Ольденбургский дачаһы (Ташлы утрау)

Ольденбургский дачаһы (икенсе исеме — Долгоруков дачаһы; Санкт-Петербург, Кесе Невка яр буйы, 11) — Ташлы утрауҙың иң мөһим ҡоролмаларының береһе, урыҫ классицизмы дәүеренең ағас архитектура һәйкәле, 18311833 йылдарҙа архитектор С. Л. Шустов тарафынан төҙөлгән.

Ольденбургский дачаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Ольденбургский дачаһы (Ташлы утрау) Викимилектә

Дача һарай шталмейстеры кенәз В. В. Долгоруковтың участкаһында төҙөлә һәм, 1833 йылда төҙөлөш тамамланғандан һуң, принц Петр Георгиевич Ольденбургскийға һатыла.

Йорт ике һөҙәк пандуслы бейек майҙансыҡта урынлашҡан. План буйынса квадрат бинаның уртаһында ҡунаҡ бүлмәләре менән ҡамап алынған зал-ротонда бар. Үҙәк зал һөҙәк көмбәҙ менән ҡапланған, пилястрҙар ярҙамында ике ҡатлы итеп бүленгән һәм үҫемлек орнаменттары менән биҙәлгән. Шустов проекты буйынса, өс фасад доридик колонналар менән каннелюрланған портиктар менән биҙәлгән. Улар икенсе ҡаттағы балконды тотоп тора. Ҙур ярым циркуль тәҙрәләр төп фасадты биҙәй.

1830 йылдар аҙағында — 1840 йылдар башында архитектор А. И. Штакеншнейдер бинаның бер өлөшөн үҙгәртеп ҡора һәм интерьерҙы ҡабаттан биҙәй. Шулай уҡ уның проекты буйынса, Кесе Невка яры яғынан ҡойма булдырыла (1836 йылда)[1] һәм персонал, принцтың шәхси һағы өсөн ҡыҙыл кирбестән флигель төҙөлә.

1928 йылда Ольденбургский дачаһы фатир итеп үҙгәртелә, һөҙөмтәлә интерьер биҙәлешенең күп өлөшө юҡҡа сыға. 1930 йылда янғындан дачаның көмбәҙе зыян күрә, 19361937 йылда ул ҡабаттан тергеҙелә. 1978 йылда ятаҡ итеп файҙаланылған бинала тағы янғын сыға, уның көмбәҙе, үҙәк өлөшө яна. 1982 йылда бина тулыһынса һүтеп алына һәм икенсе материалдан, ағас менән көпләп, ҡабаттан тергеҙелә башлай[2]. 1989 йылда эш тамамлана.

2017 йылда дача һәм уның эргәһендәге баҡсаны хосусилаштырыу күҙаллана[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.citywalls.ru
  2. http://www.encspb.ru 2015 йыл 6 май архивланған.
  3. Что не нужно государству. Дата обращения: 17 февраль 2017.