Перов Николай Сергеевич

Перов Николай Сергеевич (22.05.1954)[1] — физика-математика фәндәре докторы, профессор. 2013 йылдан Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында магнетизм кафедраһы мөдире. Магнит үҙенсәлектәрен тикшереү лабораторияһы мөдире[2]. Хирша индексы — 17[3].

Перов Николай Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 май 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны МДУ-ның физика факультеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Перов Николай Сергеевич 1954 йылдың 22 майында тыуған.

1977 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай.

1983 йылда КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты янындағы маркси́зм-ленини́зм университе́тын тамамлай.

1986 йылда «Исследование ансамблей мелких магнитных частиц» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2007 йылдан алып — магнетизм кафедраһы мөдире урынбаҫары.

2009 йылда «Исследование магнитных свойств микро- и нанонеоднородных систем» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2013 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында магнетизм кафедраһы мөдире.

7 фән кандидаты әҙерләгән[4].

Магнит йәмғиәте (МАГО) президенты [5].

Мәскәү магнетизм буйынса Халыҡ-ара симпозиумды ойоштороу комитеты рәйестәше (MISM-2017).

Төбәк-ара ғилми хеҙмәткәрҙәр йәмғиәте ағзаһы[6]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Функциональ материалдарҙың магнит үҙсәнлектәре

Магнетизмда эксперименталь ысулдар

Шыйығайтылған магнит ярымүткәргестәр

Магнит нано структуралар һәм нано киҫәксәләр

Педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Уҡыған махсус курстары

үҙгәртергә

Физик экспериментты автоматлаштырыу (6 семестр) (программа)

Заманса магнит лабораторияһын эксперименталь йыһазландырыу (10 семестр) — һайлау буйынса (программа)

Студенттар өсөн семинар «Современные проблемы магнетизма» (факультатив) (программа)

«Магнетизм вокруг нас» (факультет ара курс, 30 сәғәт)[7]

Баҫма хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Баҫмалары исемлеге

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Клуб выпускников МГУ. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  2. Сайт кафедры магнетизма физического факультета МГУ. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  3. Список российских учёных, имеющих индекс цитирования > 1000
  4. Nikolay Perov, Curriculum Vitae . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  5. Магнитное общество МАГО . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  6. Перов Николай Сергеевич . Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  7. Межфакультетский курс «Магнетизм вокруг нас». Отдельные главы. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә