Офицерҙар йорто (Өфө)

Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто — Өфөлә 1904 йылда Ҙур Успенская урамында төҙөлгән боронғо бина (хәҙер Коммунистик урам, 43-сө йорт) һәм элек унда Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Өфө гарнизоны урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеһы.

Офицерҙар йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Офицерҙар йорто Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300041000объект № 0300041000

Эффектлы ҡарҙай аҡ менән биҙәкләнгән ҡара ҡыҙыл төҫтәге өс ҡатлы бинаның тарихы ҡыҙыҡлы: төрлө ваҡытта бында сауҙагәрҙәр һәм пролетариат вәкилдәре, чапаевсылар һәм колчаксылар, әҙәбиәтселәр һәм музыканттар тулы хоҡуҡлы хужа булған.

Бинаның тәүге исеме — Ҙур Себер ҡунаҡханаһы йәки Паршин Йорто. Уны Өфө сауҙагәре А. М. Паршин килемле йорт булараҡ төҙөгән булған. Ҡунаҡхананың икенсе һәм өсөнсө ҡатында «себер номерҙары» — йыйнаҡ һәм йәмле номерҙар урынлашҡан булған. Бынан тыш, бында ресторан, бильярд һәм һәүәҫкәр спектаклдәр ҡуйылған концерт залдары булған. Беренсе ҡатты И. И. Стахеевтың, ағалы-энеле Крестовниковтарҙың магазиндары, шулай уҡ Л. Я. Дворжец аптекаһы биләгән.

Был 1918 йылда емерелеүгә дусар ителгән Рәсәй Империяһын тергеҙергә маташҡан Өфө директорияһы — Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте урынлашҡан булғанлығы менән иғтибарға лайыҡ бина.

Һуңынан был бинала Ҡыҙыл армия клубы урынлашҡан, ә 1919 йылдың йәйендә — Бишенсе Ҡыҙыл Армия штабы. 1919 йылдың ғинуарында Ярослав Гашек телмәр менән сығыш яһаған. 1926 йылдан бинала «Ҡыҙыл Армия Йорто» урынлашҡан.

1926 йылдан бина СССР Оборона халыҡ комиссариаты ведомствоһына тапшырыла (СССР Оборона халыҡ комиссариаты НКО). 1939 йылдан бында Офицерҙар йорто урынлашҡан.

1932 йылда был бинала яҙыусы Александр Фадеев сығыш яһаған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Офицерҙар йортонда украин композиторы Григорий Гурьевич Верёвка етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар хор ансамбле ойошторолған.

Һуңғараҡ элекке ҡунаҡхана бинаһын Башҡорт республика хәрби комиссариаты биләй. Бында хәрби комиссары , БАССР хәрби комиссарҙары булып Советтар Союзы Геройҙары Рогалёв Пётр Леонтьевич (19591963) һәм Күсимов Таһир Тайып улы (1963—1969 йыл) эшләй.

Офицерҙар йорто бөгөн

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта Офицерҙар йортонда Башҡортостан Республикаһы һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары Комитеты, айырым хәүеф подразделениелары ветерандары комитетының Төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы запастағы офицерҙар Комитеты, Башҡортостан Республикаһы локаль һуғыш һәм конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙы социаль яҡлау Фонды, «Фронтташ әхирәттәр» ҡатын-ҡыҙҙар — һуғыш ветерандары клубы, Өфө гарнизонының хәрби һунарсылар йәмғиәте эшләй.

Офицерҙар йортонда китапхана, концерт һәм кинолекция залдары бар. 1996 йылда унда Жуков Георгий Константиновичтың бюсы (скульптор Б. Д. Фузеев) ҡуйылды.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Армияның Үҙәк йорто
  • Өфөнөң иҫтәлекле урындары
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә