Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Н, А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты. (тулы исеме: Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы «Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты ») — Костромала урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Университеттың төп уҡыу корпустары ҡаланың үҙәк өлөшөндә, Волга яры буйында, урынлашҡан.

Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1918
Логотип
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Некрасов Николай Алексеевич
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кострома
Уҡыусылар һаны 5381
Хеҙмәткәрҙәр 738 кеше
Диапазон IPv4 85.143.27.0/24[1]
Рәсми сайт ksu.edu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Костромского государственного университета[d]
Карта
 Н. А. Некрасов исемендәге Кострома дәүләт университеты Викимилектә

Рәсәй белем биреү һәм фән министрлығының, 2016 йылдың 10 март № 196 бойороғона ярашлы әлеге ваҡытта КГТУ юғары уҡыу йорто Кострома дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Төбәктеңтерәк университеттарының береһе.

тарих үҙгәртергә

Эшсе-крәҫтиән университеты үҙгәртергә

1918 йылда « Кострома дәүләт эшсе-крәҫтиән университеты 1917 йылдағы Октябрь революцияһының» иҫтәлегенә асыла. Юридик документы булып Совнаркомдың 21 ғинуарҙа, 1919 йылда, В. И. Ульянов-Ленин яҙған декрет тора.

Уҡыу йорттонда дәрестәр 17 ноябрҙә, 1918 йылда, башланып китә. Университеттың беренсе ректоры Н. Г. Городенский, классик филология уҡытыусыһы, була. ләкин йылдан артыҡ эшләгәс, ул үҙенең сәләмәтлек торошо буйынса вәкәләттәрен һала.

 
Николай Гаврилович Городенский, Кострома университетының беренсе ректоры

Башта университет составында тәбиғи, урман һәм гуманитар факультеттары була, һуңғараҡ — педагогия һәм медицина факультеттары булдырыла. 1919 йылда университетының әҙерлек бүлегендә эшселәр факультеты эшләй башлай. 1921 йылда университеттың бөтә факультеттарында 3 333 студент уҡый.

 
КДУ-ның «А» корпусы (1 Май урамы, 14)
 
Корпус «В». КДУ

1921 йылда Кострома университеты базаһында педагогия институты (халыҡ мәғарифы институты һәм ауыл хужалығы институты барлыҡҡа килә. Артабанғы бер нисә йыл университетта төрлө уҡыу йорттары ойошторола һәм улар бер нисә тапҡыр ул үҙ эшмәкәрлеге йүнәлешен үҙгәртә.

Ректорат үҙгәртергә

  • Наумов Александр Рудольфович, ректор
  • Ершов Владимир Николаевич, беренсе проректор
  • Тимонина Любовь Ильинична, уҡытыу-методик эштәр буйынса проректор
  • Груздев Владислав Владимирович, ғилми эштәр буйынса проректор
  • Алексей Евгеньевич Подобин, тышҡы бәйләнештәр һәм үҫеш буйынса проректор

Белем биреү эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Факультеттары һәм институттар үҙгәртергә

  • Педагогика һәм психология институты
  • Иҡтисад институты
  • Физика-математика һәм тәбиғи фәндәр институты
  • Тарих һәм филология институты
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт институты
  • Ю. П. Новицкий исемендәге юридик факультет.

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

 
Советтар Союзы маршалы А. М. Василевский иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ. Кострома дини семинарияһының стенаһында.

Ректорҙар үҙгәртергә

  1. Талов Леонид Николаевич (1949—1954)
  2. Землянский Федор Маркович (1954—1961)
  3. Синяжников Михаил Иванович (1961—1986)
  4. Панин Валентин Семенович (1986—1989)
  5. Рассадин Николай Михайлович (1989—2014)
  6. Наумов Александр Рудольфович (2014—)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә