Платов һәйкәле (Семикаракорск)

2010

Иҫтәлекле урын
Платов һәйкәле
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһы
Проект авторы Владимир Галикович Беляков
Төҙөлгән ваҡыты 2010 йыл
Тышҡы рәсемдәр
Семикаракорск. М. И. Платов һәйкәле

Платов һәйкәле — Дон казактары ғәскәре атаманы, кавалерия генералы Матвей Иванович Платов (17531818) һәйкәле. Ул Рәсәй империяһының XVIII быуат аҙағы—XIX быуат башындағы бөтә һуғыштарында ҡатнашҡан. Һәйкәл Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһында 2010 йылда ҡуйылған.

Матвей Иванович Платов Дон казактары баш ҡалаһы Черкасскта (хәҙер Старочеркасская станицаһы) тыуған.

Дон казактары геройы, ул 47 йыл ғүмерен һуғыш һәм көрәшкә бағышлаған. Платов М. И. — урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша, Александр Васильевич Суворовтың көрәштәше. Очаков һәм Измаилды алыуҙа ҡатнаша, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, Дон казак ғәскәренең ғәскәри атаманы. Урыҫ армияһының сит илгә походтарында Платов казак корпусы командиры була. Уның етәкселеге аҫтында казактар француз, төрөк һәм татар ғәскәрҙәре өҫтөнән еңеү яулай.

Ростов өлкәһендәге Семикаракорск ҡалаһында атаман һәм уның ҡаҙаныштары иҫтәлегенә 2010 йылда һәйкәл асыла. Һәйкәл асыуҙың инициаторы булып «Ғәҙел Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе һәм «Мегапир» запастағы офицерҙар берекмәһе сығыш яһай.

Һәйкәл казактар, Семикаракорск, Новочеркасск, Волгодонск, Таллин һәм башҡа ҡалаларҙың фермерҙары һәм эшҡыуарҙары аҡсаһына төҙөлә.

Һәйкәлдең авторы — Ростов скульпторы Владимир Галикович Беляков.

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә

М. М. Платов һәйкәл бейек булмаған постаментҡа урынлаштырылған, ул, үҙ сиратында, таштар өйөмөндә тора. М. М. Платовтың бронза скульптураһы бөтә буйына һүрәтләнгән. Атаман гусар мундирында, һул ҡулы менән билгә таянып тора[1]. Һәйкәл постаментында һәйкәлде тасуирлаған табличка беркетелгән.

Һәйкәл эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән.

  • В Семикаракорске открыт памятник атаману Платову // Московский комсомолец на Дону. 2010. 16-23 июня. С. 12.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә