Оло Магеллан Болото
Оло Магеллан Болото (ОМБ, ингл. Large Magellanic Cloud, LMC) — SBm тибындағы кәрлә галактика, Ҡош юлының юлдашы[10], беҙҙең Галактиканан 163 мең яҡтылыҡ йылы самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан[11][12][13][14]. Был алыҫлыҡ беҙҙең Галактика диаметрына[15][16] яҡынса тап килә. Дөрөҫ булмаған Магеллан галактикалары тибына ҡарай[17]. Яҡынса 2,4 миллиард йылдан һуң Ҡош юлы менән Магеллан болотоноң бәрелешеүе көтөлә[18].
Оло Магеллан Болото | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | LMC, БМО, ВМВ, GMW, GNM, GMN һәм VMO |
---|---|
Масса | 13 000 000 000 ± 10 000 000 000 M☉ |
Кем хөрмәтенә аталған | Фернан Магеллан |
Каталог коды | ESO 56-115[1], IRAS 05240-6948[1], LEDA 17223[1], Anon 0524-69[1], 2FGL J0526.6-6825e[1], 2EG J0532-6914[1], 3EG J0533-6916[1], 3FGL J0526.6-6825e[1] һәм 2FHL J0526.6-6825e[1] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Абдуррахман ас-Суфи[d] |
Асыу датаһы | 964 |
Йондоҙлоҡ | Алтын Балыҡ |
Тело-спутник | NGC 2079[d], NGC 2084[d] һәм R136[d] |
Родительское тело | Ҡош юлы |
Ҡыҙыл тайпылыш | 0,00093 |
Расстояние от Земли | 0,05 ± 0,06 мегапарсек[2][3][4] |
Склонение собственного движения | 0,229 ± 0,047 миллиарксекунд в год[5] |
Прямое восхождение собственного движения | 1,91 ± 0,02 миллиарксекунд в год[5] |
Радиальная скорость | 284 km/s[4] |
Галактиканың морфологик төрө | SB(s)m[6] |
Видимая звёздная величина | 0,4 ± 0,1[7] |
Абсолютная звёздная величина | −18,5 |
Металличность | −0,55[8] |
Радиус | 2,1 килопарсек |
Астрономическая эпоха | J2000.0[d][9][1] |
Прямое восхождение | 80,89417 °[9] |
Склонение | −69,75611 °[9] |
Оло Магеллан Болото Викимилектә |
Ҡыҫҡаса тасуирламаһы
үҙгәртергәОло Магеллан Болото күктең Алтын Балыҡ һәм Өҫтәл Тау йондоҙлоҡтарының көньяҡ ярымшарындағы өлкәһен биләй һәм Рәсәй, шулай уҡ элекке СССР территорияһынан бер ҡасан да күренмәй. Оло Магеллан Болото диаметры буйынса Ҡош юлынан яҡынса 10 тапҡырға бәләкәйерәк һәм яҡынса 30 миллиард йондоҙҙан тора (уларҙың 1/10 өлөшө беҙҙең Галактикала), шул уҡ ваҡытта Кесе Магеллан Болото 1,5 миллиард йондоҙҙан тора. Оло Магеллан Болото массаһы беҙҙең галактика массаһынан яҡынса 300 тапҡырға кәмерәк (ОМБ-ның массаһы = Ҡояш массаһының 1010 өлөшө). Оло Магеллан Болото Урындағы Төркөмдә массаһы буйынса дүртенсе галактика булып тора (Андромеда, Ҡош юлы һәм Өсмөйөштән һуң). Ф. Ю. Зигелдең образлы һүҙҙәре менән әйткәндә, Оло Магеллан Болото бер аҙ сегнер тәгәрмәсенә[19] оҡшаған.
2013 йылда халыҡ-ара астрономдар төркөмө Оло Магеллан Болотона тиклемге араны анығыраҡ итеп иҫәпләп сығарҙы. Был ара 163 мең Яҡтылыҡ йылына йәки 49,97 (± 0,19 (статистик хата), ± 1,11 (систематик хата)) килопарсекҡа тиң. Ун йыл дауамында тиерлек күҙәтеүҙәр галактикала ҡараңғылатылған ҡуш йондоҙҙар артында алып барыла. Бындай йондоҙҙар бер-береһенә бик яҡын килеш һәм бер-беренһен ышыҡлап уртаҡ масса үҙәге тирәләй әйләнә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың дөйөм ялтырауы күренә. Мәҫәлән, был йондоҙҙарҙың һулҡылдап ҡына тирбәлеүен күҙәтеп, уларҙың массаһын, үлсәмен һәм уларға тиклемге алыҫлыҡты иҫәпләргә була. Коллектив етәкселәренең береһе Вольфганг Гирен һүҙҙәре буйынса (Wolfgang Gieren, Консепсьон Университеты, Чили), «Астрономдар теүәл йөҙ йыл буйы Оло Магеллан Болотона тиклемге алыҫлыҡты үлсәргә тырыша, һәм был бик ауыр мәсьәлә булып сыға. Ә хәҙер беҙ был мәсьәләне хәл иттек, 2 процентҡа тиклемге теүәллеккә өлгәшә алдыҡ»[20].
Күҙәтеүҙәр тарихы
үҙгәртергәОло Магеллан Болото тураһындағы тәүге яҙма фарсы астрономы Абдуррахман ас-Суфый әш-Ширазиҙың (964 г.) китабында баҫыла («Книге созвездий неподвижных звёзд[en]»), һуңыраҡ Европала был китап «Azophi» исеме аҫтында таныла[21][22].
Артабан 1503—1504 йылда Америго Веспуччи[23] үҙенең күҙәтеүҙәрен теркәп ҡуя.
Оло Магеллан Болото Фернан Магеллан хөрмәтенә атала. Ул 1519 йылда ер шары буйлап сәйәхәте мәлендә был галактиканы күҙәткән була[22].
Хаббл йыһан телескобында алып барылған һәм 2006 йылда иғлан ителгән үлсәүҙәр Оло һәм Кесе Магеллан Болоттары Ҡош юлы тирәләй әйләнеү өсөн бик тиҙ хәрәкәт итергә тейеш булыуын раҫлай[24]. 2014 йылда Хаббл йыһан телескобы үлсәүҙәре түбәндәгене билдәләй, Оло Магеллан Болотоноң әйләнеү осоро 250 миллион йылға тиң[25][26].
2018—2019 йылдарҙағы күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһендә һәүәҫкәр астрономдар командаһы, Оло Магеллан Болотоноң һүрәтен төшөрөүгә өлгәшеп, үҙенә күрә рекорд ҡуя (һөнәри астрономияны үтеп). Һүрәттең дөйөм теүәллеге14 400 × 14 200 нөктәгә етә[27].
Объекттар
үҙгәртергә1987 йылда Оло Магеллан Болотонда өр яңы SN 1987A йондоҙо тоҡана. Яңы SN 1604 йондоҙонан һуң был йондоҙ беҙгә иң яҡын урынлашҡаны була. Оло Магеллан Болотонда әүҙем йондоҙҙар булдырыу сығанағы — оҙонлоғо 700 Яҡтылыҡ йылына тигеҙ булған Тарантул томанлығының булыуы билдәле.
R136 йондоҙҙар тупланмаһында урынлашҡан R136a1 — Оло Магеллан Болотоноң иң ауыр һәм иң сағыу йондоҙо. Был Вольф-Райе йондоҙоноң массаһы Ҡояштың 315 массаһына тигеҙ. Йондоҙ өҫтөндәге температураһы 40 000 кельвиндан ашыу тәшкил итә, ул Ҡояштан 8,7 миллион тапҡыр сағыуыраҡ. Бындай тығыҙ һәм үтә ауыр йондоҙҙар бик һирәк барлыҡҡа килә.
Сағыу зәңгәр үҙгәреүсән булараҡ классификацияланған үҙгәреүсән йондоҙҙар өсөн прототип булып Алтын Балыҡ S йондоҙо иҫәпләнә.
Галактиканың иң ҙур йондоҙо — WOH G64 — фәндә лә ҙур йондоҙҙарҙың береһе булып таныла. Уның радиусы Ҡояштың яҡынса 1540 радиусын тәшкил итә. Әгәр WOH G64 йондоҙо Ҡояш системаһы үҙәгенә урынлаштырылһа, уның өҫтө Сатурн орбитаһына етер ине. Йондоҙ шулай уҡ туҙан һәм газ менән тығыҙ итеп уратып алынған.
Галактика составында алты тарҡау йыйылма бар: NGC 1818, 1850 NGC, NGC 1866, 2004 NGC, 2007 NGC һәм NGC 2100.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Оло Магеллан Болотоноң яҡтыһы Ҡош юлыныҡына ҡарағанда 10 тапҡырға көсһөҙ, әммә ике тиҫтә юлдаш-галактикалар араһында ул иң сағыуы. Оло Магеллан Болото үҙенең гравитацияһы менән Бәләкәй Магеллан Болотонан миллионлаған йондоҙҙа тартып ала. Галактикала бер нисә мең ҡыҙыл-һары һәм ҡыҙыл гигант-галактикалар, ҡартайған йондоҙҙар бар, улар Ҡояшҡа ҡарағанда ҙурыраҡ, сағыуыраҡ һәм һыуығыраҡ. ОМБ йондоҙҙарының яҡынса 5 процентҡа яҡыны үҙенсәлекле хәрәкәт тиҙлегенә эйә: улар Оло Магеллан Болото яҫылығына ҡарата 5 градуслы мөйөш менән әйләнә, шул уҡ ваҡытта йондоҙҙарҙың төп массаһы әйләнешенә ҡаршы хәрәкәт итә. Был йондоҙҙарҙың химик составы ла башҡаларрынан айырылып тора: уларҙа тимер миҡдары Кесе Магеллан Болотондағына тап килә[28].
- Алыҫ йыһан объекттарының күбеһенән айырмалы Оло Магеллан Болото NGC-ның(Яңы дөйөм каталог) объекты булып тормай.
- Баҫылған мәғлүмәттәргә ярашлы, бер модель буйынса, Ҡош юлы 4 млрд йылдан һуң Оло Магеллан һәм Кесе Магеллан Болоттарын «йотасаҡ», ә 5 млрд йылдан һуң Ҡош юлы үҙе Андромеда Томанлығы тарафынан йотоласаҡ [29].
- Дарем университетының Хисаплау космологияһы институты ғалимдары иҫәпләүе буйынса, әлеге ваҡытта Ҡош юлынан алыҫлаша барыусы Оло Магеллан Болото 1 млрд йылдан һуң хәрәкәтен кире яҡҡа борасаҡ һәм һәм беҙҙең Галактика үҙәгенә табан йүнәләсәк, яҡынса 1,5 млрд йыл дауамында Ҡош юлына барып ҡушыласаҡ. Ошо мәлдә беҙҙең Галактикалағы Уҡсы А* үтә ҙур ҡара упҡындың ҙурлығы 10 тапҡырға арта. 2 млрд йылдан һуң икенсе бер күк есеме менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә, Ҡояш системаһы беҙҙең галактикабыҙҙан галактика-ара арауыҡҡа этеп сығарылыуы ихтималк[30][31][32].
- Калифорния университеты ғалимдары (АҠШ) иҫәпләүе буйынса, Риверсайдта, 1 млрд йыл элек Киля йондоҙлоғондағы кәрлә галактика, Мейес йондоҙлоғондағы кәрлә галактика һәм тағы бер нисә ҙур булған кәрлә ультракөсһөҙ галактика Ҡош юлының түгел, ә Оло Магеллан Болотоноң юлдаштары булған[33][34].
- Яҡынса 700 млн йыл элек Оло Магеллан Болото секундына 327 км тиҙлек менән Ҡош юлы эргәһенән яҡынса 50 кпк алыҫлыҡта үтеп китә. Беҙҙең көндәрҙә лә был бәләкәй галактиканың яҡынлашыу эффекты тойола. Оло Магеллан Болотоноң ҡара материяһы галоһы яғынан гравитация көсө һөҙөмтәһендә, Ҡош юлының дискы һуҙыла һәм борғослана, шуның өсөн уның составына ингән объекттар Пегас йондоҙлоғо йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә секундына 32 км тиҙлеккә эйә. Әлегә тиклем был галактика кесе эффекты менән яҡынайыу менән бәрелә. Магеллан болоттар ҡара материя һәм иң ҙур гравитацион тартыу һөҙөмтәһендә млечный путь гало скручивание растягивание яғынан дискы булған, шуның өсөн был йүнәлештә хәрәкәт тиҙлеге секундына уның составына ингән пегас йондоҙлоғондағы объекттар 32 км тәшкил итә. Ҡош юлы үҙе Оло Магеллан Болото йүнәлешендә түгел, ә был галактиканың элекке нөктәһенә табан хәрәкәт итә. Оло Магеллан Болото Ҡош юлынан секундына яҡынса 370 км тиҙлек менән алыҫлаша[35].
Галерея
үҙгәртергә-
Инфраҡыҙыл диапазонда Оло Магеллан Болото.
-
120 LHA-N11ҙә йондоҙҙар булдырыу төбәге.
-
N44 томанлығы.
-
Өр-яңы SNR 0543-689 йодоҙлоғо ҡалдығы.
-
Өр-яңы SN 1987A йондоҙлоғо.
-
NGC 2080 томанлығы.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 SIMBAD Astronomical Database
- ↑ Tully R. B., Courtois H. M., Dolphin A. E., Fisher J. R., Héraudeau P., Jacobs B. A., Karachentsev I. D., Makarova L., Mitronova S., Rizzi L. et al. Cosmicflows-2: the data (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2013. — Vol. 146, Iss. 4. — P. 86. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1088/0004-6256/146/4/86 — arXiv:1307.7213
- ↑ Tully R. B., Shaya E. J., Karachentsev I. D., Courtois H. M., Kocevski D. D., Rizzi L., Peel A. Our Peculiar Motion Away from the Local Void (ингл.) // The Astrophysical Journal Letters — IOP Publishing, 2008. — Vol. 676, Iss. 1. — P. 184–205. — ISSN 2041-8205; 2041-8213 — doi:10.1086/527428 — arXiv:0705.4139
- ↑ 4,0 4,1 Tully R. B., Courtois H. M., Sorce J. G. Cosmicflows-3 (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2016. — Vol. 152, Iss. 2. — P. 50. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.3847/0004-6256/152/2/50 — arXiv:1605.01765
- ↑ 5,0 5,1 Kallivayalil N., Marel R. P. v. d., Besla G., Anderson J., Alcock C. Third-epoch Magellanic cloud proper motions. I. Hubble space Telescope/WFC3 data and orbit implications (ингл.) // Astrophys. J. / E. Vishniac — IOP Publishing, 2013. — Vol. 764, Iss. 2. — P. 161. — ISSN 0004-637X; 1538-4357 — doi:10.1088/0004-637X/764/2/161 — arXiv:1301.0832
- ↑ Crowther P. A. On the association between core-collapse supernovae and HII regions (ингл.) // Mon. Not. R. Astron. Soc. / D. Flower — OUP, 2013. — Vol. 428. — P. 1927–1943. — ISSN 0035-8711; 1365-2966 — doi:10.1093/MNRAS/STS145 — arXiv:1210.1126
- ↑ McConnachie A. W. The observed properties of dwarf galaxies in and around the Local Group (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2012. — Vol. 144, Iss. 1. — P. 4. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1088/0004-6256/144/1/4 — arXiv:1204.1562
- ↑ Leaman R. Insights into pre-enrichment of star clusters and self-enrichment of dwarf galaxies from their intrinsic metallicity dispersions (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2012. — Vol. 144, Iss. 6. — P. 183. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1088/0004-6256/144/6/183 — arXiv:1209.4648
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Paturel G., Petit C., Prugniel P., Theureau G., Rousseau J., Brouty M., Dubois P., Cambrésy L. HYPERLEDA. I. Identification and designation of galaxies (ингл.) // Astron. Astrophys. / T. Forveille — EDP Sciences, 2003. — Vol. 412, Iss. 1. — P. 45–55. — ISSN 0004-6361; 0365-0138; 1432-0746; 1286-4846 — doi:10.1051/0004-6361:20031411
- ↑ Genevieve, Loeb, 2009
- ↑ Pietrzyński, Graczyk, Gieren, Thompson, Pilecki, Udalski, Soszyński, 2013
- ↑ Macri, 2006
- ↑ Freedman, Wendy, Madore, Barry, 2010
- ↑ Majaess, Turner, Lane, Henden, Krajci, 2010
- ↑ Space.com
- ↑ NBC News
- ↑ Peterson, 2009
- ↑ McAlpine, Stuart; Frenk, Carlos S.; Deason, Alis J.; Cautun, Marius, 2019
- ↑ Зигель, 1987, с. 178
- ↑ Европейское космическое агентство
- ↑ messier.obspm.fr
- ↑ 22,0 22,1 messier.obspm.fr 2
- ↑ messier.obspm.fr 3
- ↑ Harvard University
- ↑ Science Recorder
- ↑ www.sciencerecorder.com
- ↑ Le Grand Nuage de Magellan
- ↑ www.rnd.cnews.ru
- ↑ Lenta.ru
- ↑ Marius Cautun
- ↑ www.astronews.ru
- ↑ naked-science.ru
- ↑ academic.oup.com
- ↑ scientificrussia.ru
- ↑ Petersen, Peñarrubia
Әҙәбиәт
үҙгәртергә.122M|заглавие = Anchoring the Universal Distance Scale via a Wesenheit Template|издание = Journal of the American Association of Variable Star Observers|arxiv = 1007.2300|язык = en|тип
- Книги
- Peterson, Barbara Ryden, Bradley M. Foundations of astrophysics (инг.). — New York: Pearson Addison-Wesley, 2009. — ISBN 9780321595584.
- Зигель Ф.Ю. Сокровища звездного неба: Путеводитель по созвездиям и Луне . — 5-е изд. — Москва: Наука, 1987. — 296 с.
- Статьи
- Genevieve; Shattow; Loeb, Abraham Implications of recent measurements of the Milky Way rotation for the orbit of the Large Magellanic Cloud (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society: Letters : journal. — 2009. — Т. 392. — С. L21. — DOI:10.1111/j.1745-3933.2008.00573.x — — Ҡалып:Arxiv
- Pietrzyński, G; D. Graczyk; W. Gieren; I. B. Thompson; B. Pilecki; A. Udalski; I. Soszyński et al. An eclipsing-binary distance to the Large Magellanic Cloud accurate to two per cent (инг.) // Nature : journal. — 2013. — Т. 495. — № 7439. — DOI:10.1038/nature11878 — — Ҡалып:Arxiv — PMID 23467166.
- Macri, L. M. et al. A New Cepheid Distance to the Maser-Host Galaxy NGC 4258 and Its Implications for the Hubble Constant (инг.) // The Astrophysical Journal : journal. — IOP Publishing, 2006. — Т. 652. — № 2. — С. 1133—1149. — DOI:10.1086/508530 — — Ҡалып:Arxiv
- Freedman, Wendy L; Madore, Barry F. The Hubble Constant (инг.) // Annual Review of Astronomy and Astrophysics (инг.)баш.. — Annual Reviews, 2010. — Т. 48. — DOI:10.1146/annurev-astro-082708-101829 — — Ҡалып:Arxiv
- Majaess, Daniel J.; Turner, David G.; Lane, David J.; Henden, Arne; Krajci, Tom {{{заглавие}}}. — 2010. —
- McAlpine, Stuart; Frenk, Carlos S.; Deason, Alis J.; Cautun, Marius The aftermath of the Great Collision between our Galaxy and the Large Magellanic Cloud (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society : journal. — Oxford University Press, 2019. — Т. 483. — № 2. — С. 2185—2196. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/sty3084
- Precisely determined rotation rate of this galaxy will blow your mind (инг.) // Science Recorder : journal. Архивировано из первоисточника 21 февраль 2014.
- Large Magellanic Cloud at Constellation Guide (ингл.). constellation-guide.com.
- Elizabeth Howell 02 July 2018. It Would Take 200,000 Years at Light Speed to Cross the Milky Way (ингл.). Space.com. Дата обращения: 25 ғинуар 2021.
- The Milky Way galaxy may be much bigger than we thought (ингл.). NBC News. Дата обращения: 25 ғинуар 2021.
- Observatoire de Paris (Abd-al-Rahman Al Sufi) (ингл.). Дата обращения: 19 апрель 2007.
- Observatoire de Paris (LMC) (ингл.). Дата обращения: 19 апрель 2007.
- Observatoire de Paris (Amerigo Vespucci) (ингл.). Дата обращения: 19 апрель 2007.
- Press release: Magellanic Clouds May Be Just Passing Through (ингл.). Harvard University (9 ғинуар 2007).
- Архивированная копия (ингл.). Дата обращения: 9 апрель 2019. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года.
- Le Grand Nuage de Magellan (ингл.).
- Большое Магелланово облако ворует звезды (ингл.). Дата обращения: 16 ғинуар 2020. Архивировано из оригинала 3 февраль 2014 года.
- The aftermath of the Great Collision between our Galaxy and the Large Magellanic Cloud (ингл.). Marius Cautun et al. (13 ноябрь 2018).
- rk and luminous satellites of LMC-mass galaxies in the FIRE simulations (ингл.) (2019).
- Michael S. Petersen, Jorge Peñarrubia. Detection of the Milky Way reflex motion due to the Large Magellanic Cloud infall (ингл.) (23 ноябрь 2020).
- Млечный Путь «похитил» несколько крошечных галактик у соседа (11 октябрь 2019).
- Галактическое столкновение вытолкнет Солнечную систему из Млечного пути .
- Большое Магелланово облако может выкинуть Солнечную систему из Млечного Пути .
- Измеряем Вселенную точнее, чем когда бы то ни было . Европейское космическое агентство (6 март 2013). Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2019 года. 2019 йыл 22 декабрь архивланған.
- Наука и техника: Космос: Астрофизики вновь предрекли смерть Млечному Пути . Lenta.ru.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Астрономия» | |
Оло Магеллан Болото Викимилектә | |
Оло Магеллан Болото Викияңылыҡтарҙа |
- NASA Extragalactic Database (ингл.). nedwww.ipac.caltech.edu.
- Encyclopedia of Astronomy entry (ингл.). daviddarling.info.
- SEDS LMC page (ингл.). messier.seds.org.