Отеллин Владимир Александрович
Отеллин Владимир Александрович (6 ғинуар 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-гистологы, Рәсәй медицина фндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Отеллин Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 ғинуар 1938 |
Тыуған урыны |
Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 12 октябрь 2022 (84 йәш) |
Һөнәр төрө | гистолог |
Уҡыу йорто | Курск дәүләт медицина университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
1955 йылда Курск медицина институтын тамамлай.
1964 йылда академик Павлов исемендәге Беренсе Ленинград медицина институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм ассистент булып эшләй.
1965 йылдан 1980 йылға тиклем И. П. Павлов исемендәге физиология институтында эшләй, унда кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып Үҙәк нервы системаһы морофлогияһы лабораторияһының мөдиренә тиклем юл үтә.
1973 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ғилми тикшеренеүҙәр темаһы — баш мейеһенең нейрон бәйләнештәре төҙөлмәһе.
1980 йылдан — мейе эсе юлдарының медиатор төҙөлмәһе, нервы туҡымаһының эмбриональ гистогенезы, нейротрансплантация менән шөғөлләнеүсе эксперименталь медицина институтының морфология бүлеге етәксеһе,
350-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән 11 монографияһы бар.
Үҙенең «Нигрострионигральная система» китабы өсөн гистология буйынса ул Б. И. Лаврентьев исемендәге Рәсәй медицина фәндәре академияһының премияһына лайыҡ була. 1995 йылдан В. А. Отеллин РФФИ, INTAS, РФА Президиумы гранттары хуплауындағы тикшеренеүҙәр менән етәкселек итә. Ҙур фәнни эшмкәрлеген ул фәнни-ижтимағи эшмәкәрлек менән уңышлы берләштерә. РМФА ИЭМ ғилми-тикшеренеү институтының диссертация советы рәйесе, Анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар йәмғиәтенең Бөтә Рәсәй идаралығы ағзаһы, «Журнал эволюционной биохимии и физиологии» һәм «Морфология» журналдары мәхәрририәте ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы, Халыҡ-ара мейе үҫешен өйрәнеү буйынса йәмғиәттең, Халыҡ-ара базаль ганглийҙарҙы өйрәнеү буйынса йәмғиәттең, Халыҡ-ара невропатологтарҙың мөхбир ағзаһы.
Уның етәкселегендә 28 кандидатлыҡ һәм 10 докторлыҡ диссертациялары яҡлана
1997 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана
2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)
- Гистология буйынса Б. И. Лаврентьев исемендәге Рәсәй медицина фәндәре премияһы (1993)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Владимира Александровича Отеллина РФА рәсми сайтында
- Биомедицина (РАЭН) (неопр.). raen.1spbgmu.ru. Дата обращения 15 ноября 2019.