Паласов йорто — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында, Украина тыҡрығы һөҙәклегендә урынлашҡан бер һәм бер ярым ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се ҡарар).

Иҫтәлекле урын
Паласов йорто
Паласов йорто Украина тыҡрығы яғынан
Паласов йорто Украина тыҡрығы яғынан
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 61
Төҙөлгән ваҡыты ХIХ быуаттың 3-сө сиреге

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Грек урамы, 61.

Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы ярым подваллы бер ҡатлы 61-се йорт, XIX быуаттың өсөнсө сирегендә төҙөлгән. Йорт тулы хоҡуҡлы статский советник Николай Дмитриевич Алфераки милеге була, ә Николай Дмитриевич үлгәндән һуң уның улдарына — композитор Ахилес, камергер Михаил, зоология белгесе Сергейға ҡала. Йорт бинаһы Украина тыҡрығы һөҙәклегендә, тыҡрыҡтың Грек урамы менән киҫешкән урынында төҙөлгән.

 
Бина фасады. Грек урамы, 61

1880-се йылдар аҙағында йортто грек подданныйы Номикос Антон һатып ала. Уның вафатынан һуң васыятнамә буйынса йорт уның вариҫтарына күсә. 1910-сы йылдарҙан алып 1925 йылға тиклем йорт, йөҙ башы Иван Иванович Минаев һәм ҡатыны Екатерина Петровна милегендә була.

Ҡыҙыл кирбестән һалынған бер ярым ҡатлы йорт корпусы, мөйөштәге йорттоң дауамы булып тора һәм унан һуңыраҡ, ләкин шулай уҡ XIX быуаттың 3-сө сирегендә төҙөлгән. Корпустың хужаһы сауҙагәр ҡатын Александра Анастасьева була.

 
Бина фасады. Грек урамы, 61

Йорт бер ярым ҡатлы була, сөнки Украина тыҡрығы Грек урамы яғына ҡарай һарҡыу. 1842 йылда Александра Анастасьева Таганрог сауҙагәре Ставро Анастасьевич Анастасьевҡа кейәүгә сыға. 1880-се йылдарҙа уларҙан йортто, был ваҡытҡа вафат булған сауҙагәр, төрөк подданныйы Савва Егорович Паласовтың ғаиләһе һатып ала. Паласовтар тәмәке һәм тәмәке изделиелары менән сауҙа итәләр, уларҙың Таганрогтың төрлө райондарында тағы бер нисә йорто була. Паласовтар йортоноң подвал ҡатында генерал Аракиндың, хәрби прокурорҙың ғаиләһе йәшәгән.

XX быуат башында йортто Сумы сауҙагәре, ер биләүсе Дмитрий Васильевич Черевков һатып ала, ул Таганрогтың Александр урамындағы сауҙа рәттәрендә бер нисә магазин тота. Дмитрий Васильевич 1906 йылдың 28 декабрендә, 62-се йәшендә вафат була, васыятнамә буйынса ярлы уҡыусыларға стипендия өсөн 60 мең һум иғәнә ҡалдыра.

Дмитрий Васильевич үлгәндән һуң, йорт грек подданныйҙары бер туғандар Харлампий һәм Спиридон Иванович Муссуриҙарға күсә. Улар 1925 йылға тиклем йортҡа хужа булалар. 1910-сы йылдарҙа был йортта Рус пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәте вәкиле М. Е. Смольников һәм Таганрог коммерция училищеһының немец теле уҡытыусыһы Матвей Иванович Шмидт фатирҙа торалар.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ҡыҙыл кирбестән һалынған йорттоң тура дүртмөйөшлө тәҙрәләрен өсмөйөшлө кәрниздәр һәм фронтондар биҙәй. Корпустың парад ишектәре Грек урамы яғынан эшләнгән, улар кәрниздәр һәм колонналар менән биҙәлгән.

Совет власы йылдарында бина дәүләт милкенә күсерелә. Әлеге ваҡытта был биналар торлаҡ йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып торалар.

  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә