Петра (Грузия)
Петра — византия ҡәлғәһе, уның харабалары Аджариялағы Цихисдзири ауылы биләмәһендә яҡшы һаҡланған килеш тора (Кобулети муниципалитеты)[1].
Петра | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Эгриси[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ҡара диңгеҙ |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 551 |
Причина разрушения | Siege of Petra[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Петра Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәПетраға нигеҙҙе Византия императоры Юстиниан I| һалған. Ошо урында ҡәлғә һалыу мөһимлегенә полководец Иоанн Цив инандырған.Был ҡәлғәне файҙаланып, Цив лаз халҡының мөлкәтен талған[2].
Петрала VI быуат башынан X быуатҡа тиклем епископ кафедраһы эшләп килгән[1].
Ҡәлғә көслө нығытылған булһа ла 541 йылда оҙайлы ҡамауҙан һуң Хосров I Ануширван етәкселегендәге фарсылар яулап алған. Ҡәлғәлә гарнизон ҡалдырылған, ә Петраға фарсылар инеп тулған[3]. 549 йылда Юстиниан Дагисфей етәкселегендә 7,000 кеше һәм 1,000 цанды Петраға йүнәлтә. Ғәскәр Петраны ҡамап ала һәм шунда ҡала [4]. Ҡыйыуһыҙ һәм һәләтһеҙ эш итеү арҡаһында ҡамап алыу бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй [5].
Фарсылар менән Византия араһындағы нәүбәттәге һуғыш ваҡытында ( ә ул 541 - 562 йылдарҙа барған), византиялылар ҡәлғәне «варварҙарға эләкмәһен» тип үҙҙәре емерә[6].
Археологтар табыштары
үҙгәртергә1961—1962 йылдарҙағы ҡаҙыныуҙар ваҡытында Петра акрополе урынында ике урта быуаттар ҡоролмаһы, базилика һәм мунса табылған. Улар бер бөтөн архитектура ансамбле тәшкил иткән, ҙур булмаған өс мөйөшлө майҙанды уратып һалынған булған. Мунса ҡалдыҡтары һуңғараҡ һалынған диуарҙар аҫтында ҡалған. Уның архитектураһы һуңғы антик осорға ҡараған, портигы һаҡланған[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Леквинадзе В. А. О постройках Юстиниана в Западной Грузии // Византийский временник. — 1973. — Т. 34. — С. 174—179.
- ↑ Прокопий, «Война с персами», II, XV, 9-10
- ↑ Прокопий, «Война с персами», II, XIX, 1-3
- ↑ Прокопий, «Война с персами», II, XIX, 10-11
- ↑ Прокопий, «Война с персами», II, XXX, 8-12
- ↑ Прокопий, «О постройках», III, VII, 7
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Прокопий Кесарийский. Война с персами. Война с вандалами. Тайная история. — СПб.: Алетейя, 1998. — ISBN 5-89329-109-3.