Платонова Агриппина Николаевна

Агриппина Николаевна Платонова (ҡыҙ фамилияһы Маркачёва; 1929 йыл) — Мәскәү өлкәһе Раменский районының Тельман исемендәге колхозда һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Платонова Агриппина Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1929
Тыуған урыны Михайловская Слобода[d], Сельское поселение Чулковское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Агриппина Николаевна Платонова 1929 йылда Мәскәү губернаһы Мәскәү өйәҙенең Михайлов биҫтәһендә, (хәҙер Мәскәү өлкәһе Раменский ҡала округы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ[1].

1941 йылдан әсәһенә — колхоз һауынсыһына ярҙам итеп, 18 һыйыр тәрбиәләй, 1943 йылдың ғинуарында һауынсы булып эшкә урынлаша. 1948 йылда, һауынсыларҙың өлкә ярышында колхоз һәм Раменский районы вәкиле булып, 2-се урынды яулай[1].

1948 йыл йомғаҡтары буйынса 8 һәр һыйырҙан йылына уртаса 5213 килограмм килограмм һөт һауып ала, был башҡа һауынсыларҙан ике тапҡырға тиерлек күберәк тәшкил итә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 7 апрелендәге Указы менән «1948 йылда малсылыҡта юғары артым алыу өсөн» А.Н. Маркачёваға (ҡыҙ фамилияһы) Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Бөтә союз ярыштарында ҡатнаша, 1963 йылға тиклем хужалыҡта иң яҡшы һауынсы була, күп тапҡыр СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша [1].

Һуңынан сәләмәтлеге торошо буйынса баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә күсә, аҙаҡ балалар комбинатында эшләй. Чулковский ауыл советының депутаты итеп һайлана. 1980 йылда хаҡлы ялға сыға, Раменский районының Чулково ауылында йәшәй[1].

Ленин ордены (07.04.1949), миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 С. Кузоватов. Маркачёва (Платонова) Агриппина Николаевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 26 март 2020.
  2. С. Кузоватов.Маркачёва (Платонова) Агриппина Николаевна. Сайт «Герои страны».Дата обращения 26 марта 2020.
  • М. Г. Аверьянова. Край Раменский. Галерея имен. — Москва: Школа Радости, 2004—2008. — (Энциклопедия сёл и деревень Подмосковья).