Парсма нығытмалары

Викидатала элемент тултырылмаған

Парсма нығытмалары - (груз. ფარსმის ციხე-სახლები) - Грузиялағы урта быуаттар ахырына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы .

Географияһы

үҙгәртергә

Парсма нығытмалары Грузияның тарихи Тушети төбәгендәге Ахмет муниципалитеты Парсма ауылының көнбайышында урынлашҡан.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Нығытма-йорттар тәрән тарлауыҡ ситендә йәнәш тора. Уларҙың береһе - ете ҡатлы, ә ҡалған икеһе - алтышар ҡатлы.

Ете ҡатлы замок-йорт оҙонса дүртмөйөштән ғибәрәт. Беренсе-дүртенсе ҡаттарҙың ишектәре төньяҡ-көнбайыштан уйылған. Икенсе ҡатта көньяҡ-көнбайыш яҡтан - ике тәҙрә, йәнә икәүһе - көньяҡ-көнсығышта. Шулай уҡ дүртенсе ҡатта көньяҡ-көнсығыштан ике тәҙрә ҡалдырылған булған. Бишенсе ҡатта ишек - төньяҡ-көнсығыштан. Етенсе ҡат емерелгән.

Алты ҡатлы нығытма-йорттоң икенсе ҡатының ишеге - төньяҡ-көнбайыштан. Беренсе ҡаттың көньяҡ-көнбайыш ҡабырғаһында уйымы ҡалдырылған. Икенсе ҡатта бер яҡтан өс тәҙрә. Өсөнсө ҡатта бер тәҙрә төньяҡ-көнбайыш диуарҙа һәм көньяҡ-көнбайыш ҡабыырғла - ике тәҙрә.

2006 йылда Парсма нығытмалары милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • А. Каландани. Памятники истории и культуры Грузии , Т. 2, стр. 140, Тб. , 2008 год.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә


В 2006 году указом президента Грузии крепости Парсим была присвоена категория недвижимых памятников культуры национального значения