Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары
Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары — рус. Одесские высшие женские медицинские курсы — Рәсәй империяһының Одессалағы медицина юғары уҡыу йорто
Одесса юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары | |
Нигеҙләү датаһы | 1910 |
---|---|
Урын | Одесса |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1920 |
Тарихы
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙҙар өсөн тап медицина курстарын асыу идеяһы ҡала йәмәғәтселегендә ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифында ҡаҙаныштар менән бәйле барлыҡҡа килә. Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары Рәсәйҙәге реформаларҙан һуң барлыҡҡа килгән дөйөм белем биреү тибындағы юғары уҡыу йорттары булып тора. Шуғаса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн медицина өлкәһе ябыҡ булып ҡала.
1909 йылдың 16 октябрендә педагогик советтың беренсе ултырышы үтә, уның рәйесе итеп Сергей Васильевич Левашов һайлана, уның урынбаҫары — Н. А. Щёголев, ҡаҙнасыһы — С. С. Яковлев. Яңы белем биреү учреждениеһының попечителдәр советына Одессалағы абруйлы кешеләр: Михаил Рено, Михаил Толстой, Алексей Павловский, Николай Тахчогло,[1] Николай Сухомлинов, Илья Яловиков һәм башҡалар инә.
Курстарҙы үткәреү өсөн Внешняя урамындағы 2-се йорт (Лехнер йорто[2], хәҙер Мечников урамы) һатып алынған. Практик дәрестәр өсөн ҡаланың медицина учреждениелары файҙаланыла.
Уҡытыу даирәһе
үҙгәртергә1910 йылдың яҙында уҡыуға 1500-ҙән ашыу ғариза бирелгән, әммә курстарға 89 ҡыҙ ғына ҡабул ителгән. Одесса юғары ҡатын-ҡыҙҙар медицина курстарын асыу тантанаһы 1910 йылдың 26 сентябрендә үтә.
Башта ҡатын-ҡыҙ медицина курстары 7 кафедранан тора: дин фәне, нормаль анатомия, гистология һәм эмбриология, органик булмаған химия, физика, зоология.
Ҡайһы бер профессор-уҡытыусылар составы ағзалары шулай уҡ Император Новороссийск университетында уҡытҡан.
Юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстары бөтәһе алты сығарылышты тормошҡа ашырған: беренсеһе 1914 декабрҙә булған (сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Беренсе донъя һуғышына һәм һуғыш госпиталдәренә киткән), һуңғы сығарылышы — 1920 йылда (Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында). Шунан һуң Одесса ҡатын-ҡыҙҙар медицина курстары Одесса медицина институты составына инә (хәҙерге Одесса милли медицина университеты).
Хәтер
үҙгәртергәҠалала медицинаны үҫтереүгә арналған материалдар иҫәбендә Одесса тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы экспозицияһында Юғары ҡатын-ҡыҙ медицина курстарына ҡараған документтар бар. Шулай уҡ Одесса өлкәһенең Дәүләт архивында ошо курстарға ҡағылышлы документтар һаҡлана.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәМалинко И. Г. Деятельность высших женских курсов на Украине (конец ХІХ — начало ХХ вв.) // Вопросы истории СССР. — 1984. — Вып. 29. — С. 121—127.