Нәҙершин Альберт Сәхәби улы

тау инженер-электригы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре

Нәҙершин Альберт Сәхәби улы (7 май 1951 йыл) – тау инженер-электригы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ-энергетик комплексының почётлы хеҙмәткәре, фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан Республикаһыны Дәүләт премияһы лауреаты[1]

Нәҙершин Альберт Сәхәби улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 май 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Лениногорск, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер

Биографияһы

үҙгәртергә

Татар АССР-ының Яңы Письмянка ауылында 1951 йылдың 7 майында тыуған. Өфө нефть институтын (Өфө дәүләт нефть техник университеты)н тамамлай. Тау инженер-электригы.

1973 - 1981 — Урал-Себер магистраль нефть үткәргесе идаралығының инженеры, өлкән инженеры, начальник лаборатория начальнигы (ЦПЛАТ)

1981 - 1985 — Өфө ҡалаһы Киров районы сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы.

1985 - 1992 — Өфө ҡалаһы Киров районы торлаҡ йүнәтеү-эксплуатация етештереү тресы идарасыһы.

1992 - 1997 — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьмин итеү идаралығы начальнигы.

1997 — "Газ-Сервис" ААЙ-е филиалы "Өфөгаз"ы директоры.

2002 — техник фәндәр докторы дәрәжәһен яҡлау диссертацияһы "Обеспечение работоспособности и безопасности трубопроводных систем газоснабжения" темаһына бағышланған[2].

2006 йылдан ИПТЭР бүлеге мөдире.

Өфө дәүләт авиация техник университеты информатика һәм робототехника факультетының финанстар, аҡса әйләнеше һәм иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге кафедраһы профессоры [3].

Фәнни эшмәкәрлеге газ үткәргестәрҙе эксплуатациялау мәсьәләләренә бағышланған.

Альберт Нәҙершин ҡорос торба үткәргестәренең сиктәге хәлендә емерелеү процестарының төп законлылығын тасуирлаған аналитик бәйләнгәнлекте аса. Коррозия шарттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү методтарын һәм сараларын тәҡдим итә. Асышы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендәге торба үткәргес предприятиеларында ҡулланыла.

50-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм ете уйлап сығарыу авторы[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1996 — Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • 2002 — Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетик комплексының почётлы хеҙмәткәре (РФ энегетика министрлығы)
  • "Өфө ҡалаһы үҫешенә индергән оло ҡаҙаныштары өсөн" иҫтәлекле билдәһе
  • СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт грамотаһы
  • "Рәсәй МЧС-ына 10 йыл" юбилей миҙалы[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә