Палтаниеми сиркәүе
Палтаниеми сиркәүе (фин. Paltaniemen kuvakirkko) —Палтаниеми ауылында инжил -лютеран ғибәҙәтханаһы, Каяани ҡалаһы (Финляндия).
Палтаниеми сиркәүе | |
фин. Paltaniemen kirkko[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1726[2] |
---|---|
Дәүләт | Финляндия[2][3][1] |
Административ-территориаль берәмек | Каяани[d][2][3][1] |
Урын | Paltaniemi[d] |
Епархия | диоцез Куопио[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 133 метр[1] |
Хужаһы | Paltamo Parish[d][4] |
Обитатель | Kajaani Parish[d] |
Һыйым | 800 |
Мираҫ статусы | church-protected building[d][3] |
Адрес | Paltaniementie 851, 87850 Paltaniemi |
Рәсми сайт | paltamonseurakunta.fi/ki… |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Paltaniemi Church[d] |
Палтаниеми сиркәүе Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМәхәллә сиркәүе Палтамола 1599 йылда барлыҡҡа килә. ул саҡта беренсе сиркәү бинаһы Палтаниемила төҙөлгән була. Был сиркәү 1626 йылда ер тетрәүҙән емерелә. 1665 йылда тамамланған киләһе 1716 йылда Рус ғәскәрҙәре тарафынан Төньяҡ һуғыш ваҡытында Каяани замогын емергәндән һуң яндырыла[5].
Хәҙерге сиркәү бинаһы 1726 йылда төҙөлә. Башта элекке иҫке янған сиркәүҙе элекке урынында Киркенеста тергеҙеү планлаштырыла, әммә тупраҡтың ишелеү хәүефе барлыҡҡа килә. Сиркәүҙе Йохан Симонлойк Кнубб етәкселеге аҫтында 24 балта оҫтаһы эшләй. Сиркәү 1727 йылда Сретения Господня байрамына асыла, әммә интерьеры ғәмәлдә 1781 йылда ғына тамамлана.
Маргарета Капсиа эшләгән алтары сиркәүгә 1727 йылда тапшырыла. Сиркәүҙең ҡыйығындағы һәм көмбәҙендәге Эммануил Гранберг картиналары 1778–1781 йылдарҙа яҙыла. Пекка Кфефландер 1851 йылда өс картинаны тергеҙә, ул саҡта улар үҙҙәренең тәүге ҡиәфәттәрен юғалтҡан була[6].
Иң яҡшы һаҡланған картина - был ишек өҫтөндәге «Һуңғы хөкөм» картинаһы, өҫкө өлөшөндә һауа һәм аҫҡы өлөшөндә тамуҡ ғазаптары һүрәтләнә. Әммә картинаның байтаҡ өлөшө йәшерен, сөнки ул, күрәһең, килеүселәрҙе шаҡ ҡатыра.
1622 һәм 1685 йылдарҙа эшләнгән сиркәү ҡыңғырауҙары тәүге ҡиәфәтендә һаҡланып ҡалған берҙән-бер әйбер була. Сәғәте сиркәүҙең башнялары өсөн артыҡ ауыр була, шуға күрә улар өсөн 1768–1769 йылдарҙа махсус кран төҙөргә тура килә[7].
Бөгөнгө көндә сиркәүҙә 800 килеүсегә урын бар. Палтаниеми ауылы Каяани составында булһа ла сиркәү һаман да Палтамо мәхәлләһенә ҡарай. Каяани мәхәлләһен сиркәү ҡуртымға алған һәм йәй көндәре һәм Раштыуала ғибәҙәттәр ойоштора. Сиркәүҙә электр һәм йылытыу юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tietokortit.maanmittauslaitos.fi/nimisto/paikka/12008751 — National Land Survey of Finland.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200760
- ↑ 3,0 3,1 3,2 https://www.kyppi.fi/palveluikkuna/rapea/read/asp/r_kohde_det.aspx?KOHDE_ID=200760
- ↑ Paltaniemen kuvakirkko — Kajaani Parish.
- ↑ Kajaanin seurakunnan toimitilat 2015 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Paltamon vanha kirkko 2017 йыл 13 март архивланған.
- ↑ Paltaniemen kuvakirkko