Победа кинотеатры (Новочеркасск)
Иҫтәлекле урын | |
Победа кинотеатры
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Новочеркасск |
Төҙөлгән ваҡыты | 1846 |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Еңеү кинотеатры — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһы кинотеатры. 1846 йылда төҙөлгән тарихи бинала урынлашҡан. Әлеге ваҡытта бинала шул исемдәге сауҙа үҙәге эшләй.
Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Мәскәү урамы, 16 -сы һанлы йорт.
Тарих
үҙгәртергә«Победа» кинотеатры (хәҙерге сауҙа үҙәге) "Новочеркасск ҡалаһының Комитет һәм Мәскәү урамдары киҫелешендә урынлашҡан булған. Бында әлеге ваҡытта магазин, сауҙа үҙәге эшләй.
1846 йылда бина ҡаланың сауҙа итеүсе казактар йәмғиәте аҡсаһына төҙөлә. Үҙ бинаһының бәләкәй өлөшөн йәмғиәт ҙүҙ маҡсатында тотонған, ҡалғанын ҡуртымға биргән. ХІХ быуат аҙағында — ХХ быуат башында сауҙагәр И. В. Игнатовтың бакалея магазины бинала эшләй. 1910 йылда бында казак А. Н. Леоновтың мануфактура магазины тора. 1912 йылда йорт бинаһында дүрт магазин, Беренсе Рәсәй страховкалау йәмғиәте, "Солей"кинотеатры эшләй.
Бинала Рәсәй империяһының юғары дәрәжәле кешеләре булғылаған .1850 йылдың ноябрендә бында бөйөк кенәз Александр Николаевич була, 1860 йылда — бөйөк кенәз Александр Александрович, 1872 йылда — император Александр II ; Александр II вариҫы Александр Александрович менән, 1887 йылда император Александр III Николай II менән була. Уларҙың был бинала тороуы иҫтәлегенә бина эсендә, икенсе ҡатта алтын менән ялатылған дүрт таҡтаташ ҡуйылған.
Бынан тыш, 1906 йылда бинала күсмә-рәссамдарҙың(передвижниктарҙың) күргәҙмәләре үтә. Рус рәссамы Николай Никанорович Дубовский «Йәйғор» картинаһы күрһәтелә. Урындағы рәссамдар К. С. Семерников, А. Г. Пемовтың картиналары күргәҙмәгә ҡуйылған
Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарында, 1914 йылда, бинала һалдат лазареты урынлашҡан.
Совет власы йылдарында (ХХ быуаттың 30-сы йылдары) бында "Солей"электр-биограф (кинотеатры) торған, аҙаҡ ул «Рот-фронт» тип үҙгәртелгән. 1932 йылда «Рот-фронт» кинотеатры иң беренсе булып тауышлы фильмдар күрһәтеү өсөн яраҡлаштырылған . Бөйөк Ватан һуғышынан һуң уны "Победа" кинотеатры тип атайҙар. 1927 йылда был бинала шағир Владимир Маяковский «Даешь изящную жизнь» тигән лекция менән сығыш яһаған.
Архитектура
үҙгәртергәНовочеркасск ҡалаһы Мәскәү урамындағы 16- сы йортта, «Солей», «Победа» кинотеатрҙары, магазиндар һ. б. торған 16- сы һанлы йорт ике ҡатлы, ике яҡтан ябылған ҡыйыҡлы кирбес йорттан ғибәрәт. Бина штукатурланған, ике ҡат араһында һәм юғары ҡатө ҫтөндә кәрниз ҡуйылған, өсмөйөшлө молдинглы, пилястрлы. Беренсе ҡаттың ҙур тәҙрәләре витрина итеп яраҡлаштырылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәНовочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. ISBN 5-94549-006-7.