Н. А. Добролю́бов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты
Н. А. Добролю́бов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты — Түбәнге Новгородтағы юғары уҡыу йорто, Рәсәйҙәге ике лингвистик юғары уҡыу йортоноң береһе. 1937 йылда Горький педагогия сит ил телдәре институты булараҡ нигеҙ һалына. Ул үҙенең тарихын 1917 йылдан, Түбәнге Новгород халыҡ мәғарифы бүлегендә губерна мәғариф бүлеге янындағы сит ил теле һәм әҙәбиәте губерна юғары курстары ойошторолғанда башлай[7].
Н. А. Добролю́бов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 13 сентябрь 1937 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Нижегородский государственный лингвистический университет им. Н.А. Добролюбова[1], Горьковский педагогический институт иностранных языков[1], Gorky Pedagogical Institute of Foreign Languages, N. A. Dobrolyubova State Linguistic University of Nizhny Novgorod һәм Linguistics University of Nizhny Novgorod |
Ҡыҫҡаса атамаһы | НГЛУ, LUNN һәм ГГПИИЯ |
Кем хөрмәтенә аталған | Николай Александрович Добролюбов[d] |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Уҡыусылар һаны | 3150[3] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][4] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Түбәнге Новгород, Нижегородский район[d], Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 417 кеше[3] |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле |
Почта индексы | 603155 |
Электрон почта | admdep@lunn.ru[5] |
Рәсми сайт | lunn.ru[6] |
Н. А. Добролю́бов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты Викимилектә |
Ҡала халҡы һәм студенттар телендә университет «иняз» тип атала.
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылда Түбәнге Новгород халыҡ мәғарифы бүлеге губерна мәғариф бүлеге янында сит ил теле һәм әҙәбиәте губерна юғары курстары ойоштора. 1937 йылда курс базаһында Горький сит ил телдәре педагогия институты нигеҙләнә. Институттың тәүге биналары (хәҙерге корпус № 1 һәм № 2) 1948 йылда Иҫке Сенная (Старосенная) майҙанында (1844) емерелгән Троицк Үрге Посад сиркәүе урынында төҙөлә. Был ике корпус төҙөлгәнгә тиклем институт Чернопрудская тыҡрығындағы элекке 3-сө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһында (хәҙер бында Жуковский исемендәге китапхана) урынлаша. Хәҙерге ваҡытта университет корпустары (барлығы 4 корпус) элекке Старосенная майҙанындағы бөтә арауыҡты һәм уның аҫтындағы ер аҫты арауығын биләй.
Тәүҙә институт урта мәктәптәр өсөн инглиз, немец, француз һәм испан теленән уҡытыусылар әҙерләй һәм, шуға ярашлы, өс факультеты була: инглиз, немец һәм роман телдәре факультеттары. Шулай уҡ тел белгестәре әҙерләү ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алып барыла.
1964 йылда Көнбайыш Европа телдәрен тәржемәселек факультеты асыла.
1990-сы йылдарҙа күп һанда яңы факультеттар һәм кафедралар булдырыла, 1994 йылда институтҡа лингвистик университет статусы бирелә.
Структураһы
үҙгәртергәФакультеттары
үҙгәртергә- Инглиз теле факультеты
- Роман-герман телдәре факультеты
- Тәржемә факультеты
- Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, иҡтисад һәм идара итеү факультеты
- Белгестәргә өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты
Кафедралары
үҙгәртергә- Инглиз теле кафедраһы
- Инглиз филологияһы кафедраһы
- Инглиз теле һәм профессиональ коммуникация кафедраһы
- Немец теле теорияһы һәм практикаһы кафедраһы
- Француз теле теорияһы һәм практикаһы кафедраһы
- Инглиз теле һәм тәржемә кафедраһы
- Инглиз теле теорияһы һәм практикаһы һәм тәржемә кафедраһы
- Немец теле теорияһы һәм практикаһы һәм тәржемәселек кафедраһы
- Француз теле теорияһы һәм практикаһы һәм тәржемә кафедраһы
- Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология кафедраһы
- Иҡтисад, идара итеү һәм информатика кафедраһы
- Валеология кафедраһы
- Европа һәм көнсығыш телдәре кафедраһы
- Тарих, төбәктәрҙе өйрәнеү һәм журналистика кафедраһы
- Сит телде уҡытыу методикаһы, педагогика һәм психология кафедраһы
- Рус телен туған тел һәм сит ил теле булараҡ уҡытыу кафедраһы
- Рус филологияһы, сит ил әҙәбиәте һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар кафедраһы
- Философия, социология һәм социаль коммуникациялар теорияһы кафедраһы
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
үҙгәртергәТүбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты донъя мәғариф киңлегенә үтеп инеү буйынса интенсив эш алып бара. Н. А. Добролю́бов исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт лингвистика университеты түбәндәге уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә:
- Равенсбург-Вайнгартен университеты (Германия)
- Вена университеты (Австрия)
- Магдебургта Отто фон Герике университеты (Германия)
- Хангук сит ил телдәре университеты (Көньяҡ Корея)
- Баня-Луки университеты (Босния һәм Герцеговина)
- Женева университеты (Швейцария)
- Таммасат университеты (Таиланд)
- Кадис университеты (Испания)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Категория: Выпускники Нижегородского лингвистического университета
- Категория: Преподаватели Нижегородского лингвистического университета
- Академический хор НГЛУ
- Нижегородский государственный университет
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 русская Википедия (урыҫ) — 2001.
- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ 3,0 3,1 http://indicators.miccedu.ru/monitoring/2018/_vpo/inst.php?id=167
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ http://www.lunn.ru/en/contacts
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ История ВУЗа | Нижегородский государственный лингвистический университет имени Н.А. Добролюбова . www.lunn.ru. Дата обращения: 23 август 2019.