Н. М. Карамзин һәйкәле (Ульяновск)
Н. М. Карамзин һәйкәле — Сембер ҡалаһындағы монумент, 1845 йылда Сембер губернаһында тыуған урыҫ яҙыусыһы һәм тарихсыһы Николай Михайлович Карамзин хөрмәтенә ҡуйылған. Һәйкәл проектының авторы — скульптор Самуил Иванович Гальберг.
Н. М. Карамзин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ульяновск |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Н. М. Карамзин һәйкәле (Ульяновск) Викимилектә |
Монумент асылыу тарихы
үҙгәртергә13 июнь 1833 йылдың 13 июнендә Сембер губернаторы А. М. Загряжский ҡаланың 38 дворяны исеменән император Николай I Сембер ҡалаһында Н. М. Карамзинға һәйкәл төҙөү тураһында һәм бының өсөн дөйөм империя буйынса аҡса йыйыуҙы һорап ғариза ебәргән. Тиҙҙән ул ризалыҡ ала, байтаҡ аҡса йыйыла, әммә һәйкәлде нисек итеп төҙөүҙе ҡабул итеү оҙаҡҡа һуҙыла.
Император Николай I, 22 августа, 1836 йылда, Сембергә килгән саҡта һәйкәлторасаҡ урынды үҙ ҡулдары менән күрһәтә һәм бойора : «Сәнғәт академияһы профессоры Гальбергг менән өс йыл эсендә һәйкәлде барельефтары менән бергә, уның һораған хаҡы… 91800 һумға төҙөү тураһында контракт төҙөргә….», һәйкәл төҙөү өсөн кәрәк булған 550 бот баҡыр ҡаҙнанан бирелә.
Тик ике йылдан һуң ғына профессор Гильберг эшкә тотона Гальберг, әммә, 1839 йылдың 10 майында, Самуил Иванович Гальберг һәйкәл проектын эшләргә өлгөрөп вафат була, Профессорҙың эштәрен уның уҡыусылары — сәнғәт академияһын тамамлаған: Н. А. Ромазанов, А. А. Иванов, П. А, Ставассер һәм К. М. Климченко тамамлап ҡуя. Тарих музаһы Клионы А. А. Иванов менән П. А. Ставассер башҡара. Бер горельефын һәм Н. М. Карамзин бюсты , Н. А. Ромазанов тарафынан эшләнә, икенсе горельеф — К. М. Климченко эше. Ҡыҙыл граниттан эшләнгән пьедесталды Петербург оҫтаһы Л, С.. Анисимов Финляндия гранитынан эшләй. Клио статуяһы, Н. М. Карамзиндың бюсы Сәнғәт академияһының ҡойоу оҫтаханаһында профессор барон П. К. Клодт етәкселеге аҫтында бронзанан ҡойола. Һәйкәлдең бөтә булған деталдәре Сембергә 1844 йыл навигацияһы ваҡытында килтерелә, ә киләһе йылдың яҙы һәм йәйендә һәйкәл ҡуйыу өсөн урын әҙерләнә.
Һәйкәл асыу тантанаһы 22 августа 1845 йылдың 22 авгусында (иҫке стиль буйынса) була.
Һәйкәл композицияһы һәм күләме
үҙгәртергәҺәйкәл шул ваҡыт йолалары буйынса классицизм стилендә барлыҡҡа килгән. Пьедесталда мөһабәт һынлы тарих музаһы Клио баҫып тора: уң ҡулын ул Н. М. Карамзиндың төп эше булған «Рәсәй дәүләте тарихы» китабына терәп ҡуйған, ә һул ҡулында торба тотҡан, ул торба аша Рәсәйҙең данлыҡлы тормошо тураһында һөйләргә ниәтләнә.
Һәйкәл пьедесталындағы түңәрәк уйымда тарихсының бюсы урынлашҡан. Пьедестал ике горельеф менән биҙәлгән.
Пьедесталдың өҫтөндә хәрефтәр өҫтәп һалынған яҙма тора:
Н. М. Карамзину историку Российского государства повелениемъ императора Николая I-го 1844 годъ..
Монументтың дөйөм бейеклеге — 8,52 метр тәшкил итә, пьедесталдың бейеклеге — 4,97 метр, Клио һыны — 3,55 метр.
Һәйкәлдең артабанғы тарихы
үҙгәртергәҺәйкәл тәүҙә ағас рәшәткә менән уратыла, ә 1855 йылда Аврора Карловна Карамзина, тарихсының Ҡырым һуғышында һәләк булған өлкән улы Андрей Николаевичтың тол ҡатыны, уның иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде баҡыр остар ҡуйылған бай тимер рәшәткәләр менән уратып ҡуйҙырған. Семберҙәге ҙур янғындан һуң һәйкәл янындағы майҙанда скверҙар булдырыла һәм сквер таш нигеҙҙә торған суйын рәшәткәләр менән уратыла.
1931 йылда һәйкәлдең һүтелеү хәүефе барлыҡҡа килә. Был ваҡытта тимер кәртәләрҙең баҡыр ялатылған остары бәреп төшөрөлә, гранит пьедесталдың бер өлөшө киҫеп алына. Һәйкәл бары тик Тәбиғи-тарихи музейҙың директоры П. Я. Гречкиндың һәм ҡала архитеторы Ф. Е. Вольсовтың принципиаль позицияһы арҡаһында ғына һаҡланып ҡала.
1944 йылда һәйкәлдең зыянланған урындарын төҙәтәләр, ә 1967 йылда һәйкәлде тулыһынса реставрациялайҙар.
ҙәбиәт
үҙгәртергә- Трофимов Ж. А. Симбирский памятник Н. М. Карамзину. Известное и неизвестное. — «Ульяновский дом печати», 2006 г. — 128 с. : илл. ISBN 5-901141-79-2
- Уроженец Симбирской губернии Н. М. Карамзин