Павлов Сергей Владимирович

Павлов Сергей Владимир улы (рус. Павлов Сергей Владимирович2 февраль 1955 йыл;— математик, техник фәндәре докторы (1998),Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Павлов Сергей Владимир улы 1955 йылдың 2 февралендә Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. 1962 — 1972-се йылдарҙа Өфө ҡалаһының йөҙөнсө һанлы урта мәктәбендә белем ала. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Яратҡан фәндәре: физика, математика, география.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға инә. 1977-се йылда уны тамамлағандан һуң, математик һәм ошо фән уҡытыусыһы, хисаплау математигы тигән квалификацияға эйә була. Студент сағында әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә. Велосипед спорт төрө буйынса (шоссе) беренсе разрядҡа эйә. Уҡыуы менән берлектә хеҙмәт эшмәкәрлеген алып бара: башта велоспорт тренеры булһа, һуңынан — инженер-программист

Университетты тамамлағандан һуң, 1977—1980 йылдарҙа, Өфө авиация институтында инженер һәм өлкән инженер булып эшләй. 1980-1983 йылдарҙа ошонда уҡ аспирантураны «Осоусы апараттарҙың идара итеү системаһының техник торошон индивидуаль күҙаллау» («Индивидуальное прогнозирование технического состояния устройств систем управления летальных аппаратов») тигән темаға кандидат диссертацияһын яҡлап тамамлай. Унан һуң Сергей Владимир улы 1983-1993-сө йылдарҙа ошо уҡ институтта ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булараҡ эшен дауам итә. Уҡытыу эше менән берлектә ЭВМ эшкәртеү өлкәһендә массив мәғлүмәт менән йәнәш технологиялар мәғлүмәттәр базаһы менән ҡулланыу тураһындағы ғилми эшмәкәрлеген дә алып бара.

1993 — 2003-сө йылдарҙа Өфө ҡалаһында Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары институтында (һуңынан: «Хәүефһеҙлек эшмәкәрлегенең фәнни-тикшеренеү институты») бүлек мөдире, директор урынбаҫары булып эшләй. Ошо уҡ ваҡытта мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре, шул иҫәптән геоинформацион технологиялар, авиакосмик мәғлүмәт эшкәртеү етәксеһе булып, тирә-яҡ мөхитте бысратыусы процестарҙы тикшереү һәм моделләштереү, тәбиғи һәм техноген характерлы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе анализлауға индерә.

2003-2013 йылдарҙа Өфө дәүләт техник университетында геомәғлүмәт системаһы кафедраһы мөдире була. Студенттарҙы «Мәғлүмәт системалары һәм технологиялары» өлкәһе буйынса уҡытыу эшмәкәрлеген ойоштора һәм үҙе лә уҡыта.

Ошо уҡ арала дәүләт власына һәм инфраструктуралы предприятияларына кооператив геомәғлүмәт системаларын төҙөү һәм индереү буйынса фәнни эш менән әүҙем шөғөлләнә. Юғары квалификациялы кадрҙар ҙа әҙерләй. Ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә 400-ҙән ашыу ғилми эштәр баҫылып сыға (шул иҫәптән 6 монография), бер фән докторы һәм 13 кандидатын әҙерләнә. Башҡортостан республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исеме менән бүләкләнгән.

2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 5-се саҡырылышында депутат итеп һайлана. Әлеге мәлдә сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса рәйес комитеты урынбаҫары булып эшләй.

Депутат статусында Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының өлкәләрендә сәнәғәтте, эшҡыуарлыҡты, халыҡты һәм уның ерен, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм ҡулланыу, инновация эшмәкәрлеге, мәғлүмәт технологиялары хаҡындағы закондарҙы сығарыу базаһында яхшы итеп ҡулланыу һәм үҫтереү өсөн алған тәжрибәһен ҡуллана.

Һылтанмалар

үҙгәртергә