Bassaricyon neblina
Bassaricyon neblina neblina
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Янут һымаҡтар
Ырыу: Олинго
Төр: Bassaricyon neblina
Латинса исеме
Bassaricyon neblina
Helgen, 2013
Ареал
рәсем
Көньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышы

Олингито ( Ҡалып:Respell;[1] Bassaricyon neblina), испан теленән «little olingo», Һөтимәрҙәр класы Олинго ырыуындағы йәнлек. Колумбия һәм Эквадор тропик урмандарында тереклек итә. Төркөмдө 2013 йылдын авгусында АҠШ биологтары тапҡан[2].

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Янут һымаҡтар араһында иң бәләкәй йәнлек. Оҙонлоғо 32 сантиметрҙан 40 сантиметрға тиклем. Ҡойроғоноң оҙонлоғо 33 — 40 см. Ауырлығы 0,75−1,1 кг. Башҡа олинголарҙан бәлёкәй үлсәме һәм оҙон, ҡуйы сыбар йөнө менән айырала. Эквадорҙа ҡара таплы асыҡ-көрән төҫтә, Колумбияла ҡығылт-көрән төҫтә.

Йәшәү ареалы үҙгәртергә

Көньяҡ Американың дымлы таулы урмандарында Эквадор һәм көнбайын Колумбияла, Анд тауҙарының төньяҡ итәгендә 1500—2750 м бейеклектә тереклек итә.[3].

Йәшәү рәүеше һәм туҡланыуы үҙгәртергә

B. neblina тураһында әлеге билдәле мәғлүмәттәр әҙ. Был йәнлек һөтимәр һыртҡыстарға ҡараһала, ул емештәр һәм ағас япраҡтары менән туҡлана. Йәшәү рәүеше − ағас олондаранда яңғыҙ йәшәй, ергә төндәрен һәи һирәк төшә. Инә хайуандың ҡарынында бер гәнә бала булыуы билдәле[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. cite news|title = Adorable New Mammal Species Found 'In Plain Sight'|date =August 15, 2013|url = http://abcnews.go.com/Technology/wireStory/adorable-mammal-species-found-plain-sight-19967921%7Clast = Borenstein|first = Seth|publisher = ABC News|accessdate =August 15, 2013
  2. Roland Kays. Press conference at North Carolina Museum of Natural Sciences. Livestream (video). August 15, 2013 [1] 2014 йыл 8 май архивланған.
  3. Helgen, Kristofer M.; Pinto, Miguel; Kays, Roland; Helgen, Lauren; Tsuchiya, Mirian; Quinn, Aleta; Wilson, Don; Maldonado, Jesus (2013) «Taxonomic revision of the olingos (Bassaricyon), with description of a new species, the Olinguito». ZooKeys, 324: Special issue: 1—83. DOI:10.3897/zookeys.324.5827
  4. Sarah Griffiths. Meet the olinguito, the shy 'bear-cat' that’s the first new carnivore to be discovered in the West for 35 years (ингл.). Daily Mail (15 август 2013). Дата обращения: 17 август 2013.

Һылтанмалар үҙгәртергә