Олениндар йорто (Пушкин)
Олениндар йорто — Пушкин ҡалаһындағы тарихи бина. 1828 йылда төҙөлгән. Асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты[2][3]. Пушкин урамы, 1/17-се йорт, Һарай урамы мөйөшөндә урынлашҡан.
Олениндар йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1828 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пушкин[d] |
Урынлашҡан урамы | Пушкинская улица[d] |
Архитектура стиле | Классицизм |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Памятники культурного наследия в г. Пушкин (часть 3)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Пушкинская улица, 1 / Дворцовая улица, 17 |
Олениндар йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙорт 1828 йылда архитектор В.М. Горностаев тарафынан батша һарайында мейес яғыусы Агафонов өсөн төҙөлә. 1831 йылдан йорт Олениндар ғаиләһенә ҡарай. Уларҙың йортонда А.С. Пушкин йыш була. 1845 йылда тол ғәмәли статский советник ҡатыны В.А. Оленина ҡушыуы буйынса архитектор Н.С. Никитин мезонин менән ағас өҫ яғын төҙөй. 1907 йылда йортта Свято-Троицкий общинаһы шәфҡәт туташтарының шифаханаһы урынлаша. Бинаны үҙгәртеп төҙөгәндә инженер Лундберг мезонинды көмбәҙле манараға үҙгәртеп ҡора. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән община шунда 15 яугирлек ҙур булмаған лазарет йыһазландыра. Октябрь революцияһынан һуң йортта шулай уҡ шифахана урынлаша. 1921 йылда унда Анна Ахматова йәшәй. Нәҡ ошо шифаханала ул тәүге ире Николай Гумилевтың һәм ҡустыһы Андрей Горенконың һәләк булыуы тураһында ишетә[4][5].
Архитектураһы
үҙгәртергәЙорт ике ҡатлы, фасады менән ике урамға сыға. Йорттоң мөйөшө түңәрәкләнгән, уны көмбәҙ менән манара ослай. 1999 йылда манарала Пушкин әкиәтендәге алтын әтәсте символлаштырған әтәс ҡиәфәтендә флюгер ҡуйыла, ул Пушкиндың юбилейына ҡалаға бүләк ителә[4][5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://publication.pravo.gov.ru/document/7801202410300003
- ↑ Дом Олениных (Санаторий Свято-Троицкой общины сестер милосердия) (с садом), где в 1921 году жила А.А. Ахматова . КГИОП Санкт-Петербурга. Дата обращения: 9 июль 2018. 2018 йыл 10 июль архивланған.
- ↑ Приказ председателя КГИОП № 15 от 20.02.2001
- ↑ 4,0 4,1 Пушкинская 1 / Дворцовая 17. Дом Олениных (Дом Агафонова) . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 9 июль 2018. 2018 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Дом Олениных - Санаторий Свято-Троицкой Общины сестер милосердия . citywalls.ru. Дата обращения: 9 июль 2018.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Семенова Г. В. Царское Село: знакомое и незнакомое. — М.: Центрполиграф, 2009. — 638 с. — ISBN 978-5-9524-4249-8.
- Малинский Д. А., Малинская Е. Е. Пушкин. Справочник-путеводитель по городу. — СПб., 2004. — 160 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пушкинская 1 / Дворцовая 17. Дом Олениных (Дом Агафонова) . Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 9 июль 2018. 2018 йыл 9 июль архивланған.
- Дом Олениных - Санаторий Свято-Троицкой Общины сестер милосердия . citywalls.ru. Дата обращения: 9 июль 2018.