаһында әүҙем ҡатнаша. «Полигон» ғилми-етештереү предприятиеһы продукцияһы Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының 2015 йылдың 3 июнендәге 1399-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә етештерелгән телекоммуникация ҡорамалдарына Рәсәй телекоммуникация ҡорамалдары статусы биреү һәм раҫлау тураһында» бойороғо ҡағиҙәләрен тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

Тарихы үҙгәртергә

  • 1941 йылда — эвакуацияланған предприятиелар базаһында «Өфөкабель» заводы ойошторола.
  • 1985 йылда — Өфө йәштәр ғилми-техник ижады үҙәге (НТТМ) төҙөлә.
  • 1988 йылда — «Полигон» ғилми-етештереү предприятиеһы (НПП) булдырыла.
  • 1992 йылда — МТ-20 станцияларын тоташтырыу өсөн оптоволокнолы һыҙыҡлы тракт етештереүгә БЭТО концерны тендерында еңеп сыға.
  • 1996 йыл — ҡоролма архитектураһы нигеҙе булараҡ программалаштырылған логик интеграль схемаларҙы (ПЛИС) әүҙем ҡулланыуға күсә.
  • 2006 йылда — беренсе үҙ илебеҙҙең коммутаторын эшләй.
  • 2013 йыл — «Яңы проекттарҙы үрләтеү буйынса стратегик инициативалар агентлығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың эксперт советы «Полигон» ғилми-етештереү предприятиеһы тәҡдим иткән «Тыуған ил телекоммуникация ҡорамалдары етештереүҙе үҫтереү» бизнес-проектын хупланы.

Етештергән тауарҙары үҙгәртергә

  • Коммутаторҙар һәм Ethernet ҡорамалдар
  • Хәүефһеҙлек кимәле IP30 һәм юғары булған сәнәғәт коммутаторҙары
  • FTTx ҡорамалдары
  • TDMoIP шлюздары
  • Е1 / Ethernet оптик модем һәм мультиплексор
  • Һаҡлау аппаратуралары
  • Күпер Ethernet over Е1
  • Конвертерҙар RS232 һәм RS485 — Ethernet
  • Е1 ҡабул итеү ҡоролмалары

Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре үҙгәртергә

  • Телекоммуникация ҡорамалдарын эшләү, етештереү һәм индереү тулы циклы;
  • Махсус программалар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу;
  • Продукция маркетингы һәм һатыу;
  • Сервислы хеҙмәтләндереү һәм техник булышлыҡ итеү;
  • Телекоммуникация ҡорамалдары эшләүгә махсус заказдар үтәү;
  • Схемотехника һәм электроника өлкәһендә кадрҙар әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү.

Һылтанмалар үҙгәртергә