Петрухина Татьяна Максимовна

Петрухина Татьяна Максимовна (ҡыҙ фамилияһы Вереина, беренсе никахта (1953—1957) Каракашьянц; 21 декабрь 192513 октябрь 2004) — совет спортсыһы һәм тренеры, СССР-ҙың күп тапҡыр чемпионы, һыуға һикереү буйынса Европа чемпионы (1954), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1952, 1956). спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Һыуға һикереү буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры.

Петрухина Татьяна Максимовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 21 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Курск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 октябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Николо-Архангельское кладбище[d]
Һөнәр төрө прыгун в воду
Спорт төрө Һыуға һикереү
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1956[d] һәм Летние Олимпийские игры 1952[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР СССР-ҙың спорт мастеры «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Максимовна Петрухина (Вереина) 1925 йылдың 21 декабрендә Курск ҡалаһында тыуған. Беренсе мауығыуы спорт гимнастикаһы була, спорттың был төрө буйынса СССР-ҙың спорт мастеры исемен ала. 1947 йылда Ефимова (Блохина) Серафима етәкселегендә һыуға һикереү буйынса шөғөлләнә башлай. Бер нисә йыл СССР йыйылма команда составына инә, Хельсинки ҡалаһында (1952) һәм Мельбурнда (1956) үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша, унда 10 метрлыҡ вышканан һикереүҙә 5 һәм 6-сы урындарҙы яулай. 1954 йылда һыу спорт төрҙәре буйынса Советтар Союзы спортсыларының дебют сығышында Туринда вышканан һикереү буйынса алтын миҙал яулай һәм Европа чемпионатында был дисциплинала еңеү яулаусы беренсе совет спортсыһы булараҡ тарихҡа инә

1956 йылда Татьяна Петрухина спорт карьераһын тамамлай һәм 1956 йылда тренерлыҡ эшмәкәрлегенә күсә. Күп йылдар дауамында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең «Спартак» спорт йәмғиәтендә эшләй һәм СССР йыйылма командаһы һәм Берләштерелгән команда тренеры булараҡ халыҡ-ара кимәлдәге спортсылар әҙерләй. Улар араһында Олимпия чемпионы Владимир Васин (трамплин, 1972), Олимпия уйындары призерҙары Нинель Крутова (трамплин, 1960), Наталья Тимошинина (вышка, 1968), Елена Мирошиналар (вышка, 1992) бар.

Татьяна Петрухина 2004 йылдың 13 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Николо-Архангельск зыяратында ерләнә. 2009 йылда Мәскәүҙә Татьяна Петрухина иҫтәлегенә һыуға һикереү буйынса бөтә рәсәй ярыштары үтә.

Константин Каракашьянц (1921-1971) — ире, совет гимнасы һәм тренеры, Хельсинкиҙа Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы тренеры була(1952)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә