Павлушков Сергей Николаевич
Павлушков Сергей Николаевич (1864―1942) ― рус һәм СССР ветеринары, ветеринария фәндәре докторы, профессор. СССР-ҙа ветеринария ойоштороусыларының береһе[1].
Павлушков Сергей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1864 |
Вафат булған көнө | 1942 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ветеринар, paraveterinary worker |
Уҡыу йорто | Ҡазан ветеринария институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | ветеринария фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Николаевич Павлушков 1888 йылда Ҡазан ветеринария институтын тамамлай, 1907 йылға тиклем земство ветеринар табибы булып эшләй. 1911 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ветеринария-бактериология лабораторияһы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1915 йылда «Успехи страхования скота в государствах Западной Европы и в Финляндии» китабын яҙа. Ошо хеҙмәте нигеҙендә 1916 йылда «Страхование скота» темаһына магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1917 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ветеринария-бактериология лабораторияһы Эксперименталь ветеринария институты тип үҙгәртелә, 1921 йылға тиклем уның беренсе директоры була.
1921 йылда РСФСР-ҙың игенселек халыҡ комиссариатына эшкә күсә. 1929 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Бөтә Союз эксперименталь ветеринария институтында эшләй, унда ветеринария өлкәһендә сит ил тәжрибәһен өйрәнеү буйынса бюро мөдире була һәм институттың ғилми хеҙмәттәрен мөхәррирләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭпизоотология, ветеринария статистикаһы, ветеринария эшен ойоштороу, малды страховкалау һәм ветеринарияның күп кенә тармаҡтары буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. 1902 йылда «Новые ветеринарно-полицейские правила по надзору за скотом и продуктами животноводства» хеҙмәтен яҙа. (П. Н. Кулешов һәм И. Г. Гурин менән авторҙашлыҡта).
Ветеринария буйынса венгр ғалимдары Ф. Гутира, И. Маректың һ.б. хеҙмәттәрен рус теленә тәржемә итә. Күп иғтибарҙы ветеринария белеменә һәм ветеринария тарихына бирә. 1910 йылда ветеринар табиптарҙың 2-се Бөтә Рәсәй съезының әүҙем ойоштороусыһы була. 1905 һәм 1909 йылдарҙа Халыҡ-ара ветеринария конгресында ҡатнаша.
Совет власы йылдарында РСФСР игенселек Халыҡ комиссариатының Ғалимдар советында ғилми секретары һәм рәйесе була. Совет ветеринария закондарын сығарыу нигеҙҙәрен булдырыуҙа ҙур өлөш индерә, Бөтә Рәсәй ветеринарҙар съезын саҡырыу буйынса ойоштороу эшендә ҡатнаша.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Туберкулез рогатого скота и борьба с ним при помощи туберкулина. Москва, 1897
- Успехи страхования скота в государствах Западной Европы и в Финляндии. 1915
- Теория и практика в ветеринарном образовании, «Ветеринарное обозрение» 1900, с. 191 и 299
- Ветеринария, в кн.: Большая советская энциклопедия, т. 10, М., 1928.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- А.С. Донченко, Т.Н. Осташко, История ветеринарной медицины. Древний мир - начало ХХ века..pdf. Страница 46
- Павлушков(недоступная ссылка)
- ПАВЛУШКОВ Сергей Николаевич(недоступная ссылка)