Пьер һәм Мария Кюри университеты

Пьер һәм Мария Кюри университеты — Париж 6 университеты (Université Pierre et Marie Curie йәки UPMC — Paris Universitas йәки Париж 6 университеты) — Франция университеты, Париж университеты тәбиғи фәндәр факультетының төп хоҡуҡи вариҫы. Хәҙерге ваҡытта Пьер һәм Мария Кюри университеты Францияла иң ҙур фәнни-медицина комплексы булып тора. Уның 180 лабораторияһы бар, уларҙың күбеһе CNRS менән ассоциацияланған. 2010 йылда донъя университеттарының академик рейтингыһында университет 39-сы урынды биләгән[1]. Жюссьё кампусында, «Жюссьё» метро станцияһы янында урынлашҡан.

Пьер һәм Мария Кюри университеты
(UPMC)
Исеме

Université Pierre-et-Marie-Curie

Асылған йылы

1971, элекке Париж университеты 1253

Тип

дәүләт университеты

Президент

Jean Chambaz

Студенттар

29 570

Бакалавриат

10 670

Магистратура

5 630

Докторантура

3 250

Урынлашыуы

Париж

Сайт

upmc

Университеттың тарихы 1901 йылда тәбиғи фәндәр факультеты булдырыу менән башлана. Хәҙерге университет 1971 йылда элекке Париж университетының тәбиғи фәндәр факультеты нигеҙендә ойошторолған. 1974 йылда рәсми рәүештә «Пьер һәм Мария Кюри университеты» атамаһын алған. 1990 йылда университетҡа Анри Пуанкаре исемендәге институтты, ә 2001 йылда Париж астрофизика институтын ҡушалар. 2005 йылда университет ҡарамағында фәндәр докторын уҡытыу буйынса институт һәм политехник мәктәп ойошторолған.

1946 йылда Парижда Ле-аль-о-вэн (фр. Les halles aux vins) урынында кампус төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был урын шул иҫәптән бында элек Изге Виктор аббатлығы урынлашҡан, ул Шампонан Гильом тарафынан нигеҙләнгән һәм Урта быуаттарҙа мөһим фәлсәфәүи һәм уҡыу үҙәге булған. 1959 йылда кампустың инаугурацияһы үтә һәм ул француз ботанигы Антуан Лоран де Жюссьё хөрмәтенә Жюссьё атамаһын ала.

Ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Университеттың тарихи фронтоны

Университет составына 7 факультет һәм 5 институт керә.

Факультеттар

үҙгәртергә
  • Пьер һәм Мари Кюри исемендәге медицина факультеты
  • Химия факультеты
  • Физика факультеты
  • Инженерия факультеты
  • Математика факультеты
  • Биология факультеты
  • Тирә-яҡ мөхит, биотөрлөлөк һәм ер факультеты

Институттар

үҙгәртергә
  • Париж астрофизика институты
  • Анри Пуанкаре исемендәге институт
  • Фәндәр докторҙарын әҙерләү буйынса институт
  • Университет ҡарамағындағы политехник институт
  • Париж университетының статистика институты

Докторантура һәм тикшеренеүҙәр

үҙгәртергә

Университет фәнни тикшеренеүҙәрҙең алдынғы урындарҙың береһе, уға 120 төрлө лабораториялар[2] һәм 20 доктор мәктәптәре инә[3].

Доктор мәктәптәре

үҙгәртергә

Доктор мәктәптәре тикшеренеүҙәрҙең дүрт ҡотобы тирәһендә ойошторолған: моделирование һәм инженерия[4]; энергия, материя һәм йыһан[5]; тирә-яҡ мөхит һәм ерҙәге тормош[6]; ғүмер һәм һаулыҡ[7].

1 ED — доктор мәктәбе

Лабораториялар

үҙгәртергә

Доктор мәктәптәре лабораториялар һымаҡ дүрт полюстар тирәһендә ойошторолған: моделирование һәм инженерия[8]; энергия, материя һәм йыһан[9]; тирә-яҡ мөхит һәм ерҙәге тормош[10]; ғүмер һәм һаулыҡ[11].

  • 1 ED — доктор мәктәбе.

Университет һандарҙа

үҙгәртергә

2009—2010 йылда университетта 29 570 студент, шул иҫәптән 6 320 сит ил граждандары белем алған. Студенттарҙың дөйөм иҫәбенән 33 %-ты медицина факультетына тура килә; химия, физика һәм инженерия факультеттарына — 8-ҙәр %; математика факультетына — 17 %; тирә-яҡ мөхит, биотөрлөлөк һәм ер факультетына — 2 % һәм биология факультетына — 24 %.

Билдәле профессорҙар

үҙгәртергә
  •   Клод Коэн-Таннуджи — француз физигы, физика буйынса 1997 йылғы Нобель премияһы[12].
  • Ален Конн — француз математигы, 1982 йылғы Филдс премияһы лауреаты.
  • Седрик Виллани — француз математигы, 2010 йылғы Филдс премияһы лауреаты.
  • Пётр Слонимский — француз генетигы.
  • Альбер Жакар — француз генеитгы һәм яҙыусы.
  • Николь Эль Каруи — француз математигы.

Билдәле тамамлаусылар

үҙгәртергә
  •   Франсуаза Барре-Синусси — француз вирусологы, медицина һәм физиология өлкәһендә Нобель премияһының 2008 йылғы лауреаты[13].
  • Доминик Стросс-Кан — француз сәйәсмәне, иҡтисадсы һәм юрист. Халыҡ-ара валюта фондының директор-идарасыһы.
  • Венделин Вернер — француз математигы, 2006 йылғы Филдс премияһы лауреаты.
  • Пьер-Луи Лион — француз математигы, 1994 йылғы Филдс премияһы лауреаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Академический рейтинг университетов мира (ингл.). — Академический рейтинг университетов Франции. Архивировано из оригинала 22 август 2010 года.
  2. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). Архивировано 16 март 2012 года. 2012 йыл 12 февраль архивланған.
  3. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). Архивировано 17 октябрь 2008 года. 2008 йыл 17 октябрь архивланған.
  4. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Докторские школы полюса "Моделирование һәм инженерия". Архивировано 5 декабрь 2008 года. 2008 йыл 5 декабрь архивланған.
  5. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Докторские школы полюса "Энергия, материя һәм йыһан". Архивировано 27 ноябрь 2008 года. 2008 йыл 27 ноябрь архивланған.
  6. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Докторские школы полюса "тирә-яҡ мөхит һәм ерҙәге тормош". Архивировано 6 декабрь 2008 года. 2008 йыл 6 декабрь архивланған.
  7. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Докторские школы полюса "ғүмер һәм һаулыҡ". Архивировано 5 декабрь 2008 года.
  8. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Лаборатории полюса "Моделирование һәм инженерия". Архивировано 16 март 2012 года. 2012 йыл 5 май архивланған.
  9. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Лаборатории полюса "Энергия, материя һәм йыһан". Архивировано 16 март 2012 года. 2012 йыл 23 март архивланған.
  10. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Лаборатории полюса "тирә-яҡ мөхит һәм ерҙәге тормош". Архивировано 16 март 2012 года. 2012 йыл 1 май архивланған.
  11. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). — Лаборатории полюса "ғүмер һәм һаулыҡ". Архивировано 16 март 2012 года. 2012 йыл 5 май архивланған.
  12. Collège de France (фр.). Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2009 года.
  13. Университет Пьера и Мари Кюри (фр.). Архивировано 16 март 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә