Оло Хан мәсете (ҡырымтат. Büyük Han Cami) йәки Оло Һарай мәсете — Баҡсаһарайҙағы Хан һарайы мәсете.

Оло Хан мәсете
ҡырымтат. Büyük Han Cami
Нигеҙләү датаһы 1532
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баҡсаһарай
Урын Хан һарайы
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Оло Хан мәсете Викимилектә

 
Манара фрагменты

Оло хан һарайы мәсете һарай майҙанында төньяҡ ҡапҡанан көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан. Был Ҡырымдың иң ҙур мәсеттәренең береһе һәм хан һарайының биналарының беренсеһе[1] Мәсет 1532 йылда Сәхиб I Гәрәй тарафынан төҙөлгән, XVII быуатта мәсет уның исемен йөрөткән.[1]

Мәсет бинаһы бик ҙур, аҫ яғынан өскөл аркадалы[2], ҡабырғаларында майолика биҙәктәр ҡуйылған булған. Мәсеттең ҡыйығы дүрт яҡлы һәм ҡыҙыл черепица менән ҡапланған. Башта ҡыйығы көмбәҙҙәр менән ҡапланған булған[1]

Мәсеткә төп инеү урыны Серекһыу (Чурук-Су) йылғаһы яғынан урынлашҡан. Фасады шул яҡтан элек мәрмәр менән биҙәлгән булған. Мәсеттең көнсығыш стенаһы янында тәһәрәтхана менән шәдирван (фонтан) урынлашҡан. Диуарҙарҙа ғәрәп телендә бер нисә каллиграфик яҙыу һүрәтләнгән (Ҡөрьән аяттары), улар XVIII быуатта барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ стеналағы каллиграфик яҙыуҙар араһында мәсетте ремонтлаған һәм биҙәгән Ҡырым Гәрәй исеме телгә алына: «Ғали йәнәптәре Ҡырым Гәрәй Хан тарафына фатиха булһын».

Мәсеттә бронза ярым айҙар (һилалдар) менән осланған өскөл ҡыйыҡлы ике ун ҡырлы манара бар. Манараларҙың бейеклеге — 28 метр. Өҫкә манаралар эсендәге бормалы таш баҫҡыстар алып бара. Манараларҙың башнялары шымартылған таш плиталарҙан төҙөлгән, улар бер-береһенә ҡурғаш өҫтәмәләре менән беркетелгән.[3]

1736 йылда янғында мәсет зыян күрә. Сәләмәт II Гәрәй хан хакимлығы ваҡытында оҫта Үмәр тарафынан тергеҙелә. 1750-се йылдарҙа Арыҫлан Гәрәй мәсет ихатаһында мәҙрәсә аса, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Совет осоронда мәсет ябыла. Уның өҫкө өлөшөндә археология музейы бүлегенең экспозицияһы, ә аҫҡы өлөшөндә — лапидарий (архитектура деталдәре, һыныҡтары, яҙыуҙары һәм һүрәттәре булған таштар һаҡлағысы) урынлашҡан.[4] Бөгөн мәсет диндарҙар өсөн асыҡ.

Фотоһүрәттәр галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Олекса Гайворонский. Большая Ханская мечеть
  2. Ханский дворец. Дата обращения: 19 февраль 2017. Архивировано 20 февраль 2017 года.
  3. Юрий Данилевский. Бахчисарай — виртуальная экскурсия. 2017 йыл 3 март архивланған. Туристическая планета Крым.
  4. . Гарагуля. Бахчисарайский дворец 2019 йыл 3 апрель архивланған.