Нәфисә
Нәфисә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Нәфисә |
Этимологияһы
үҙгәртергәНәфисә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе сибәр, зифа, нәзәкәтле, гүзәл, матур, күркәм тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәГорбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (20 август 1923 йыл) — Өфөләге 4-се тегеү фабрикаһы оҫтаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15 декабрь 1933 йыл) — ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Йосопова Нәфисә Ислам ҡыҙы (26 ғинуар 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре(2007). СССР уйлап табыусыһы (1988).
Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), мәҙәниәт эшмәкәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Яҡшымбәтова Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы — Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәүге ҡатыны.
Нәфисә Хәйруллина (Нәфисә Шамил ҡыҙы Хәйруллина) — драма актеры, Камал театры артисы.
Нәфисә Хәкимова (? — июль 2002 йыл) — йырсы, Ризуан Хәкимовтың ҡатыны.
Нәфисә Сабирйәнова — Әлмәттең «Луч» телекомпанияһында «Йома» тапшырыуының авторы һәм алып бараусыһы. Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Татарстан Журналистар берлеге ағзаһы, Р. Төхфәтуллин исемендәге премия лауреаты.
Джозеф, Нәфисә (28 март 1978 йыл, Бангалор (штат Карнатака, Һиндостан — 29 июль 2004 йыл, Мумбаи (штат Махараштра, Һиндостан) — артист һәм телевидение алып барыусыһы. 1997 йылда Джозеф Мисс Һиндостан конкурсының иң йәш ҡатнашсыһы була һәм унда еңеү яулай. Шул уҡ йылда «Мисс Вселенная» конкурсында ҡатнаша һәм 10 ярымфиналистар исемлегенә инә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә«Ардәшир һәм Хаят-ән-Нәфисә» (ғәр. كتاب ألف ليلة وليلة kitāb 'alf layla va-layla; фарс. هزار و يک شب hazār va ayak šab) — урта быуат ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәте ҡомартҡыһы, сюжет һыҙығында Шаһрийәр батша һәм уның ҡатыны Шәһрезадә хаҡында һүҙ барған әкиәттәр йыйынтығына ингән әкиәт.
«Нәфисә (ансамбль)» — Ризуан һәм Нәфисә Хәкимовтарҙың «Мөғжизә» исемен йөрөткән ансамбленең хәҙерге исеме.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |