Огайо — Эри каналы склады (Чилликоти)

Огайо — Эри каналы склдаы (ингл.  Warehouse Canal) — Чилликоти ҡалаһы үҙәгендә Мэйн һәм Мелберри урамдары киҫелешендәге тарихи бина, Огайо штаты, АҠШ.

Огайо — Эри каналы склады
ингл. Canal Warehouse
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Огайо
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d][1][2]
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Бина 1830 йылда Огайо — Эри каналы эргәһендә төҙөлгән, ә канал 1825 йылдан алып 1831 йылға тиклем осорҙа төҙөлгән[3].

Был өс ҡатлы кирбес бина ҡыйыҡтың ике яғында ҡуйылған ҙур ҡыйыҡ тәҙрәләр менән бай биҙәлгән осло ҡоролманан ғибәрәт. Был ҡыйыҡ тәҙрәләр декоратив маҡсатта түгел — улар беренсе ҡаттың ишектәре менән тоташҡан, был йөк ташыусыларға тауарҙы өсөнсө ҡатҡа йәки унан аҫҡа еңел күсереү өсөн хеҙмәт иткән. Ер кимәлендә ике батынҡы ишек уйымы аша кешеләр складҡа үтеп инә алған, өс таш һикәлтә тротуарҙан һәр ишек уйымына күтәрелгән[4].

Бина канал склады сифатында ҡулланыуҙан туҡтағандан һуң, ул сит ил һуғыштарында ҡатнашҡан урындағы ветерандар йәмғиәтенең клуб бинаһы итеп үҙгәртелә. Бөгөнгө көндә склад бинаһы АҠШ Төньяҡ-Көнбайыш каналдары архитектураһының уникаль миҫалы булып таныла. Огайо-Эри каналдары өсөн төҙөлгән бер нисә склад ҡына сағыштырмаса һәйбәт торошта һаҡланып ҡалған[4]. Канал склады 1974 йылда тарихи урындарҙың Милли реестрына индерелә[5]. Бынан тыш, ул Чилликоти ҡалаһының тарихи районы сиктәрендә урынлашҡан[6], был район 1979 йылда тарихи урындарҙың Милли реестрына индерелгән[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Национальный реестр исторических мест США (ингл.) — 1966.
  2. (unspecified title)
  3. Ehmann P&O 2007 йыл 14 октябрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 Owen, Lorrie K., ed. Dictionary of Ohio Historic Places. Vol. 2. St. Clair Shores: Somerset, 1999, 1214.
  5. Canal Warehouse 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  6. National Register District Address Finder 2013 йыл 28 сентябрь архивланған., Ohio Historical Society, 2010. Accessed 2010-09-01.
  7. National Register Information System 2015 йыл 26 июнь архивланған.