Ободриттар (бодричтар, абодриттар[1]) — урта быуат славян ҡәбиләләре союзы.

Ободриттар
Байраҡ
Туған тел лех телзәре[d]
Сығышы Вагрия[d]
 Ободриттар Викимилектә
Ободриттар Франк дәүләте картаһында
Полабия славяндарының VIII—X быуаттарҙағы йәшәгән урындары

Йәшәү урыны — Эльбаның (Лабе) түбәнге өлөшө, хәҙерге Мекленбургтың көнбайышында, Шлезвиг-Гольштейндың көнсығыш өлөшө һәм хәҙерге Түбәнге Саксонияның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, унда древандар йәшәгән.

VII—XII быуаттарҙа ободриттар союзы ререгтар ҡәбиләһе етәкселегендәге конфедерация була[2] .

«Бавария географы» яҙмаһы буйынса, IX быуат уртаһында ободриттарҙың ҡәбилә берлеге дүрт ҡәбиләнән тора: бодричтар үҙҙәре, вагрҙар (нем. vagri), полабтар (лат. polabi) һәм варндар (нем. warnower)[3] .

X быуат аҙағында Велиградты — ободриттар башҡалаһын — немецтар яулап ала һәм Мекленбург тип үҙгәртә. Ғәрәп авторы Ибраһим ибн Яҡуб әҫәрендә 965 йылда ул телгә алына[4] . Замандаштары һүрәтләүе буйынса, Велиград (лат. Magnopolis[5]) әйләнәһе 20 саҡрым самаһы була[6]

Вагрҙарҙың баш ҡалаһы Старгард була, яулап алынғандан һуң Ольденбург тип үҙгәртелә[7], полабтарҙың баш ҡалаһы Ратибор Ратценбург булып китә[8] .

Төрлө ваҡытта башҡа конфедераттар: глиняндар, смолиндар, древандар һ.б. ингән була[9] .

Мөһим йәшәгән урындары: Елово, Зверин, Дубин (Висмар ҡултығы янындағы Зверин күле ярында).

IX быуатҡа ободрит халҡы араһында социаль айырымланыу арта бара, уның феодаль элитаһы барлыҡҡа килә, улар немец дворяндарынан матди мәҙәниәтте ала. Беренсе булып 821 йылда кенәз Славомир христиан динен ҡабул иткән булған, әммә һыуға сумдырылыу һуңыраҡ, XII быуатта ғына булған.

Ассимиляция

үҙгәртергә

XII быуатта, немецдар менән күп һәм оҙаҡ барған һуғыштарҙан һуң, Изге Рим империяһы менән ҡушылалар. Славян ерҙәрендә күп төрлө уделдар ойошторолған. Шул иҫәптән Мекленбург маркаһы менән 1918 йылға тиклем славян кенәз Никлот тоҡомдары идара итә. Был ерҙәрҙе империяға ҡушҡандан һуң, христианлаштырыу һәм әкренләп «немецлаштырыу» башлана.

Полаб славян теле әкренләп, бигерәк тә рәсми эш яҙмаһы немец телендә булыуҙы талап иткән ҡалаларҙа, немец теленә алыштырыла. Полаб теле ҡайһы бер социаль һәм профессиональ маргиналь төркөмдәрҙәге ҡалаларҙа ҡала, мәҫәлән, балыҡсылар араһында осрай. Рюген утрауында полабиан диалекты XV быуатта юҡҡа сыға, Вендланд төбәгендә древан-полаб диалекты XIX быуат башына тиклем һаҡланған булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Juncker, Christian. Enleitung zu der Geographie der mittlern Zeiten. Jena, 1712, S. 52
  2. Boll, Ernst. Geschichte Meklenburgs mit besonderer Berücksichtigung der Culturgeschichte. Bd. 1, Neubrandenburg, 1855, S. 4. «Nach Adam hießen die Abodriten auch Reregen.»
  3. Йоахим Херрман. Ободриты, лютичи, руяне // Славяне и скандинавы: Сб. — М., 1986. — С. 338.
  4. Йоахим Херрман. Ободриты, лютичи, руяне. — С. 338.
  5. Živković, Tibor; Crnčević, Dejan; Bulić, Dejan; Petrović, Vladeta; Cvijanović, Irena; Radovanović, Bojana. The World of the Slavs. Belgrade, 2013, p. 351
  6. Nugent, Thomas. The History of Vandalia. Vol. I. London, 1766, pp. 399—400
  7. Вагрия. Энциклопедический словарь Ф. А. Брокгауза и И. А. Ефрона, С.-Пб., Брокгауз-Ефрон, 1890—1907. «Во время войн с саксами Карл Великий предоставил область В. славянскому племени оботритов, которые в течение трех веков сохраняли свою независимость и языческую религию. Главный город их, Ольденбург (по-славянски — Старгард), был важным торговым пунктом на Северном море; но начиная с XV в. гавань стала мелеть и город постепенно потерял свое торговое значение.»
  8. Наумов, Е. П. (отв. ред.); Акимова, О. А. Этнические процессы в Центральной и Юго-Восточной Европе. — М.: Наука, 1988. — С. 96.
  9. Ludat, Herbert. Siedlung und Verfassung der Slawen zwischen Elbe, Saale und Oder. Schmitz, 1960, S. 142. « … die Warnower, die nur bei Adam von Bremen genannt werden, und das auch nur in der Liste der zur Hamburger Kirchenprovinz gehörigen populi …»