Парамонов утар йорто
Иҫтәлекле урын | |||
Николай Парамонов йорто
| |||
Файл:РНД-Зональная научная библиотека.jpg | |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 148 | ||
Архитектура стиле | неоклассицизм | ||
Проект авторы | Леонид Фёдорович Эберг | ||
Төҙөлгән ваҡыты | 1914 йыл | ||
Статус |
|
Николай Парамонов йорто — Дондағы Ростов ҡалаһында китап нәшер итеүсе Николай Парамоновтың архитектор Леонид Эберг проекты буйынса 1914 йылда һалынған йорто. Хәҙерге ваҡытта йортта Көньяҡ федераль университетының Ю. А. Жданов исемендәге Зона фәнни китапханаһы урынлашҡан[1]. Йорт неоклассицизм стилендә төҙөлгән һәм Федераль әһәмиәтле архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә.[2].
Тарих
үҙгәртергәТанылған Ростов китап нәшриәт итеүсеһе һәм мәрхәмәтлек менән булышыусыһы Николай Парамонов йорто 1914 йылда һалынған. Йорт проектының авторы-архитектор Л. Ф. Эберг. Был йортта Парамонов ҡатыны Анна Игнатьевна һәм балалары менән йәшәгән[3].
1918 йылдың башында йорт хужаһынан тартып алынған[4], шунан һуң унда Ростов-Нахичеван ревкомы урынлашҡан. 1918 йылдың май айында большевиктар Ростовтан ҡыуылғас, йортта Иреклеләр армияһының штабы торған. Шул уҡ 1918 йылда йортта янғын булған. Йортто бары тик 1923 йылда яңынан тергеҙгәндәр[5].
Йортто аяҡҡа баҫтырғас, унда башта төҙөүселәр клубы, унан республика ҡан ебәреү институты, 1930-сы йылдарҙа унда өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында йорт яна, шулай ҙа уның стеналары һәм колоннадалары һаҡланып 1947 йылда йортто реконструкцияларға ҡарар итәләр. Был эш менән Л. Ф. Эберг етәкселек итә. 1952 йылда реконструкциялау тамамлана һәм уны китапханаһында Ростов дәүләт университетының китапханаһына тапшыралар.
XXI быуат башында Парамонов йорто капиталь ремонт талап итә, сөнки уның подвалы һыу үткәргәнлектән ныҡ еүешләнә һәм китаптар зарарлана башлай. 2005 йылда йорттоң фасадын ремонтлайҙар. 2013 йылдың көҙөндә бөтә бинаны ремонтлау планлаштырылған[6].
Архитектураһы
үҙгәртергәПарамонов йорто неоклассицизм стилендә төҙөлгән. Уның сүкеп тимерҙән эшләнгән ҡоймалары бинаны Пушкин урамынан айырып торалар. Төньяҡ төп фасадының композицияһы симметриялы. Йорттоң үҙәгендә ионик ордерлы алты колонналы портик урынлашҡан. Ҡабырға фасадтары пилястрҙар менән биҙәлгән. Төп инеү урынына ике маршлы ике яҡлы дүрт метрлы баҫҡыстар ҡуйылған[7]. Цоколь ҡаты руст менән эшләнеп, киң кәрниз менән тамамлана. Көньяҡ фасадты колонналар ҡуйылған матур террасалар биҙәй. Улар ике рәт булып теҙелгән(капителдәре 1940-сы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан). Ҡунаҡ вестибюль үҙәк атриум залы яҡтыртылған быяла фонарҙар менән тоташҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Анастасия Быченкова. В центре Ростова реконструируют научную библиотеку ЮФУ . donnews.ru (4 октябрь 2012). Дата обращения: 11 август 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6110006000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 29—32. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
- ↑ Мария Бондаренко. Раритеты гниют в подвалах . Независимая газета (21 март 2005). Дата обращения: 12 август 2013.
- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 159. — ISBN 5-8456-0489-3.
- ↑ Анастасия Быченкова. В центре Ростова реконструируют научную библиотеку ЮФУ . donnews.ru (4 октябрь 2012). Дата обращения: 12 август 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Кукушин B. C. 6.2 Русский классицизм // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.