Покров сиркәүе (Дондағы Ростов)
Пресвятая Богородица Покровына бағышланған сиркәү — Дондағы Ростовта иҫке сиркәү (яңылыш фекерҙең таралыуы буйынса — Ростовта беренсе сиркәү). Тәүҙә бина яҡынса Ҙур Баҡса урамында урынлашҡан һәм Покров тыҡрығы сиркәүе хөрмәтенә аталған (хәҙер — Журавлев тыҡрығы). Ваҡыт үтеү менән ул Богатянов тыҡрығы яғына шыла (хәҙер — Киров проспекты).
Покров сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 2007 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов һәм Оло Баҡса урамы |
Архитектура стиле | эклектика в русской архитектуре[d] һәм эклектика[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1762 йылда Черкассктан алыҫ түгел урынлашҡан Изге Анна ҡәлғәһе бөтөрөлгәндән һуң, ундағы Покров сиркәүен күптән түгел генә төҙөлгән Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһенә күсерергә ҡарар ителә. Сиркәү бинаһы һүтеп алына, бөтә бүрәнәләр һайланған урынға илтеп ҡуйыла. Яңы сиркәү «ҡәлғә» статусын ала. Уның бөтә руханиҙары һәм мәхәллә күпселеге хәрби хеҙмәткәрҙәр була. Беренсе сиркәү бинаһының аныҡ урыны — Киров скверының төньяҡ-көнсығыш партерында — 2003 йылдың йәйендә археологик тикшеренеүҙәр барышында асыҡлана.
Ваҡыт үтеү менән күберәк һыйҙырышлы ҡорам ихтыяжы барлыҡҡа килә. Ошоноң менән бәйле 1781 йылда генерал-майорҙың обер-коменданты Семен Гурьев Херсон һәм Словен епархияһы башлығы яңы ҙур сиркәү төҙөү тураһында үтенес ебәрә. 1782 йылда үтенесен ҡәнәғәтләндерәләр. Сиркәүҙең иҫке бинаһын һүтәләр һәм шул уҡ урында тиерлек яңы (ағастан) сиркәү төҙөйҙәр. Сиркәүҙе изгеләндереү 1784 йылдың 28 сентябрендә үтә.
1796 йылда бөтөрөлгән Изге Дмитрий Ростовский сиркәүе материалдарынан Покров сиркәүенә уң көньяҡ төкәтмә төҙөйҙәр, ул шулай уҡ Изге Дмитрийға бағышлана.
1806 йылдан сиркәү хәрби булыуҙан туҡтай, һәм бер үк ваҡытта хәрби һәм епархиаль ҡарамаҡта булып ҡатнаш статус ала.
1818 йылда манарала ҡыңғырау менән сәғәт урынлаштырыла.
Байтаҡ ваҡыт дауамында Покров сиркәүе Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһенең генә түгел, шулай уҡ уның тирәһендәге ауылдар өсөн төп функцияны үтәй. Бының менән бәйле XVIII быуат аҙағында Покров сиркәүен йәмиғ сиркәүе тип атайҙар. Бындай хәл 1822 йылға тиклем һаҡлана, ул саҡта Изге Синод указы менән йәмиғ сиркәүе тип Раштыуаға бағышланған Пресвятая Богородица сиркәүе тип атала.
1831 йылда иҫке манараһы һүтелә һәм яңыһы төҙөлә.
1869 йылда сиркәү тулыһынса хәрби статусын юғалта һәм епархия ҡарамағына күсә. XIX быуаттың һуңғы сирегендә сауҙа рәттәре барлыҡҡа килә башлай, һуңынан Покров баҙары ныҡ ҙурая. XIX быуат аҙағында сиркәү территорияһында яңы бина төҙөлә, унда 1890 йылдың сентябрендә ике синыфлы мәктәп асыла.
1897 йылдың 10 авгусында архитектор Н.М. Соколов проекты буйынса төҙөлөп ятҡан яңы бинаға таштан нигеҙ һалына. Яңы бина иҫкеһенән көнбайыштараҡ урынлаша. Төҙөлөш 1909 йылда тамамлана һәм Яңы Покров тип аталған ҡорам 9 майҙа изгеләндерелә,
Шуның менән бергә янғындан зыян күргән бина шаҡтай оҙаҡ тора һәм 1917 йылда һүтеп алына.
1909 йылда төҙөлгән бинаның тасуирламаһы
үҙгәртергәБина псевдорус стилендә төҙөлгән һәм киңлеге 34 м, оҙонлоғо 53 м, бейеклеге 53 м. Манара бейеклеге 74,5 м тәшкил итә, ҡыңғырауы 300 бот (5100 кг).
Сиркәү өс тәхетле ҡорамдан тора, үҙ эсенә төп тәхетте — Покровка — ике төкәтмә тәхет: уң яғы — Изге. Димитрий һәм Изге Георгий Ростовскийға, һул яғы ыҙа сигеүсе изге Георгийға бағышланған. Бөтә мәрмәр эштәрҙе итальян рәссамы Э.Р. Минцеони башҡарған. Ҡорамдың иҙәнендә төрлө төҫтәге плиткалар түшәлгән. Ҡорамдың көмбәҙҙәрен, диуарҙарын рәссамдар И. В. Лавров һәм Я И. Смирнов биҙәгән. Сиркәүҙә баштан алып электр яҡтыртыуы ҡаралған.
1930 йылдарҙа ҡорам һүтелә. Артабан уның урынында фонтан төҙөлә, ә һуңынан унда Киров исемендәге сквер булдырыла һәм С. М. Киров һәйкәле ҡуйыла.
Ғибәҙәтхананы тергеҙеү
үҙгәртергә2005 йылдың 3 февралендә ҡорамды тергеҙеү тураһында мәсьәлә күтәрелә башлай, Киров скверында иҫтәлекле тәре изгеләндерелә һәм ҡуйыла, шулай уҡ буласаҡ ҡорамдың нигеҙенә символик таш һалына. Ғибәҙәтхана бөтә Рәсәй хәйриә иғәнәләре иҫәбенә алып барыла. Архитектор Г.А. Шевченко проекты буйынса төҙөлгән ғибәҙәтхана, Покров исемен ала һәм 2007 йылдың 11 ноябрендә архиепископ Ростов һәм Новочеркасск архиепискобы Пантелеимон тарафынан изгеләндерелә.
Ҡорамды изгеләндереү алдынан, 2007 йылдың 25 июнендә ҡорам алдында Покров скверында императрица Екатерина Петровна һәйкәле асыла. Һәйкәлдең авторы — скульптор Сергей Олешня. Һәйкәлдең бейеклеге 7 метрҙан ашыу. Постаменттағы Елизавета фигураһы һәм горельефтар бронзанан ҡойолған, ауырлығы яҡынса өс тонна, гранит постаменттың ауырлығы яҡынса 50 тонна тәшкил итә.
Сиркәү-аҙаштар
үҙгәртергәИҫке Покров ғибәҙәтханаһынан тыш Дондағы Ростов территорияһында оҡшаш исем менән тағы ике сиркәү урынлашҡан:
- Старообрядсыларҙың Богородица Покровы ҡорамы Дондағы Ростов, Ульянов урамы, 37 адресы буйынса урынлашҡан. Был сиркәү тураһында 1813 йылда телгә алына. Бөгөн сиркәү бинаһы 1913 йылда архитектор В. А. Покровский проекты буйынса төҙөлгән һәм архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә.
- Изге Покров ҡорамы Дондағы Ростов, Орбитальный урамы, 10 А адресы буйынса урынлашҡан ( Төньяҡ зыяратында). Сиркәү 2000 йылда архитектор И.В. Ганус проекты буйынса төҙөлгән.
Дин әһелдәре тураһында мәғлүмәт
үҙгәртергәПротоиерей Даниил Азизов