Познань ҡалаһында король һарайы

Познань ҡалаһында король һарайы (пол. Zamek Królewski w Poznaniu) — Польша короле Пшемысл II нигеҙ һалған боронғо король резиденцияһы. Ҡәлғә төҙөлөшө XIII быуат аҙағынан XV быуат уртаһына тиклем дауам итә. Замок Төньяҡ һуғыш ваҡытында өлөшләтә емерелә һәм XVIII быуат аҙағында үҙгәртеп ҡорола. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында яңынан емерелә һәм XXI быуат башында тулыһынса тергеҙелә.

Познань ҡалаһында король һарайы
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Познань[d]
Әҫәр заказсыһы Пшемысл I[d]
Архитектор Witold Milewski[d]
Архитектура стиле роман архитектураһы[d]
Мираҫ статусы недвижимый памятник[d][1]
Номер в польском реестре культурного наследия 248[1]
Карта
 Познань ҡалаһында король һарайы Викимилектә

Төҙөлөш һәм реконструкция тарихы

үҙгәртергә

Хәҙерге заман замогы урынында беренсе ҡәлғә король Пшемысл I хакимлығы ваҡытында төҙөлә, шунан һуң ҡалҡыулыҡ Һарай убаһы (лат. Mons castrensis), хәҙер Пшемысл тауы (пол. Góra Przemysła) тип атала. Ҡәлғә кирбестән төҙөлә һәм ҡойма менән уратып алына. Беренсе ҡәлғәнең ҙур булмаған өлөшө Варта йылғаһының һул ярында 1253 йылда төҙөлгән ҡәлғәнең диуарҙар системаһына инә. Икенсе версия буйынса король резиденцияһын убала Пшемысл I улы Пшемысл II төҙөгән, ул үҙенең власы аҫтына бөтә Польша ерҙәрен берләштерергә ынтылған. 1295 йылда ул Польша короле була, әммә киләһе йылда үлтерелә. Замок төҙөү туҡтатыла. Ҡәлғәне яйлап Пястов династияһынан Глогов-Жагань һыҙығы вәкилдәре төҙөй. 1337 йылда төҙөлөштө Бөйөк Польшаның кенәзе Бөйөк Казимир III тамамлай, һәм һарай уға резиденция булып хеҙмәт итә. Готик ҡәлғә периметрында диураҙар менән уратып алынған тораҡ йорттан һәм башнянан тора. Һуңыраҡ оборонаны нығытыу өсөн көньяҡ башня төҙөлә. Король Владислав I мәлендә һарай Бөйөк Польшаның генераль старосталарының резиденцияһы була. 1434 йылда король Владислав II шул ваҡытта емерелгән башняны тергеҙергә бойора. XVI быуат башында готик замок инде король резиденцияһы булмай. 1513 йылда король Сигизмунд, Познань ҡалаһына барып, Собор утрауындағы епископ резиденцияһында туҡтай.

XVI быуат башында генераль староста Гурка Лукаш һарайҙың тулы реконструкцияһын башлай. Йылъяҙмаһынан билдәле булыуынса, бөтә биналар уның тарафынан яңынан төҙөлгән. Төҙөлөп бөтмәгән замок 1536 йылда янғын ваҡытында юҡҡа сыға. Ҡәлғәне ренессанс стилендә яңы генераль староста Гурка Анджей тергеҙә. Шул ваҡыттан замоктың төп бинаһының өс ҡаты була. Шулай уҡ ихатаның аркалы лоджияһы төҙөлә һәм башняһы түбәнәйтелә. Элекке готик ҡоролманан башняла тик аш-һыу бүлмәһе һәм подвалы ғына һаҡлана. Төньяҡ һуғыш ваҡытында ренессанс замокты швед армияһы, ә аҙаҡ 1704 йылда Рәсәй һәм Германия армияһы өлөшләтә емерә. 1716 йылда бында Тарногрод конфедерацияһы үтә. 1721 йылда ҡәлғә яңынан өлөшләтә төҙөлә, әммә аҙаҡ аламалана. Бөйөк Польша генераль старостаһы Казимир Рачинский 1783 йылда һарайҙың тергеҙеүен тамамлай. Речь Посполитаяның икенсе бүленешенән һуң Познанде Пруссия короллеге оккупациялай. Бынан һуң 1704 йылда емерелгән һәм тергеҙелмәгән замоктың көньяҡ өлөшө һәм бер нисә ҡоролма 1795 — 1796 йылдарҙа һүтеп алына. Һуңыраҡ иҫке замокта апелляция суды, аҙаҡ 1939 йылға тиклем дәүләт архивы биләй. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һәм Виняры форты өсөн һуғышта 1945 йылдың февралендә Пшемысл тауында артиллерия расчеты урынлаша, һәм замок емерелә.

1949 йылда архитектор Збигнев Зелинский[pl] замоктың XVI быуатта ул нисек булған шул ҡиәфәттә тергеҙеү проектын әҙерләй. Әммә генераль реставрациялаусы Ян Захватович Казимир Рачинский төҙөгән бинаны тергеҙә. 1959 — 1964 йылдарҙа элекке аш-һыу бүлмәһе нигеҙендә башня тергеҙелә. Хәҙер беренсе бинала биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең музейы урынлаша. Башня бүлмәләрен музей оҫтаханалары биләй. XIII — XIV быуат нигеҙҙәре менән 2 метр ҡалынлыҡтағы һәм 7 — 10 метр бейеклектәге стеналары һаҡланып ҡалған. Стенаның көнсығыш өлөшө Казимир Рачинскийҙың бинаһына индерелгән. Был бинала өс мемориаль таҡта бар, иң боронғоһо 1783 йылға, ике ҡалғаны 1993 һәм 1995 йылдарға ҡарай .

2002 йылдың 22 апрелендә Король һарайын реконструкциялау буйынса Познандә комитет ойошторола. 20102013 йылдарҙа архитектор Витольд Милевский проекты буйынса ҡәлғәнең көньяҡ өлөшө Збигнев Зелинский уйлағанса, XVI быуатта нисек булған шул көйө тергеҙелә. Проектта ҡатнашыу өсөн архитектор Зигмунт Скупневич саҡырыла, әммә ул сит илгә барыуҙан баш тарта. Замоктың был реконструкцияһы тарихи ысынбарлыҡтан ситкә тайпылыуы өсөн тәнҡиткә дусар була

Замок легендалары

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, Пшемысл тауында замокҡа нигеҙ һалғанға тиклем мәжүси зыярат булған. Мешко I суҡындырылғандан һуң һәм поляктар мәжүсилектән баш тартҡандан һуң, шайтан асыуынан убаның өлөшөн өҙөп ала һәм ҡаланы һыу аҫтында ҡалдырыу өсөн йылғаға ташлай. Әммә иблесте әтәстәрҙең йыры туҡтата, ә уба өлөшө ҙур ташҡа әйләнә, ул шунан алып Вартаның һул ярында ята.

Икенсе тарих Пшемысл II ҡатыны Людгарданы үлтереү менән бәйле, ул 1283 йылдың 14 декабрендә быуып үлтерелә. Риүәйәт буйынса, ул ҡатынынан вариҫтар көтөп ала алмаған иренең бойороғо буйынса үлтерелә. Ҡылған енәйәте өсөн тәүбәгә килеп, король шул уҡ йылда Познандә доминикансылар монастырына нигеҙ һала. Шул ваҡыттан башлап һарай тирәләй меҫкен ҡатындың шәүләһе йөрөй, шулай уҡ ҡәлғә стенаһы янында Ҡара рыцарь күренә. Был серле Ҡара рыцарь . 1283 йылдың 15 декабрендә Гнезнола кафедраль соборҙа княгиняны ерләгән ваҡытта илай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Реестр памятников — 2022.