Орск (аэропорт)
Орск аэропорты — федераль әһәмиәттәге халыҡ-ара аэропорт[2], Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының тирә-яғында, ҡаланың үҙәк өлөшөнән 17 км көньяҡтараҡ, РФ дәүләт сигенә яҡын урынлашҡан.
Орск | |
Нигеҙләү датаһы | 1958 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Орск |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Орск |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 277 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | Оренбургские авиалинии[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1958 |
Пассажирҙар ағышы | 26 310[1] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Орск |
Рәсми сайт | aviaorsk.ru |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 07/25 |
ИАТА аэропорты коды | OSW |
ИКАО аэропорты коды | UWOR |
Орск Викимилектә |
Орск-Новотроицк 320 меңдән ашыу кешеле сәнәғәт төйөнөнөң халҡын, шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһы кешеләрен (Орскиҙан Аҡтүбәгә тиклем 134 км алыҫлыҡ) хеҙмәтләндерә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәЯһалма осоу-ултырыу һыҙаты 1987 йылда төҙөлгән. Ул төҙөлгән осорҙа, 1984 йылдан алып 1987 йылдар буйынса, граждандар һауа судноларын Орск-Первомайский хәрби аэродромы ҡабул иткән.
Совет осоронда Орск аэропортында Ырымбур берләшкән авиаотряды составының йәйге эскадрильяһы урынлашҡан. 1990 йылда уны Ан-24, ә 1991 йылдан алып Ту-134 самолеттары хеҙмәтләндерә.
2012 йылға тиклем Орск аэродромына көньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән килгән самолеттарҙы аэродромға ултыртыуҙы хеҙмәтләндереүсе радиостанция Ҡаҙағстан республикаһы территорияһына ҡараған була. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан демаркация комиссиялары эше арҡаһында ике ил араһындағы мәсьәлә тиң итеп хәл ителә: ике ил территориялары тиң итеп бүленә.
Тарих[3]
үҙгәртергә- 1958 — Орск ҡалаһында беренсе аэропорт ойошторлоа, уның составында Ан-2 һәм Як-12 самолеттары була.
- 1982 — Орскиҙа яңы аэропорт төҙөлә башлай (хәҙерге урын), һөҙөмтәлә Ла-410. самолеттарын аэропорт ҡабул итә ала.
- 1987 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты файҙаланыуға тапшырыла, һөҙөмтәлә Ту-134 самолеттарын ҡабул итәләр.
- 1990 — Орск летчиктары Ан-24 самолетын эксплуатациялай башлай.
- 1991 — Орск летчиктары Ту-134 самолеттарын Орск — Мәскәү рейсы буйынса йөрөтә башлай.
- 1993 — осоу-ултырыү һыҙатын реконструкциялау арҡаһында Орск аэропортына Ту-154 самолетының техник рейсы башҡарыла.
- 2011 — яһалма осоу-ултырыу һыҙаты ремонтлана, аэропорт эштәре 2011 йылдың 1 июненән 31 авгусҡа тиклем регламентҡа ҡуйыла— 15:00 −03:00 UTC-ҡа тиклем . Самолет 3-сө һәм 4-се класс самолеттары грунт осоу-ултырыу һыҙатына, вертолеттар — перронда ҡабул ителә[4].
Ҡабул ителгән Һауа судноһы типтары
үҙгәртергәАн-12, Ан-24, Ан-72, Ил-62, Ил-76, Л-410, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Ту-214, Як-40, Як-42, Airbus A319, A320 Airbus, Boeing 737—300(-400,-500,-700,-800), Bombardier CRJ 100/200, Embraer E-190, Sukhoi Superjet 100 һәм еңел, бөтә төр вертолеттар. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 30/F/C/X/T.
Эшмәкәрлек күрһәткестәре
үҙгәртергәПассажир: | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
йыл | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | ||||||||||||||||
мең пассажир | 77,5 | 80,9 | 65,7 | 26,3 | ||||||||||||||||
Сығанағы:[5][6][7] |
Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр
үҙгәртергә2018 май
Авиакомпанияһы | Тәғәйенләнеш пункттары | Самолеттар төрҙәре |
---|---|---|
Pegas Fly | Мәскәү (Шереметьево) | 190 Embraer |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.favt.ru/public/materials//4/3/a/9/7/43a97dc7930186c6dcb90c17e799a247.pdf
- ↑ 2016 йылдың апрелендә рәсәй федерацияһы хөкүмәте бойороғо менән 20-се һанлы 726-р «федераль әһәмиәттәге аэропорттарҙың исемлеген раҫлау тураһында»[1]
- ↑ ORENAIR (15 август 2008). Дата обращения: 12 февраль 2018. Архивировано 15 август 2008 года. 2008 йыл 15 август архивланған.
- ↑ Орск аэропорт сикләү тураһында мәғлүмәт.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2014-2015 гг. Росавиация. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. 2016 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2015-2016 гг. Росавиация. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. 2017 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2016-2017 гг. Росавиация. Дата обращения: 28 март 2018. 2018 йыл 28 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аэропорт Орск в каталоге аэропортов СНГ
- Схема (кроки) аэродрома Орск(недоступная ссылка)
- Аэродром Орск. Карта аэродромов России. maps.aopa.ru. Дата обращения: 2016-7-14.