Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы
Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы - - (25 октябрь 1960 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетының философия һәм социология кафедраһы доценты [1]. Башҡортостан Республикаһының 1 класлы Дәүләт советнигы.
Парфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, университет уҡытыусыһы |
Биографияһы
үҙгәртергәПарфёнова Светлана Рәфәт ҡыҙы 1960 йылдың 25 октябрендә Өфө ҡалаһында донъяға килгән.
1985-1988 - статистик, ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһындағы төрлө райкомдары комсоргы.
1988-1991 - ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты студенттар һәм уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире урынбаҫары.
1991-1992 - Өфө ҡала башҡарма комитетының йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы.
1992-1995 - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса Баш идаралығы гуманитар мәсьәләләр буйынса начальнигы.
1995-1999 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты; мәғариф, фән, мәҙәниәт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы.
1999-2003 - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты; урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр эштәре, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ағзаһы.
2003 йылдан - Башҡортостан Республикаһы юстиция министры урынбаҫары.
Күп ғилми мәҡәләләр, монографиялар авторы [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы.
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының "Хеҙмәт батырлығы" билдәһе
- СССР Халыҡ мәғарифы министрлығының почет грамотаһы [2]
- «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Парфёнова Светлана Рафатовна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.