Полежаев паркыСанкт-Петербургтың Красносельский районындағы парк. Петергоф шоссеһы, Маршал Жуков проспекты, Авангард урамы һәм Ветерандар проспекты араларындағы 156 гектар майҙанды биләй.

Полежаев паркы
Нигеҙләү датаһы 1750
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красносельский район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of cultural heritage monuments in Krasnoselsky District[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться юго-западная часть парка между проспектом Маршала Жукова, Авангардной улицей (исключая территорию больницы № 15) и проспектом Ветеранов
Карта
 Полежаев паркы Викимилектә

Парктың тарихы 1840 йылдан башлана, шул йылда Петербургтың бай генерал-лейтенанты Г. Г. Кушелев ете ауыл — Лигово, Иваново, Иҫке-Паново, Яңы-Паново, Сосновка, Яңы-Койровка һәм Новый менән Буксгевден ғаиләһенең имениеһын һатып ала, ә яңынан төҙөү өсөн билдәле архитектор А.И. Штакеншнейдерҙы саҡыра.

 
1917 йылда Лигово картаһы

Нәҡ ошо ваҡытта инглиз пейзаж паркын булдырыу башлана, аллеялар һәм юлдар төҙөлә. Уның иҫтәлекле урындары булып инде граф үлгәндән һуң төҙөлгән Амур ғибәҙәтханаһы һәм туфтан эшләнгән мәғәрә тора.

Хужаның ҡатыны Екатерина Дмитриевна Кушелеваның ғүмере аҙағына алпауыт ере бөлөү сигендә була һәм һатыуға ҡуйыла. Башта имение биләмәһен П.Г. Куриков һатып ала, ә һуңынан, 1879 йылда, уның өлөшөн К.М. Полежаев һатып ала һәм 1909 йылда уның улы тимер юлы эргәһендә дача ҡасабаһы төҙөй, парк территорияһы хужаларҙың фамилияһы менән — Полежаев паркы булып атала башлай.

Революциянан һуң ҡоролмалар тарҡала, кирбестәрен һүтеп алып бөтәләр[2].

1930 йылдарҙа архитектор С. Е. Бровцев проекты буйынса Полежаев паркы территорияһында Клиново эшселәр ҡасабаһының беренсе сираты төҙөлә (биш кирбес торлаҡ йорт).

Тулыһынса хәлде Ленинград блокадаһы насарайта. Һөҙөмтәлә, һуғыштан һуң парк тотош тиерлек йәшәүҙән туҡтай.[3].

Паркты үҙгәртеп төҙөүгә маташыуҙар

үҙгәртергә

1991 йылда «Полежаев паркы» концерны ойошторола, уны район советы депутаты Владислав Свириденко етәкләй. 1993 йылға ҡала төҙөлөшө советы өсөн паркты үҙәгртеп ҡороуға проект әҙерләнә, инвесторҙар эҙләү башлана, әммә алдан уйланылған йәйге Олимпия уйындарына Петербург әҙерлеген иҫәпкә алып, төҙәтмәләр индереү сәбәпле, пландар тормошҡа ашырылмай[4].

2003 йылға «Полежаев паркы» концерны үҙенең проекты өсөн инвесторҙар таба, әммә ул төрлө ҡала комитеттары араһында төрлө фекерҙәр тыуҙыра, ә һуңыраҡ 2004 йылда Валентина Матвиенко ЯАЙ «Адамант» концепцияһын хуплай, тик мәҙәни-күңел асыу комплексы, дүрт ҡунаҡхана һәм бизнес-үҙәге төҙөүгә алмашҡа, ЯАЙ «Адамант» башҡа территориялар өсөн яуаплы була. ЯАЙ «Адамант» бындай тәҡдимдән баш тарта[5].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта (XXI быуат) имение үҙе лә , башҡа XVIII-XIX быуат биналары ла һаҡланмаған, сөнки уларҙы 1932 йылда «кәрәкмәгәнлеге» өсөн һүтеп алғандар. Лигово быуаһы һуғыштан алда уҡ ағыҙылған һәм һәм блокада ваҡытында шлюздары емерелгәндән һуң ҡабаттан тергеҙелмәгән. Элекке дамба эргәһендә 1755 йылғы һыу тирмәнгенең фундаментын табырға була. Нина Сиркәүенән алыҫ түгел биш Клин йортоноң ҡыйратылған фундаменты ҡалдыҡтарын табырға була. Парк территорияһының өлөшө һаҙлыҡҡа әйләнгән йәки ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫкән. Тик Дан аллеяһы үткән Дудергофка йылғаһы эргәһе генә яҡшы торошта. Элекке Лигово ауылы Маршал Жуков проспектының ике яғында Стачкалар проспектынан Бурцев урамына тиклем урынлашҡан булған.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Парктың төп объекттары Бөйөк Ватан һуғышы һәм блокада менән бәйле.

  • Дан аллеяһы — мемориаль комплекс, ике обелисктан һәм 900 ҡайындан тора, улар туғыҙ йөҙ блокада көнөн сағылдыра
  • Нина Равноапостольная сиркәүе — сиркәүгә 2010 йылдың 27 ғинуарында нигеҙ һалына. Нина Грузинская хөрмәтенә аталған, сөнки тап уның хәтер көнөндә Ленинград блокадаһы тамамлана. Йәнәшәлә 75 һәләк булған һалдат ерләнгән[6] .
  • Дудергоф каналы аша күпер.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Распоряжение мэра Санкт-Петербурга № 108-р от 30.01.1992
  2. Полежаевский парк. peterburg2.ru. Дата обращения: 6 июль 2012. Архивировано 7 октябрь 2012 года.
  3. Тайна Полежаевского парка. Ligovo-spb.ru.
  4. 2
  5. Возродить Полежаевский парк планировала еще советская власть. Не успела. stockmap.ru. Дата обращения: 6 июль 2012. Архивировано 7 октябрь 2012 года.
  6. Церковь во имя Святой равноапостольной Нины. al-spbphoto.narod.ru. Дата обращения: 6 июль 2012. Архивировано 7 октябрь 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә