Патриотик институт

Ҡатын-ҡыҙ патриотик институты — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк булған офицерҙарҙың балалары өсөн эшләп килгән Етемдәр училищеһы урынына 1822 йылда ойошторолған.

Патриотик институт
Нигеҙләү датаһы 1813
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек 7-й муниципальный округ Санкт-Петербурга[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50531627?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться 10-я линия Васильевского острова, 3 / Большой проспект Васильевского острова, 30 / Кадетский переулок, 5
Карта
 Патриотик институт Викимилектә

1812 йылда патриотик рухлы аристократкалар Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар патриотик йәмғиәте тип йөрөтөлгән хәйриә ойошмаһы ойоштора. Был йәмғиәт 1813 йыл башында Ярлылар өсөн йорт аса, бер үк ваҡытта тиерлек училище ойошторола, унда тик штаб- йәки обер-офицер, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә ҡатнашҡан дворяндар балалары тәрбиәләнә. 1813 йылдың февралендә үк Патриотик хәрәкәткә етем ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү тураһында ғариза килә башлай.

Тәүге йылдарҙа уҡыу йортоноң тәғәйен генә атамаһы булмай, төрлөсә атап йөрөтөлә. 1827 йылда ғына рәсми рәүештә император указы менәнПатриотик институт исеме бирелә[2][3]. Ошондай башҡа учреждениеларҙағы кеүек үк, тәрбиәләнеүселәр «бер ниндәй һылтау менән дә», хатта пансионерка түләп уҡытылһа ла, 1816 йылдан институтты ташламаясаҡ тигән килешеүгә ҡул ҡуйып ҡабул ителә.

1813 йылдың мартында асылған училище алты йыл буйы ҡуртымға алынған бинала эшләп килә.

1812 йылда училище өсөн ике ҡатлы усадьбалы таш йорт һатып алынған була. Уны төҙөкләндереү XIX быуат уртаһына тиклем бара, һәм биләмәһе шул ваҡытҡа ғына тулыһынса аныҡлана.

Бинаға өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә. Артабан күрше участкалар ҡушыла, һәм XIX быуат уртаһында институт биләмәһе Кадет тыҡрығынан Ҙур проспектҡа тиклем һуҙыла. 1823—1825 йылдарҙа баш ҡаланың күренекле архитекторы А. Михайлов 2-се корпусты реконструкциялай һәм уны Ҙур проспект яғына киңәйтә һәм төп бинаны тамамлап ҡуя.

1827 йылда училище Ҡатын-ҡыҙ патриотик институты исемен ала. Сираттағы төҙөлөш эштәре башлана. 1828 йылда институт үҙгәртеп ҡорола, төкөтмәләр, өҫтәмә ҡоролмалар менән киңәйтелгән бинаға күсә.

1913 йылда Патриотик институт үҙенең йөҙ йыллығын билдәләй. Был уның һуңғы байрамы була.

1918 йылда, Октябрь социалистик революцияһы артынса уҡ һәм Граждандар һуғышы башланыу менән, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ институты кеүек уҡыу йорттары ябыла башлай. Ҡатын-ҡыҙ Патриотик институты шулай уҡ бөтөрөлә.

Хәҙерге заманда

үҙгәртергә

Революциянан һуң Патриотик институт биналар комплексын төрлө ойошмалар биләй. 1992 йылдан алып бында Юғары иҡтисад мәктәбе (Петербург филиалы) урынлашҡан. Биналарҙың эсе күп тапҡырҙар үҙгәртелеүгә дусар булған, ә бинаның баштағы биҙәлеше бер нисә бүлмәлә генә һаҡланып ҡалған.

2012 йылда бер нисә ҡоролманы өлөшләтә һүтеп алып, комплексты реконструкциялау башлана.[4][5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Поэтому в 1877 году праздновалось Пятидесятилетие института.
  3. В России впервые термин «институт» был применён в наименовании женского учебно-воспитательного заведения в 1800 году по отношению к Мариинскому институту, который в течение своих первых трёх лет назывался Сиротским училищем.
  4. Патриотический институт на 10-й линии дополнят тремя новостройками
  5. Начинается реконструкция Патриотического института на 10-й линии

Сығанаҡтар

үҙгәртергә