Олбрайттарҙың мемориаль йорто

АҠШ-тың Пенсильвания штаты, Лакаванна округы Скрантон ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы.

1893

Библиотека
Олбрайттарҙың Мемориаль йорто
ингл. Albright Memorial Building
Ил Америка Ҡушма Штаттары АҠШ АҠШ
Урыны Пенсильвания штаты, Лакаванна округы, Скрантон
Архитектура стиле Шатоэск
Архитектор Эдвард Бродхед Грин
Төҙөлөшө ???—1893 йылдар
Сайт Рәсми сайт

Олбрайттарҙың мемориаль йорто (ингл. Albright Memorial Building, шулай уҡ Скрантондың Асыҡ китапханаһыАҠШ-тың Пенсильвания штаты, Лакаванна округы Скрантон ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы.

1890 йылда проектланған һәм 1893 йыл башында төҙөлгән ике ҡатлы йорт L хәрефе формаһында. Индиана эзбизташынан һәм Мәҙинә ҡомташынан күтәрелгән. Бинаның архитектура стилендә Шатоэск.элементтары өҫтөнлөк итә. Йорт ике төҙөлмәнән: төп, 11 метрға 40 метр ҙурлыҡтағы һәм уға тура мөйөш булып тоташҡан 9 метрға 16 метр ҙурлыҡтағы ҡанаттан тора.

Бина Green & Wicks нью-йорк фирмаһы архитекторҙары проекты буйынса төҙөлгән. Уны төҙөүгә иғәнә аҡсаны, уны ата-әсәһе иҫтәлегенә арнаусы, эшҡыуар һәм филантроп Джон Дж. Олбрайт (ул Скрантонда тыуған һәм һуңғараҡ Буффалоға күсеп киткән) биргән. Джон Олбрайт шулай уҡ Буффалолағы Олбрайт-Нокс сәнғәт галереяһына ла[1] нигеҙ һалыусы булып тора.

1978 йылда Олбрайттарҙың мемориаль йорто АҠШ-тың милли тарихи урындары милли реестрына[2] индерелгән.

АҠШ-тың Милли тарихи урындары милли реестрында иҫәптә торған (беренсе ғилми) элекке Христос сиркәүе шулай уҡ хәҙер Скрантон ҡалаһының Балалар китапханаһы булып хеҙмәт итә. Уның бинаһы Төп китапхананан туранан-тура көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. National Historic Landmarks & National Register of Historic Places in Pennsylvania (Searchable database). CRGIS: Cultural Resources Geographic Information System. 2007 йыл 21 июль архивланған.
  2. National Register of Historic Places.

Һылтанмалар

үҙгәртергә