Павел Крамерҙың утар йорто
Павел Крамерҙың айырым йорто — бина Дондағы Ростовтың Пушкин урамында урынлашҡан 114-се йорт. Айырым йортто 1910-сы йылдарҙа Ростов меценаты П. И. Крамер[1] төҙөтә. 1997 йылда айырым йорт төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[2]. 2000 йылдан алып айырым йортта Ростов йәмәғәт йыйылышы рестораны урынлашҡан[3].
Иҫтәлекле урын | |
Павел Крамерҙың айырым йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 114 |
Архитектура стиле | неоклассицизм |
Тарихы
үҙгәртергәЙорт, сама менән, Павел Иванович Крамер тарафынан 1914 йылда төҙөлгән. Крамерҙың айырым йорто 1900-сө йылдарҙа төҙөлгән П. И. Крамерҙың табыш йорто менән йәнәш була. П. И. Крамер һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыусы булараҡ билдәле булған.
Граждандар һуғышы йылдарында Крамер Ростовтан китә. Уның картиналар коллекцияһы өлкә сәнғәт музейына күсә. Крамерҙың айырым йорто национализациялана. 1920 йылдан алып ул район һаулыҡ һаҡлау бүлеге ҡарамағында. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң айырым йортта өлкә комитетының дауалау йорто урынлашҡан.
1982 йыл да айырым йорт реконструкциялана. Реконструкциялау проекты авторҙары архитекторҙар Н. А. Сергеев менән В. А. Королев[4] була. Реконструкция тамамланғандан һуң, бинаны композиторҙар һәм яҙыусылар Йортона тапшыралар.
1990-сы йылдарға ҡарай йорт яңынан ремонтҡа мохтаж була. Айырым йортто тәрбиәләп тотоу проблемаларын хәл итеү өсөн уның залдарын төрлө саралар үткәреү өсөн ҡуртымға бирә башлайҙар. Ресторан йорттоң подвалын ҡуртымға ала. 1990 йылдар уртаһында йортта әҙәби музей асырға тәҡдим ителә. Әммә 1999 йылда айырым йорт Ростов өлкәһе хакимиәте милкенә күсә һәм архитектор Г. Шевченко проекты буйынса яңынан реконструкциялауға дусар була. Шул ваҡытта тәҙрәләр, стенаның өлөшө, ҡыйыҡ, ҡат ара таяуҙар алмаштырыла. Ремонттан һуң бина Ростов йәмәғәт йыйылышына тапшырыла. Йортта «Собрание» рестораны асыла.
Архитектураһы
үҙгәртергәИке ҡатлы айырым йорт участкала төптә урынлашҡан, ул планда П-рәүешле конфигурациялы. Фасад неоклассик стилдә биҙәлгән. Фасадтың уртаһын дуға рәүешле эркер (бинаның тышҡа сығып торған өлөшө) биҙәй. Йорт стенаһы алғы йөҙө эшкәртелмәгән дүрткел таштар менән көпләнгән. Фасадты биҙәүҙә кәрниз, үремдәр, штукатуркалы сығынтылар, балясина ҡулланыла. Айырым йорттоң үҙәк өлөшөндә башта ҡунаҡтар ҡабул итеү залы һәм ҡунаҡ бүлмәһе урынлашҡан була. Ситтәрендә кабинеттар, торлаҡ һәм хужалыҡ бүлмәләре урынлашҡан.
1982 йылда реконструкциялау барышында көнсығыш ҡабырғаһы эргәһендә бер ҡатлы төкәтмә төҙөлгән. Участканың көнбайыш өлөшөндә беседка төҙөлгән. Бинала яңы һылап яһалған плафон барлыҡҡа килә? ә икенсе ҡатында камин урынлаштырылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 108—113. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
- ↑ Об объявлении недвижимых памятников истории и культуры города Ростова-на-Дону под охраной органов местного самоуправления . zakon.7law.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2013. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Собрание . tourism.rostov-gorod.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — 2-е изд.. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 241. — ISBN 5-8456-0489-3.