Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
(Органик химия институты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) битенән йүнәлтелде)
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты (РФА ӨФҮ ОХИ) — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү институты. 1995 йылда штаты 370 кешенән тора, уларҙың 190-ы ғилми хеҙмәткәр була. Институт эргәһендә Д 002.004.01 «Органик химия», «Физик химия», «Юғары молекуляр берләшмәләр» һәм «Биоорганик химия» специальностары буйынса ғилми совет эшләй[4].
Органик химия институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1951[1][2] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИОХ УФИЦ РАН |
Менеджер/директор | Юнысов Марат Сабир улы |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отделение химии и наук о материалах РАН[d] |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[3] |
Адрес | просп. Октября 71 |
Рәсми сайт | w3.chem.anrb.ru[1] |
Тарихы үҙгәртергә
- 1951 йыл — СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Башҡортостан филиалы составындағы Химия секторы булараҡ асыла. Тикшеренеүҙәр үҙәгендә — көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү.
- 1953 йыл — Р. Д. Оболенцев етәкселегендәге Химия бүлеге итеп үҙгәртелә, аспирантура асыла.
- 1961 йыл — Органик химия институты итеп үҙгәртелә, РСФСР Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау дәүләт комитеты ҡарамағына тапшырыла.
- 1967 йыл — СССР Фәндәр академияһының ҡабат асылған Башҡортостан филиалы ҡарамағына ҡайтарыла.
Тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре үҙгәртергә
- Органик синтез
- Бирелгән үҙенсәлектәргә эйә органик молекулаларҙы дизайнлау һәм синтезлау;
- Гетероциклдарҙы синтезлауҙың яңы ысулдары ;
- Полимерҙарҙы каталитик синтезлау һәм модификациялау;
- Окисланыу процестарының кинетикаһы һәм механизмы
- Молекулаларҙың һәм металдар комплекстарының ҡуҙғыулы хәлдәр химияһы һәм яҡтылыҡ сығарыу менән барған реакциялар
- Үҫемлек матдәләренең химияһы һәм биологик әүҙемлеге
- Литий-көкөрт аккумуляторҙары өсөн көкөрт-органик берләшмәләр нигеҙендәге электролит системалары
- Металдар һәм фармакондар менән комплекстар барлыҡҡа килтереүҙә гомо- һәм гетерофункциональ берләшмәләр
Институт составындағы лабораториялар үҙгәртергә
Органик һәм биоорганик химия бүлеге
- Тәбиғи берләшмәләр лабораторияһы
- Нуклеозидтарҙы синтезлау лабораторияһы
- Металл-органик синтез һәм катализ лабораторияһы
- Нескә органик синтез лабораторияһы
- Түбән молекуляр биокөйләүселәр лабораторияһы
- Бөжәктәрҙең феромондарын синтезлау лабораторияһы
- Яңы дарыу средстволары лабораторияһы
- Тикшеренеүҙең спектр ысулдары лабораторияһы
- Хроматография лабораторияһы
- Икенсел метаболиттарҙы синтезлау лабораторияһы
Физик химия бүлеге
- Химик физика лабораторияһы
- Координациялы берләшмәләр лабораторияһы
- Окислашыу процестары лабораторияһы
- Химик кинетика лабораторияһы
- Электрохимия лабораторияһы
- Электрон-молекуляр тәьҫир итешеүҙәр лабораторияһы
- Көкөрт-органик берләшмәләр лабораторияһы
- Органик берләшмәләр экстракцияһы төркөмө
Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы бүлеге
- Стереокөйләүсе полимерҙар лабораторияһы
- Радикаль полимерлашыу лабораторияһы
- Поликонденсация төркөмө
- Полимерҙарҙы өйрәнеү төркөмө
Билдәле ғалимдар үҙгәртергә
- Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы — РФА-ның мөхбир ағзаһы
- Толстиков Генрих Александрович — РФА академигы
- Монаков Юрий Борисович — РФА академигы
- Юнысов Марат Сабир улы — РФА академигы, институт директоры
- Казаков Валерий Петрович — РФА мөхбир ағзаһы
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ http://w3.chem.anrb.ru/index.php?option=com_content&task=blogcategory&id=21&Itemid=54 Диссертационный совет Д 002.004.01
Һылтанмалар үҙгәртергә
- http://w3.chem.anrb.ru — Институттың рәсми сайты
- История Института органической химии
- Статья в: «Башкортостан: Краткая энциклопедия»(недоступная ссылка)