Пассив (бухгалтерия)
Пассив (лат. passivus — бирешеүсән, пассив, һүлпән) — бухгалтер балансының активҡа ҡаршыһы (уң яғы) — предприятиеның бөтә йөкләмәләре (средстволар формалашыу сығанаҡтары) йыйылмаһы.
Үҙ капиталынан (устав һәм акционерҙар капиталынан) һәм үтес капиталынан (составтары, ҡайтарыу мөҙҙәттәре буйынса төркөмләнгән кредиттар, үтестәр) тора.
Банк ғәмәлиәтендә тулайым капитал — үҙ һәм үтес капиталдарының суммаһы, йәғни бөтә пассив йәки баланс валютаһы тигән термин ҡулланыла.
«Үтес капиталы» өлөшөндә «Пассив» төшөнсәһе «Йөкләмәләр» терминына тап килә.
Пассивтарҙың төрҙәре
үҙгәртергәПассивтар ағымдағы пассивтарға (ингл. current liabilities), оҙон мөҙҙәтле бурыстарға (ингл. long-term debt) һәм оҙон мөҙҙәтле йөкләмәләргә (ингл. long-term liabilities) бүленә. Ағымдағы пассивтарға түләү мөҙҙәте киләһе йылға тура килгән йөкләмәләр инә. Оҙон мөҙҙәтле бурыстар — финанс институттарының оҙон мөҙҙәтле ссудалары һәм финанс баҙарына урынлаштырылған оҙон мөҙҙәтле облигациялар. Оҙон мөҙҙәтле башҡа йөкләмәләр иҫәбенә аренда биреүселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм хөкүмәт (кисектерелгән һалымдар) алдындағы йөкләмәләр ҡарай [1].
Йөкләмәләрҙең төрлө классификация төрҙәре бар. Йөкләмәләрҙе бүлеүҙең бер төрө түбәндәге бүленеште бирә:
— йөкләмәләр (реаль сағылдырылған һәм ғәмәлдә булған йөкләмәләр);
— «йәшерен» йөкләмәләр;
— «уйҙырма» йөкләмәләр.
"Рәсәйҙең баҙар иҡтисадында бухгалтер хисабы концепцияһы"на (Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Бухгалтер хисабы буйынса методологик советы, Рәсәй Профессиональ бухгалтерҙар институтының Президент советы тарафынан 1997 йылдың 29 декабрендә раҫланған) ярашлы, йөкләмә тип ойошманың отчет датаһына булған бурысы иҫәпләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дамодаран, Асват, 2011, с. 4848
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асват Дамодаран. Инвестиционная оценка. Инструменты и методы оценки любых активов = Investment Valuation: Tools and Techniques for Determining the Value of Any Asset. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — 1324 с. — ISBN 978-5-9614-1677-0.
- Щепотьев А. В. Экономико-правовые основы возникновения отрицательной величины стоимости имущества // Право и экономика. 2011. — № 1. С. 14 — 17.
- Щепотьев А. В. Влияние чистых активов и собственных средств на финансовую устойчивость организации // Право и экономика. 2012. — № 9., с. 24-30.
- Щепотьева А. В. «Скрытые» обязательства организации. // Аудит и налогообложение. 2009. — № 5.
- Щепотьев А. В. «Мнимые» обязательства, учитываемые при исчислении чистых активов организации. // Управленческий учёт № 10. 2012., с. 82-92.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Актив и пассив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)
- Щепотьев А. В. Методика выявления и оценки «скрытых» и «мнимых» активов и обязательств. — М: Юстинформ, 2009. — 144 с.