Пиротехника, иҫкесә пиротехния (һ. б.бор. грек. πῦρ. Сигнал биреү йәки визуаль эффект булдырыу өсөн янар составтар әҙерләү һәм уларҙы яндырыу технологиялары менән бәйле техника тармағы.

Фейерверк

Пиротехник изделие — талап ителгән яныу (шартлау) эффектын булдырыу өсөн тәғәйенләнгән пиротехник составлы изделие.

Пиротехник состав - тирә-яҡ мөхит ҡатнашлығында йәки үҙ аллы яныуға һәләтле компоненттар ҡатнашмаһы, яныу процесында газ һәм конденсациаланған продукттар, йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм механик энергия тыуҙырыусы һәм төрлө оптик, электр, бари һәм башҡа махсус эффекттар барлыҡҡа килтереүсе состав[1].

Классификация

үҙгәртергә

Пиротехника хәрби (сигнал ракетницалары, яҡтылыҡ тауышы махсус саралары, төтөн шашкалары), махсуслаштырылған (кино төшөрөү махсус эффекттары, граждандар ҡулланыуы өсөн сигнал саралары, пироболттар, тимер юл петардалары) һәм күңел аса торған (башлыса фейерверк изделиелары — петардалар, бенгаль шәмдәре, хлопушкалар, ракеталар, фонтандар, салюттар) техникаларға бүленә. Пиротехникаға шулай уҡ шырпылар һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәре өсөн махсус пиропатрондар инә.

Көнкүрештә тәғәйенләнеше

үҙгәртергә

Көнкүрештә пиротехник изделияларҙың ҡулланыу инструкцияһына ярашлы булғандары, кешеләрҙең һәм тирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндәре ҡулланыла. Көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән пиротехника изделиеларының хәүеф класы III класстан юғарыраҡ булырға тейеш түгел[1][1].

Техник тәғәйенләнеше

үҙгәртергә

Махсус белем һәм ҡулайламалар (ҡоролмалар) талап ителгән пиротехник изделиелар ғына техник тәғәйенләнештә ҡулланыла[1]

Етештереү

үҙгәртергә

Сығанаҡ компоненттар: окислитель, яныусан матдәләр, цементаторҙар һәм флегматизаторҙар.

Окислителдәр — юғары температурала кислород бүлеп сығара алған матдәләр: хлорат, перхлорат, селитра, сульфаттар, перманганаттар, хроматтар, пероксидтар һәм металл оксидтары.

Яныусы матдәләр — билдәле бер шарттарҙа һауа кислородынан, йәки окисланыусы агент биргән кислородтан окисланырға һәләтле матдәләр. Органик булмаған — металл чиптары (Al, Mg, Zr, Si, Fe, Sb, Zn, һәм Al-Mg, Al-Si һ. б.), көкөрт, күмер, фосфор, көкөрт фосфоры, сульфидтар. Органик — ағас сыралары, ыҫмалалар (идитол, бакелит, шеллак, канифоль, гуммиарабик,, росин тоҙҙары), майҙар (йомшаҡ май, кастор майы), углеводородтар (нафталин, антрацен, нефть, парафин, тау балауыҙы йәки озокерит, май, кәрәсин), углеводтар (виноград, ҡамыш шәкәре, крахмал, декстрин, целлюлоза))[2].

Төрлө төҫтәр өсөн төрлө металдар тоҙҙары ҡулланыла (барий — йәшел, стронций — ҡыҙыл, натрий — һары, баҡыр — зәңгәр, кальций — ҡыҙғылт-һары). Төп композицияһы — дары. Продукция корпусы хәүефле фрагменттар бирмәгән еңел материалдарҙан: картондан, пластиктан — эшләнә.

Пиротехник әйберҙәр

үҙгәртергә
 
«Rodéo Giant Auto» пиротехник күргәҙмәһе, Бельгия.

Фейерверк изделиелары:

  • осҡон бағаналы фонтан, ҡайһы берҙәре өҫтәлмә эффектлылар;
  • күсәр тирәләй осҡондар таратып әйленеүсе Ҡытай тәгәрмәсе (саксон ҡояшы);
  • ваҡыты-ваҡыты менән төҫлө ут шарҙарын ташлаусы Помпфейер йәки рим шәмдәре ;
  • төҫлө ялҡын менән янып тороусы фигуралы шәм;
  • шарҙар ырығытыусы, төҫлө шлейф ҡалдырыусы ракеталар;
  • бер корпусында етенән алып алты йөҙгә тиклем зарядты берләштергән салют батареялары, улар сиратлап атыла; күктә салют менән шартлай; махсус торбанан (мортирҙарҙан) фестиваль шарҙары йәки минометтар берәмләп ебәрелә, улар күктә салют менән шартлатыла;
  • билдәле бейеклектә шартлаусы шлагтар;

Махсуслаштырылған/хәрбиҙәр өсөн изделиелар:

  • ракета (сигнал пистолеты) сигналдар биреү өсөн;
  • фальшфейер урындарҙы һәм айырым предметтарҙы яҡтыртыу йәки сигналдар биреү өсөн ҡулланыла;
  • шартлау пакеты миналарҙың, артиллерия снарядтарының, гранаталарҙың шартлауын имитациялай, армияла тактик дәрестәрҙә һәм күнекмәләрҙә, шулай уҡ кино төшөрөүҙә ҡулланыла;
  • төтөн шашкаһы сигналдар биреүҙә, ултыртыу урынын күрһәтеүҙә, маневрҙар үтәгәндә объекттарҙы йәшереүҙә, ауыл хужалығы ҡоротҡостарын юҡ итеүҙә һәм ҡырауҙарға ҡаршы көрәшкәндә төтөн итеп ҡулланыла;
  • тимер юл петардаһы локомотив машинисына тауыш сигналын биреү өсөн яңғырауыҡлы шартлай, ул тимер юл

транспортында ҡулланыла;

  • пироболт туранан-тура кеше-башҡарыусы ҡатнашлығынан тыш ниндәй ҙә булһа механизм деталдәрен таратыу

өсөн;

  • төрлө пиропатрондар авария һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡоролмаларҙа (мәҫәлән, автомобилдең хәүефһеҙлек мендәрҙәре, самолетта автоматик янғын һүндереү системаһы баллондарының крандары һ.б.), хәрби

эштә (төрлө зарядтар, мәҫәлән, ГШяд-23 пушкаһын ҡабаттан зарядлау өсөн ҡулланыла;

  • шутиха — автоматтан атыу эффектын барлыҡҡа килтереүсе, бер нисә тапҡыр шартлаусы петарда йәки петардалар бәйләме.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Салют
  • Фейерверк
  • Яныу
  • Шартлау
  • Химия

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ТР ТС 006/2011 О безопасности пиротехнических изделий
  2. Быстров В. Пиротехнические составы в военном деле.1939

Һылтанмалар

үҙгәртергә