Петер Келлнер[1] (ингл. Peter Kellner) — АҠШ эшҡыуары, менеджер һәм социаль инвестор, 1997 йылда Endeavor Global, Inc. нигеҙ һалыусы, 1999 йылда Richmond Global нигеҙ һалыусы һәм генераль партнёр; AdChina, Ltd., Obopay, Inc. һәм Athleta, Inc. директоры; Ашока фондының директорҙар советында тора[2][3][4][5].

Петер Келлнер
Peter Kellner
Эшмәкәрлеге

эшҡыуар, менеджер һәм социаль инвестор

Биография

үҙгәртергә

Петер Келлнер Венгрия иммигранттары нәҫеленән.

Петер Келлнерҙын ҡартаһы, һөйләүҙәренә ҡарағанда, СССР оккупацияһына тиклем унышлы Венгрия банкиры була, 1947 йылда кәләше һәм улы менән АҠШ күсеп китергә мөжбүр була[6]. Петерҙың иҫләүҙәренсә, Икенсе донъя һуғышында уның ҡартаһы Сталинград аҫтында һуғышта ҡатнаша[6]. Америкаға килгәс, Перетҙың ҡартаһы галстуктар эшләү заводында иҙән һепереүсе булып эшкә урынлаша[6]. Ун биш йылдан ул кемдәндер бурысҡа аҡса алып тора һәм ошо заводты һатып ала[6]. Ниндәйҙер ваҡыттан һуң, Петерҙың ҡәрсәһе һәм ҡартаһы заводты һаталар һәм Нью-Йорк штатының төньяҡ өлөшөндә ферма һатып алалар[6].

Келлнерҙың атаһы тамаҡ баҙарында эшләй[4].

Петер Келлнер Принстон университетында бакалавр дәрәжәһен ала (1987—1991)[4].

Петер Келлнер уҡыған саҡта АҠШ юғары уҡыу йорттарының Милли форумын булдыра, президент Рональд Рейган һәм башҡа лидерҙарҙың ядро ҡоралының мәсьәләһен телефизор аша аралашырға саҡыра[6].

1990 йылда шунда уҡ,социаль эшҡыуарҙар өсөн глобаль Ашока селтәрен булдырған, Билл Дрейтон менән таныша[6][7]. Уның йоғонтоһо аша, ул гүмер буйы Дрейтондың артынан барырға әҙер була (ингл. I am going to attach myself to this guy for the rest of my life)[6].

1991 йылда Венгрияға барыр өсөн[4][7] Фулбрайт стипендияһын ала (ингл. Fulbright Scholar).

1992 йылда венгер тирә-яҡ менән идара итеү Ассоциацияһына нигеҙ һала[4].

1980—1990 йылдарҙа бер нисә компанияға нигеҙ һала һәм идара итә: Рәсәйҙә Ural Petroleum Corporation (скажиналарҙы таҙалау менән шөғөлләнә, Ханты-Мансийск нефть корпорацияһына үҙгәртелә) һәм The Science, тағы ла Vectis Group[4][5][6].

Кельнер Йельск университетының юридик факультетында (1996—1999) доктор дәрәжәһен ала һәм Гарвард бизнес мәктәбендә MBA дәрәжәһен ала (1995—2003)[4].

1995 йылда Гарвардта уҡыған саҡта, Петер Келлнер Richmond Global венчур фондына нигеҙ һала[4][6]. Уның дуҫы асҡан Aquantive интернет-белдереү проекты уүышлы булып сыға[6].

Гарвардты тамамлағас Дрейтон менән бергә Латин Америкаһына сәйәхәт ҡылалар, унда улар Акоша фондына эшҡыуарҙар һайлауҙы күҙәтәләр[6][7].

Шул ваҡытта Линда Роттенберг менән таныша[6]. Улар һөйләшеп китеп, уларҙың дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙары икәнен аңлайҙар, баштарына идея барлыҡҡа килә: «Әйҙә үҫешеүсе донъяла Стив Джобсты осратайыҡ»[6].

Ошо уйҙары менән 1997 йылда Линда Роттенберг менән Endeavor Global, Inc. халыҡ-ара коммерсия булмаған ойошма асалар, үҫешеүсе илдәрҙә бәләкәй һәм урта бизнесҡа социаль инвестиция йәлеп итеү[4][6][7]. Моделдең күберәк өлөшөн, икәүһе лә һоҡланған Акошанан алалар[6]. Келлнерҙың оҫта идара итә алыуы арҡаһында, тырышлығы менән ойошма эшләп китә һәм Майамила беренсе партнёр офисы асыла[4]. Петерҙың һүҙҙәренсә, ул бер ҡасан да Endeavorҙан эш хаҡы алмаған һәм тик ошо ойошмаһы үҫешһен тигән теләк менән йәшәгән[6].

2007 йылдан AdChina, Inc. директоры[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В разных источниках Петер (Питер, Пётр) Келлнер (Келнер, Кельнер, Кёльнер).
  2. Morse, Jodie. Charity Without The Checks, TIME (5 ноябрь 2001). 24 март 2011 тикшерелгән. 2013 йыл 23 август архивланған.
  3. Peter Kellner (ингл.). Florida Internationzl University (202). Дата обращения: 23 май 2015.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Executive Profile Peter B. Kellner J.D. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 23 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Peter Kellner (ингл.). Aspen Global Leadership Network. Дата обращения: 23 май 2015. 2016 йыл 6 март архивланған.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 Nancy Dahlberg. Q&A: Peter Kellner, entrepreneur, investor, even film-maker (ингл.). Miami Herald (6 август 2014). Дата обращения: 23 май 2015. Архивировано 10 июнь 2014 года. 2014 йыл 21 июль архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Jan Mazotti. Building Bridges Through Conscious Endeavor (ингл.). ICOSA (29 июнь 2011). Дата обращения: 23 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.