Оптимистическая мәмерйәһе

Оптимисти́ческая —Украинаның Тернополь өлкәһендәге карст мәмерйәһе ; Борщёвский районының Королёвка ауылы эргәһендә. [1]. Донъялағы бик оҙон гипс мәмерйәһе. Картаға төшөрөлгән тиклем юлының суммар оҙонлоғо сама менән 230,5 км[2]. Был мәмерйә өйрәнеп бөтөлмәгән.

Оптимисти́ческая
Вход в пещеру
Вход в пещеру
Координаты: пропущена долгота
Ил
Тәрәнлеге20 м
Оҙонлоғо232 000 м
Асылған йылы1966 
һыйҙырышлы тоҡомдаргипс 
Мәмерйәгә инеү юлы
Украина
Красная точка
Оптимисти́ческая
 Оптимистическая мәмерйәһе Викимилектә
Ландшафт над пещерой

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Мәмерйә 1966 йылда асылған. Картаға төшөрөлгән тиклем юлының суммар оҙонлоғо сама менән 232 км. Мәмерйәнең үҙенең майҙаны 2 км² тирәһе. Был уның эсе ныҡ тармаҡланыуына , борғоланыуына бәйле.

Эске юлдар 20 м тирәһе тәрәнлектә яталар. Мәмерйә эсе көслө итеп балсыҡ менән йыуылған. Сталактит, геликтит, башҡа һарҡындынан хасил булған яһалмыштар, гипс кристаллдары осрай .

Приднестровск Подольеһе мәмерйәләргә бик бай. Шуның менән тикшеренеүселәрҙе үҙенә йәлеп итеп тора.

1965 йылда яңы ғына төҙөлгән «Циклоп» клубының Львовтағы спелеологтары «Ветровая » мәмерйәһенең топосъёмкаһын үткәрә. Шул ваҡытта, Тернополь өлкәһенең Борщёвский районы Королёвка ауылы эргәһендә, урындағы малайҙар алыҫ түгел ерҙә ер аҫтына төшөп китеүсе шишмәне күрһәтәләр.

Ул йылда бер нәмә лә асыҡлай алмайҙар. Тик йыл үткәс кенә, 1966 йылдың 8 майында Алексей Соляр һәм Мирон Савчин балсыҡ сифон аша үтеп, мәмерйәнең 400 м тирәһе арауығын тикшереп сыға.

Тәүҙә уның оҙонлоғо 3 км-ҙан үтмәй тип фаразлайҙар. Артабан тикшеренеүҙәр был мәмерйәнең Советского Союзында бик оҙон мәмерйәләрҙән икәнлеген күрһәтә .

Мәмерйәгә Оптимистическая тип атама бирәләр. Сөнки, хеҙмәттәштәре ышанмаусанлыҡ белдереп, львовсыларға «оптимистар» тип исем биргән була.

Шул ваҡыттан бөтәһе 240 –тан артыҡ экспедиция үткәрелә . Мәмерйәне тикшереүҙә Болгария, Польша, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең спелеологтары ла ҡатнаша.

Тикшеренеү барышында ер аҫтыңда яңы база лагерҙары булдырыу кәрәклеге асыҡлана. 2008 йылда лагерҙар һаны 15 булып китә.

Мәмерйәнең периметрынды урынлашҡан иң йыраҡ ер аҫты лагерҙарҙың береһе «Оазис» -шулай уҡ, иң уңайлыларҙан һанала. Лагерҙың үҙендә таҙа һыу резервуары бар. Һыу һурҙырыу колонкаһы , һәр саҡ һаҡлыҡта 700 литр тирәһе була. Иллеләп кеше йоҡларлыҡ урын булдырылған, өр-яңы ҡашығаяҡ килтерелгән.

Рекордтар

үҙгәртергә
  • Был донъяла бик оҙон гипс мәмерйә. Оҙонлоғо буйынса донъяла икенсе урынды биләй.[3].
  • Бында табылған геликтит әлегәсә йәшәп килгән ҡалыпты инкар итә. Йәғни, геликтит эзбизташ мәмерйәләрендә барлыҡҡа килә тигән тәғлимәтте кире ҡаға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Пещера Оптимистическая: к 45-летию Львовского спелеоклуба «Циклоп». — 302 с. — Львов, 2008

Һылтанмалар

үҙгәртергә